+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ТӘМЛЕ АШАҒАН – ТАРТЫШҠАН

-

“Тәмле ашаған – тартышҡан”, – ти халыҡ. Ул бөгөн беҙҙең халәтебеҙгә, йәшәү рәүешебеҙгә ныҡ тура килә. Беҙ үҫкәндә ошо хәтлем татлы ризыҡтарҙың булмауы беҙҙең өсөн отошло булған. Ә бөгөн татлы ризыҡты күпләп ашауыбыҙ, бигерәк тә балаларға ашатыуыбыҙ арҡаһында килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙың иге-сиге юҡ. Тамаҡ туйып ҡалған һымаҡ булһа ла, файҙалы мәтдәләрҙе әҙ бирә, һимертә, күп осраҡта шлак булып ята. Эйе, сифатлы шоколад, печенье ашау әҙ-мәҙ күңелде күтәрә, энергия бирә. Ә бына беҙҙең, бигерәк тә балалар организмына кәрәк булған “вся таблица Менделеева” уларҙа юҡ. Хәҙер беҙ татлы ризыҡ ашарға ныҡ күнектек, организмды боҙҙоҡ, күп кенә тәбиғи ризыҡтар беҙгә тәмһеҙ күренә, беҙ уларҙан йөҙ сирабыҙ. Кеше хәҙер кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә күп ризыҡҡа шәкәр ҡомы һала, уны тәмләтергә тырыша. Бәләкәйҙән үк балаларға тәмле булһын тип, сәйҙе лә шәрбәтле итеп бирәбеҙ, хатта эремсек, ҡатыҡ кеүек ризыҡты ла. Бына шулай итеп рәхәтләнеп организмды ҡорттар, микробтар, үңәҙ, зыянлы бактериялар үрсей торған лайлалы мөхиткә әйләндерҙек. Ә ундай организм теләһә ниндәй сир алдында ҡапҡалары шар асылған, бер һаҡсыһы ла ҡалмаған ҡәлғәгә әйләнә. Дошман – бактериялар, инфекциялар инә лә ҡыйрата башлай, әсиргә ала. Уларға ҡаршы торорҙай иммунитет тигән көс хәлһеҙләнгән, зәғифләнгән. Кейемһеҙ, хәрби ҡоралһыҙ, ризыҡһыҙ ҡалған армия кеүек. Хатта штаб – мейе лә зарарланған, сөнки уның көсө лә ағзаларҙың көсөнә бәйле. Әгәр ҙә беҙ киреһен эшләһәк, йәғни организмда лайлалы, зыянлы мөхитте кәметһәк, ауырыуҙар ҙа кәмеп, күпме бәлә тәндән китер.
Чем бы ребенок не тешился, лишь бы не плакал, тигән бер мәҡәл бар. Башҡортсаға әйләндерһәң, улай уҡ аңлайышлы яңғырамай. Беҙ ҙә хәҙер балаға ярарға ғына тип торабыҙ. Конфет, шоколад, тәмле печенье – мә, тоттора һалыбыҙ, бала иламаһын ғына! Эсендә ҡорт үҫә, тигән уй башҡа килеп тә бөтмәй. Ә бит хәҙерге көндә балалар араһында киң таралған аллергия, псориаз, астма, шәкәр диабеты, хатта рак, 20 йәшлектәрҙең дә инсульттан үлеүе – паразиттарға, беҙҙең эстә үҫеп ятҡан хәшәрәттәргә бәйле булыуын күп ғалимдар, табиптар иҫбат иткән. Хатта уларҙың быуындарға инеп, быуындар сиренә хәтле еткереүе лә иҫбатланған. Тимәк, ул ауырыуҙар күктән төшмәгән, ә үҙебеҙ үҫтергәнбеҙ. Башта үҫтерәбеҙ, шунан дауа эҙләп, аҡса түгә-түгә сабабыҙ.
Сит ил һәм үҙебеҙҙең медицина ғалимдары паразиттарҙың, беҙҙең организмға кәрәкмәгән төрлө бактерияларҙың бөгөнгө көндә нисек беҙҙе ҡырғандарын, улар арҡаһында килеп сыҡҡан дауалап та булмай торған сирҙәрҙең күбәйеүен күптән иҫбатлап, борсолалар... Был сирҙәргә онкология, инсульт, инфаркт, аллергия, астма, шәкәр сире, псориаз һ.б. инә. Тимәк, беҙ әгәр ҙә үҙебеҙҙең тәндә көн һайын шул хәшәрәттәргә үҫергә, үрсергә бирмәһәк, күп кенә ауырыуҙарҙан ҡотолабыҙ, үҙебеҙгә үҙебеҙ профилактика яһайбыҙ, көн һайын сәләмәт тәндә, аңда, кәйефтә йөрөйбеҙ.Был бит бик шәп!!! Ғәләмәт шәп!!!
Ә нимә менән профилактика яһарға, ул дарыу ҡайҙа һатыла, тип уйлай башлайбыҙ инде. Иң беренсе, әлбиттә, “тәмле ашаған –тартышҡан” тигән мәҡәлде онотмайыҡ, әбей-бабайҙарыбыҙ юҡҡа әйтеп ҡалдырмағанын аңлайыҡ. Хет нимә тип яҙығыҙ, мин барыбер ашайым, балаларға тәмле ризыҡ та ашатмай булмай инде, тиеүселәр булыр. Исмаһам, әйҙәгеҙ, көн дә шул хәшәрәттәргә ҡаршы үҙебеҙҙең ҡул аҫтында булған үләндәр, ризыҡтар менән көрәш алып барайыҡ, уларға үрсергә бирмәйек. Сөнки беҙ ул дарыуҙарҙы тапап, иҙеп йөрөйбөҙ.
Миңә уның шулай икәнен бер ваҡиға аңлатты.
Ошо ерҙә бер әбей тураһында яҙып китәм. Ғөмүмән, мин төрлө быуын кешеләре менән һөйләшергә яратам. Был хәл бер 20 йыллап элек булды. Ғәлимә апай эшкә минең яныма һөйләшеп ултырырға килә, Ҡөрьәндән төрлө сүрәләр уҡып китә ине. Туҡһанға етеп килгән апайҙың үҙ аяҡтарында йөреүе, үҙ аҡылында булыуы минең өсөн үрнәк һәм бының сәбәбен беләһем килде. Яуап бик тә ябай һәм дә ифрат ғибрәтле булды. “Мин ғүмерем буйына әрем сәйе эсәм. Кешеләр уны әсе, тәмһеҙ тип эсмәйҙәр. Файҙаһы ҙур, ҡыҙым, һин уны гел эс. Ҡортламаҫһың. Ул ҡорттан дарыу эскән булалар, эй, әҙәм балалары йүләр ҙә инде,” – тине. “Шуның өсөн хәтерем дә әйбәт,” – тип өҫтәне. Бер аҙҙан был апайҙың аяғы һынған. Минең янға килмәй башлағас, аптыраған инем. Таяҡҡа таянып килде. “Аяғымды һындырҙым. Әммә тиҙ төҙәлде, врачтар ҙа аптыраны, һөйәктәр серемәһен тип, әрем эстем”, – тине.
Ул әйткән йүләрҙәр рәтенә иң беренсе үҙемде индерҙем. Әрем менән ҡыҙыҡһындым, йыя һәм эсә башланым. Иҫ киткес файҙалы икәнен аңланым. Их, Башҡортостан, изге ерем, бөтен сәләмәтлегем һинең ҡуйыныңда, һинең ереңдә булған, тинем. Ул үлән бит эҫкертләп йыйырлыҡ. Аллаһы Тәғәлә һуңғы йылдарҙа уны һәр ҡапҡа төбөнә алып килеп еткерҙе. Сығып ҡына ал тип әйткән кеүек. Беҙҙең һаңғырау һәм һуҡыр булғанға аптырап бөтәлер инде, тим, Аллаһым. Мин әремде хәҙер йәй көнө күп итеп йыйып ҡуям. Ул минең өсөн иң хуш еҫле үлән. Үҙебеҙ уны көн дә эсәбеҙ. Ҡыш буйына мохтаждарға таратам. Мин уның һап-һары булып сәскә атҡан сағын яратам. Сәскәһен йыям һәм киптерәм, сәскәһе кипкәс тә йомшаҡ һәм көслө еҫле.
Тағын бер ваҡиға тураһында яҙайым әле. Ул да әремгә бәйле. Бер танышым үҙенең ҡыҙы тураһында һөйләне. ”Төнө буйы йоҡо юҡ. Астма менән интегә. Аҙнаға нисә тапҡыр приступ булалыр. Меҫкенкәйем үҙе лә йоҡламай, мине лә йоҡлатмай. Ниндәй генә дарыу эсмәнек, файҙалары бик күренмәй,” – тине. Мин әрем эсергә тәҡдим иттем. Самаһын әйттем, курстарын билдәләнек. Ашай торған ризыҡтарҙан лайланы, төкөрөктө арттыра торғандарын кәметтек. Тәмле ризыҡты ла. Был ҡыҙ астманың нимә икәнен хәҙер күптән онотто.
Ете-һигеҙ бөртөк кипкән әрем сәскәһен ас көйгә иртәнсәк йылы һыу менән эсеп торһаң да самаға тура килә. Тамаҡ төбөнән эсәктәр буйлап барып, организмға әлеге лә баяғы паразиттарға ҡаршы көндәлек профилактика була. Һәм ошо сама беҙгә ғүмер буйына эсһәң дә ярарлыҡ.
Ә төнәтмәһен бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы һалып 15 минут төнәтәһең дә һөҙөп эсәһең. Балаларға ла, үҙебеҙгә лә әйтеп, яҙып бөтөргөһөҙ файҙалы. Ваҡытын, самаһын көйләп торһаң, көн дә бер-ике тапҡыр эсеү етә. Эскән һайын ике-өс аш ҡалағы эсеү ҙә әллә күпме файҙа бирә. Эстәге ҡорттар ярата торған шарттар кәмей, эстән сереү әҙәйә. Кемгә насар был осраҡта?
Был юлдарҙы уҡығас, күптәр әрем тәмен ауыҙҙарында тойоп: ”Эйе, тәмле булып ҡуймаһын, үҙең эс,” – тейер. Юҡ, иптәштәр, тәмле, беҙ генә тәмле ризыҡ ашап боҙолғанбыҙ. Беҙҙең тәбиғи ризыҡтарҙы тоя торған рецепторҙар көсһеҙләнгән, йә бөткән.
Әрем - милләтте ҡотҡара торған үлән. Юҡҡа ғына һуңғы йылдарҙы сәскән баҫыу һымаҡ булып үҫмәй. Аллаһы Тәғәләнең ебәргән ярҙамы тим мин, һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр?
Биштирәккә ҡайтҡас, тауҙарҙа әрем еҫен рәхәтләнеп еҫкәп йөрөгәндә шиғыр яҙған инем. Минең өсөн хәҙер әрем еҫе иң тәмлеһе. Әрем осраһа, мин аңлы зат, мин әллә кем тип үтеп китмәйем, семетеп булһа ла япрағын өҙөп ҡабам, сәскә атҡан сағы булһа – сәскәһен. Сөнки мин тәбиғәт менән беҙҙең күңелдәр генә һиҙә торған, ниндәйҙер тылсымлы бәйләнештә торғаныбыҙҙы ғүмер алға барған һайын нығыраҡ аңлайым. Ошо тылсымлы бәйләнеш юғалған һайын көсһөҙләнә, сырхаулана барабыҙ, ниндәйҙер яһалмалыҡ көсәйә, уҫаллана, ҡырағайлана барабыҙ һымаҡ. Һәр үҫемлеккә Аллаһы Тәғәләбеҙ беҙҙең үткен зиһенебеҙ генә аңларлыҡ, эске тойомлау менән генә һиҙерлек, беҙгә кәрәк мәғлүмәтте биргән. Ул мәғлүмәтте уҡыр өсөн күҙҙәрҙәге пәрҙәләрҙе асырға, зиһенде зирәкләтергә, аңды уятырға кәрәк, тип уйлайым.
 
 
Фотола "Тамаша" журналы коллективы, 2021 й.
ТӘМЛЕ АШАҒАН – ТАРТЫШҠАН
ТӘМЛЕ АШАҒАН – ТАРТЫШҠАН
Автор:
Читайте нас: