Боронғолар тыуасаҡ баланың малаймы, ҡыҙмы икәнен төрлө алымдар менән белгән. Һыйпап дауалаусы, имсе инәйҙәр уны тәүге соргында уҡ билдәләгән хатта. Һул яҡтан ҡыймырлай башлаһа - ҡыҙ бала, уңдан - ир бала тигәндәр. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙың холоҡ-фиғеленә, төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап та һығымта яһағандар. Ололарҙың шундай юрау-һынамыштары һеҙҙең хәтерҙә лә һаҡланалыр. Бәйән итәйек әле. Юҡһа хәҙер балаға ҡалыр-ҡалмаҫтан УЗИ үткәрә башлайҙар. Бер мәл УЗИ-ны тыйырға тигән тәҡдим дә сығып ҡуйғайны, хәҙер иһә тәүге аҙналарында уҡ билдәләргә мөмкин тип ҡыҙыҡтыралар. УЗИ бала өсөн дә, әсә өсөн дә бик зарарлы бит.