+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдарының име бар

-

Им-томға бик ышанып бармайым. Әммә, күҙ алдымда, ауырып күҙҙәрен саҡ асып килгән кешеләрҙең, һауығып һин дә мин сығып киткәндәрен күреп, хайран-вайран булып ултырған саҡтарым күп булды. Күҙәтеүҙәрем күп йыллыҡ. Бөгөнгө героиням кешеләр хәбәре аша ишеткән имеш-мимеш түгел, ә аралашып, ҡулының шифаһын үҙемдә, балаларымда һәм ейәндәремдә күп тапҡыр татыған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ауылдашым, яҡын ғына бикәсем.

Нәсимә Ибраһимова – Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы ҡыҙы. Күп балалы ғаиләлә муйылдай ҡара күҙле, һөйкөмлө ҡыҙ булып донъяға килә. Бала сағынан үтә шәфҡәтле, кешелекле, кеселекле булыуы менән айырылып тора ул. Мәктәптә уҡыған сағында ла, уҡыуҙы тамамлағас та, ололарса аҡыл йөрөткән мөләйем ҡыҙҙың һәр һүҙе ҡиммәт икәнен төшөнгән етәкселәр уны ситкә ебәрмәүҙе хуп күрә. Үҙе уҡыған Әбеш урта мәктәбендә пионервожатый булып эш башлай. Балаларҙы, ғөмүмән, кешеләрҙе яратҡан ҡыҙ уҡыусылар һөйөүенә, коллегаларының хөрмәтенә күмелеп кенә эшләй.

Әбеш ауылы егете Зәки Ибраһимов менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп йәшәп алып китәләр. Сабыр холоҡло Нәсимәне һынайым әле, тигәндәй, яҙмыш уның юлына бик күп ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар әҙерләп кенә тора. Шәкәр ауырыуы менән йәштән яфаланған тормош иптәше, сабый ғына көйө сирләп йонсотҡан кескәй улы, әйтерһең, Нәсимә апайға Хоҙай тарафынан бирелгән кешеләрҙе дауалау һәләтен үҫтереү өсөн дәрес булған. Ғүмер буйы ауырыған ирен бер минутҡа ла яңғыҙлатмай, күҙ уңынан ысҡындырмай, шәхси табибы кеүек була ул. Ҡулы еңел, тыны шифалы икәнен аңғарып ҡалған күрше-күлән, туғандар, ауылдаштар йөҙ төрлө сир-сырхау менән дә уға мөрәжәғәт итә башлайҙар. Бер кемде лә кире бороп сығармай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Балаларға бигерәк тә им-томо килешә уның. Күҙенә арпа сыҡтымы, бәрелеп мейеһе төштөмө, һыҙлауыҡ-сиҡан сыҡтымы, олоһо-кесеһе Нәсимә апай янына ағыла. Ҡайһы бер халыҡ дауалаусылары кеүек матур кейемдәргә төрөнөп, маңлайына ҡиммәтле таштар тағып, им-томоноң шифаһын дәлилләп ышандырыу өсөн нимәләрҙер алдына теҙеп ултыртып та тормай ул. Ишек алдында эш менән булашып йөрөгән еренән туҡтап, ҡулдарын сайып, мөләйем йөҙөндәге йылмайыуы менән бөҙрәләмәй генә хәбәрен һөйләп, доғаларын уҡып, өшкөрөп сығара. Ауырып килгән ҡайһы бер балалар күҙ алдында һауығып, ырғый-һикерә сығып китә, ҡайһыларына тағы ла килергә кәңәш итә. Оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләүсе, ҙур тәжрибәһе, белеме менән хөрмәт ҡаҙанған Миңзәлә апай Ниғмәтуллина йәш балаларҙың сир-сырхауын дауаларға саҡыртҡан ата-әсәләр янына Нәсимә апайҙы ла йыш ҡына эйәртеп алып барыр була.

Кеше араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған берәү тураһында һөйләй башлаһаң, «Ул ҡайҙа уҡыған, нисә юғары белеме бар?» тип һорайҙар. Мин белгән, уҡымайса ла төплө аҡыл, мәрхәмәтле ҙур йөрәк йөрөткән һирәк кенә кешеләрҙең береһе ул Нәсимә апай. Ул башҡарған эштәр, ул ойошторған байрамдар һәм ҙур күләмле сараларҙы мин дипломлы белгестәрҙә лә бик һирәк күрәм.

Әбеш ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып 25 йылға яҡын эшләү дәүерендә бихисап күп матур, тәрбиәүи, әһәмиәтле саралар үткәрҙе Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы. Кешеләрҙе тыңлата, ойоштора белеү һәләте көслө булған етәксенең үтенесен кире ҡаҡҡан кеше бик һирәк. Ауыл мәҙәниәт йорто тау башында ултырыуға ҡарамаҫтан, байрамдарға әҙерлек ваҡытында йәше-ҡарты, яҙын-көҙөн һыу кисеп, ҡыш ҡар йырып Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы көткән мәҙәниәт йортона репетицияға ағыла. Ярай, беҙ йәшерәк быуын, дәрт-дарман ташып тора, ә оло инәй-бабайҙарҙы ниндәй көс ул тау башына йөрөтәлер, хайран булам. Күҙенә операция яһатып ҡайтҡан Әминева Гөлнур инәй, кешенән ҡалмайым тип, ыжғыр буранда күҙенә ҙур мотоциклистар күҙлеге кейеп булһа ла килеп сыҡҡан ине. Бына шундай ылыҡтырыу, тартыу көсөнә эйә  мәҙәниәт усағы ул эшләгән осорҙа. Урам-ара, нәҫел-ара, ауыл-ара ярыштар һәм бәйгеләр, ауыл биләмәһендәге бөтә ойошмалар йәлеп ителгән бар халыҡты туплаған байрамдарҙы бик күп үткәрә. Хеҙмәт кешеләрен ололау, оҙаҡ йәшәгән ғаилә парҙарын ҡотлау кеүек тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булған, йөрәктең иң нескә ҡылдарын сыңлатҡан байрамдар өсөн Нәсимә апайға бик рәхмәтле Әбештәр.

Районда булған ярыш, бәйгеләрҙә Әбештәр беренселекте бирмәй. Оло йәштәге инәйҙәрҙе туплап, бейетеп, Өфөгә «Байыҡ» бейеү конкурсына ла барып ҡайтты улар. Һәүәҫкәр артистар менән ул ҡуйған спектаклдәр бер-нисә йыл рәттән районда «Гран-при» яуланы. Режиссерлыҡ оҫталығы таң ҡалырлыҡ булған Нәсимә Ғәбәйҙулла ҡыҙының йылмайып ҡына әйткән ҡәтғи һүҙен йәштәр бер ҡаршылыҡһыҙ тыңлай, хөрмәт итә. Кешеләрҙе үтә күреү һәләте, һиҙгер йөрәге менән ул ғашиҡтар араһын яйлаусы ла, әрләшеп-талашҡан күрше-күлән, ғаилә низағтарын көйләүсе лә. Мин үҙем ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булып, эскән ғаиләләр, сәмәй эшләп һатыусылар, башҡа төрлө күңелһеҙ күренештәрҙе яйлар өсөн бергәләп ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар буйлап рейд ойошторғанда, Нәсимә апайҙың әйткән кәңәштәре, өгөт-нәсихәте иң үтемлеһе була торғайны. Шуға күрәлер ҙә, ауыл хакимиәтендә яуаплы сәркәтип вазифаһында ла эшләне ул.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырмай. «Кеше менән эшләүҙең, кеше әйҙүкләп йөрөүҙең ни тиклем ҡыйын икәнен белгәнгә, үтенес менән килгән бер кемгә лә «Ҡуй,» тимәйем мин», ти Нәсимә апай. Ағинәйҙәрҙе туплап, матур итеп сығыш яһап, төрлө тәрбиәүи темаларға саралар үткәреп кенә тора. Район үҙәгенән 75 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдың мәҙәниәт усағын һүндермәй дөрләтеп, эшеңдең һөҙөмтәһен күрһәтер өсөн шул тау-ташлы юлдарҙа олоһон, кесеһен өйөрөп алып йөрөтөү мәшәҡәттәрен үҙе генә беләлер мәҙәниәт йорто директоры. Шулай ҙа хаҡлы ялда оҙаҡ ирәбеләнеп ятырға ирек бирмәй ауылдаштар. Әлеге көндә ул яңынан сафта, мәҙәниәт усағында эшләүсе йәштәр тораҡламай ситкә сығып киткәс, күп һанлы үтенестәрҙе кире ҡаҡмай, ауыл мәҙәниәт йортоноң етемһерәп торғанына күңеле һыҙлап, мең мәшәҡәтле вазифаға ҡабаттан егелде.

Ә шулай ҙа, был яҙмамдың төп темаһы, уның ҡулдарының име тураһында. Бына әле лә, бер йәш ҡатын килде. Яңылыш ныҡ итеп башын төкөткән дә, инде нисәнсе көн йөрәге уйнай, күҙ алды ҡараңғылана, ҡолағы шаулай икән. «Мейең төшкәндер балаҡай, бар әле Нәсимә ҡоҙағыйға», – тип кәңәш итә әсәһе. Шифалы ҡулдары менән, өйрәнелгән, күнегелгән хәрәкәттәрен талғын ғына башҡарып, Нәсимә апай мейене урынына ултырта. Бер аҙ йөҙтүбән ятып торған ҡатындың хәле еңеләйеп, күҙҙәре асылып, йөҙө яҡтырып ҡалды. Һаҡланып ҡына, өс көн артыҡ эйелеп, көсәнеп эш башҡармай, соҡор-саҡырға баҫып һиңкемәй генә йөрөп торорға кәңәш итеп, имләгән кешеһен оҙатыуға, йәш балаһын эйәрткән тағы бер ҡатын ишек шаҡыны. Күрше ауылдан килгән, баланың күҙенә арпа сығып йонсота икән. Әбеш ауылы йәштәре, балалары хәҙер инде бер ҙә аптырап тормай, тәндәренә һыҙлауыҡ, күҙҙәренә арпа сығыу менән: «Әсәй, мин Нәсимә инәйгә киттем!» тип, йүгереп киләләр. Район һабантуйында йөрөгән саҡта, һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан бер ир баланы туҡтатып имләй ул. Ҡурҡып ҡына, им-томға ышанмаған әсәһенән рөхсәт булырмы, тип торған үҫмерҙе имләп тә ебәрә, бала, ғәжәпләнеүенән күҙҙәрен ҙур асып: «Әсәй, күҙемдең һыҙлауы шундуҡ баҫылды, ышанаһыңмы?» – тип әсәһен ҡосаҡлап ала. Һабантуйы барышында, Нәсимә апай эргәһенән уҙған һайын: «Рәхмәт һеҙгә, мине һыҙланыуҙан ҡотҡарҙығыҙ!» тиеп, ҡайта-ҡайта баш эйеп, рәхмәт әйтеп йөрөй балаҡай.

Ана шулай, рәхмәттәргә ҡойоноп ҡына йәшәй Әбештең ихлас ағинәйе. Халыҡ араһында йәшәгән, им-томо килешкән кешеләр бик һирәк бит ул.

– Был һөнәрҙәргә ҡайҙан өйрәндең? – тип һорамай булдыра алманым. «Нәҫелебеҙҙә бағымсы исемен йөрөткән кешеләр булмаһа ла, атайымдың ҡулының шифаһы тураһында ололар күп тапҡырҙар һөйләгәне булды. Һыҙлап, шешеп ауыртып торған урындарҙы имләргә лә кемдер берәү түгел, бәлки, шул Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы менән тотоноп киттем ахыры», – тип һөйләй Нәсимә апай. Өҙлөкһөҙ ауырыуҙан хәлһеҙләнгән балаһы менән больницала булғанда, бер палатала ятҡан оло йәштәге әбей йонсоған йәш әсәгә: «Тәбиғәттән бирелгән ниндәйҙер көсөң бар икәне күҙҙәреңә сыҡҡан, үҙ балаңды бисмиллалап өшкөрөп ҡара әле», – тип кәңәш бирә. Тәүге тапҡыр ана шулай кескенә улы Илфирҙе ипләп дауалай Нәсимә апай. Илфирҙең үҙ ҡулдары ла шифалы икән, олоғайған әсәһенең һыҙлаған, ауырыған урындарын хәҙер инде улы ипләп ебәрә.

Мейе төшөрөргә күршеһе Вәғиҙә инәй өйрәткән икән. Оло йөрәкле ул инәй ҙә, ҡасандыр, ҡатыны йәшләй генә үлеп, береһенән-береһе бәләкәй 6 бала менән тол ҡалған Тимербулат ағайға икенсе ҡатынлыҡҡа килә. Үҙе лә бер етем ҡалған малайҙы тәрбиәгә алған Вәғиҙә инәй менән Тимербулат олатай бергәләп ана шулай 7 баланы аяҡҡа баҫтыра. Нәсимә күршеһенең ҡулдары шифалы, йөрәге һиҙгер икәнен белгәнгә лә, мейе төшөрөү серҙәрен нәҡ уға өйрәтә лә инде.

Һалабаш һалыусы ауыл ирҙәре мәрхәмәтле Нәсимә апайға «Һиңә кәрәк әйбер бит» тип, йүкә алып килеп торалар. Мейенең шылғанлығын нәҡ йүкә менән үлсәп ҡарай Нәсимә апай.

Хаҡ та һорамай ул үҙенең хеҙмәттәре өсөн, «Һауығып киткән кешеләрҙең ихлас рәхмәте минең өсөн ҙур шатлыҡ», – ти. Үҙе тураһында яҙырға йыйыныуымды белгәс: «Һин, килен, миңә улайтып реклама яһап ташлама инде, күрәһең бит, былай ҙа кешенән өҙөлмәйем», тип көлә. Уның им-томо бигерәк тә йәш кешеләргә, йәш балалар күҙһенгәндә, йәш имсәкле әсәләргә, һәр төрлө шешекле тире ауырыуҙарына (күҙгә арпа, һыҙлауыҡ сығыу кеүек), мейе һелкенгәндә килешә.

Бер аҙна күрше Ейәнсура районында йөрөп ҡайтыуына, өй аша ғына йәшәгән бер егет йүгереп инеп: «Нәсимә инәй, инде улайтып, беҙҙе оҙаҡҡа ҡалдырып йөрөмәсе әле, малайҙарға һыҙлауыҡ, күҙҙәренә арпа сығып бөттө, һыу ҙа инә алмай йонсоп йөрөйҙәр!» – ти икән. Шуға күрәлер ҙә тыуған ауылын ташлап, бер ҡайҙа ла йөрөгөһө килмәй уның.

Бына шулай, туғандары өсөн йән атып, йән биреп, һәр мохтаж кешегә йылы һүҙен дә, яҡты йөҙөн дә, им-томоноң шифаһын да йәлләмәй таратып, тик изгелекле ғәмәлдәр генә башҡарып йәшәй төпкөлдәрҙән-төпкөл ауылдың «тиҙ ярҙамы» Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Ибраһимова. Ул ауылда булғанда Әбештәрҙең күңеле тыныс. Ә мәҙәниәт усағы тормош ауырлыҡтарына, төрлө ҡаршылыҡтарға, һынауҙарға бирешмәй дөрләй әле.

Миләүшә Ҡыҙрасова

Ҡулдарының име бар
Ҡулдарының име бар
Автор:
Читайте нас: