-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Улымдың эсеүен ташлаттым..."

-

Бер гәзиттә “Туҡтай алмайым бит!” тигән яҙма баҫылып сыҡҡан ине. Бер иҫеректең апаһы яҙған уны. Шуға кәңәш әйткем килеп яҙыуым.

Мин үҙем 72 йәшлек әбей инде. Минең дә бер улым эсә ине. Ҡайһылыр гәзиттәнме, китаптанмы өйрәтеп яҙылған хәбәр килеп сыҡты. Шуны алып уҡыным да малайға уҡыттым. Улым, әйҙә, шулай итеп ҡарайыҡ әле, тинем. Шунда яҙылғандарҙы башҡарып сыҡтыҡ.

Беләһегеҙме, бына хәҙер 21 йыл инде улым эсмәй! Шундағы һүҙҙәрҙе һеҙ ҙә яҙып алығыҙ әле, зинһар. Кешеләргә ярҙам итмәйсә ҡалмаҫ.

Былай эшләнә ул: 500 грамм ҡорт балы алаһың. Эскән кеше иртән бахмурҙан ауырый бит инде. Шул ваҡытта иҫеректең үҙенең теләге кәрәк, айныйым тип теләп торорға тейеш ул. Үҙенең ниәте, ризалығы булһа, бахмуры ла кәрәкмәй. Дауалауҙы көндөҙ башларға кәрәк: эскесе кеше алты бал ҡалағы бал ҡабып ҡуйырға тейеш, унан 20 минуттан һуң тағы алты бал ҡалағы бал ҡабырға, унан тағы 20 минуттан һуң өсөнсө тапҡыр алты бал ҡалағы бал ҡабырға. Араларында сәй, һыу эсергә ярамай. Бик ныҡ эсәһе килһә, икенсе тапҡыр бал ашағандан һуң ярты стакан томат һуты ғына эсеп ҡуйырға була. Унан тауыҡ һурпаһы бирәһең, сейле-бешеле йомортҡа ла өҫтәлдә торорға тейеш. Көнө буйы ризығы шул булырға тейеш.

Икенсе көндө иртән шул уҡ тәртиптә теге ярты литрлы балды ашатырға кәрәк. Шул бал бөткәнсе дауалайһың. Икенсе көндө шул ярты литр балды ашатып бөтөрөргә кәрәк. Ҡарап тороп ашатырға кәрәк, һыу, сәй бирергә ярамай!

Шул ваҡытта өҫтәлдә шешә төбөндә генә араҡы тора ине. Улым шешәне күреп үк ҡоҫаһы килде, алып ҡуй әле, тине. Бына шул мәлдән араҡыға тотонғаны ла юҡ, 21 йыл ваҡыт уҙҙы инде. Эскән кешене күрһә, ҡоҫаһы ғына килә. Минең өсөн ҙур шатлыҡ был. И-и-и, матур итеп донъя көтә, Аллаға шөкөр!

Мин был рецепты бик күп кешегә өйрәттем. Эсеп йөрөгән бер ҡатын-ҡыҙға ла өйрәттем, хәҙер ул миңә шылтыратып тора, рәхмәт, эсеүҙән ҡотолдом, ти".

Фото: samiysok.com

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-12-03/ulymdy-ese-en-tashlattym-3056585

 

"Улымдың эсеүен ташлаттым..."
"Улымдың эсеүен ташлаттым..."
Автор:
Читайте нас: