(2) Ашай алмай ине. (Булған хәл)
Бер ваҡыт оло ғына йәштәге ағайҙы ҡарарға тура килде. Бер нисә тапҡыр килде, хәле яҡшы. Ул ағай ҡасандыр ашҡаҙан сире (гастрит) менән ауырып дауаханала ята, ләкин файҙа булмауы тураһында һөйләне. Больницала ятҡан ваҡытта, бер ағайҙың халыҡ медицинаһы менән дауа алыуы тураһында ишетә.Ҡайтып ул һөйләгәнсә эшләй һәм хәле яҡшыра, ашҡаҙан сиренән ҡотола. Ул һөйләгәнде мин яҙып ҡуйҙым.
Бер ваҡыт миңә йәш ир менән ҡатын килде. Ҡатыны шундай ябыҡ ҡына, тормоштан ялҡҡан кеүек күренә. Ире һөйләүенсә, ҡатыны мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, өйҙә лә тырыш, таҙа, ашарға әҙерләй, мин ашайым, тик ҡатыным ашай алмай. Күҙгә күренеп ябыҡты. Һеҙҙең турала ишетеп килдек, ярҙам итегеҙ инде, тине.
Ҡатынға ҡарап торҙом да, уларға шундай кәңәш бирҙем: (оло йәштәге ағайҙың кәңәшен бирҙем)
- Иртән йоҡонан торғас та бер стакан йылы һөткә, бер йомортҡаны һытып (һарыһы менән бергә) болғап эсергә кәрәк. Башта эсеүе ауырыраҡ булыр, өйрәнерһегеҙ. Эскәндән һуң ярты сәғәт ашамаҫҡа кәрәк. Бер айҙан һөҙөмтәһен күрерһегеҙ, тинем.
Былар ҡайтып китте. Ике ай үткәс кәләше ҡыуанып шылтыратты:
- Ағай, хәлем яҡшырҙы. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Хәлдәрен белдереп торалар. Ҡайһы бер осраҡта, минең доғалар менән ҡарауым да кәрәкмәй “Халыҡ медицинаһы” ла ярҙам итеп ҡуя.