+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

БИРТЕК ЙЫЙЫУ ЙОЛАҺЫ

Маҡсаты: Башҡорт халыҡ йолаларына ,халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһындырыу уятыу. Халыҡ медицинаһына ҡағышлы онотолоп барған бил ауыртҡанда дауалау ысулы булған биртек йыйыу йолаһы менән таныштырыу. Ололарға иғтибар, кеселәргә кеселеклелек һыҙаттарын тәрбиәләү. Балаларҙа матурлыҡ тойғоһон үҫтереү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. Аңлатыу һәм башланғыс эштәр: «биртек йыйыу» йолаһы, төнәтмә, ҡайным, бейем, биртенде шифаһы, халыҡ дауалау ысулдары хаҡында мәғлүмәт туплау, күргәҙмә текстар әҙерләү һәм уларҙы урынлаштырыу.

Беренсе шаршау

 

Сәхнә. (Урманда ағастар үҫеп ултыра.)

4-5 бала ҡырҡылған ағас өҫтөндә ял итеп ултыра.

 

1-ce бала. «Күҙ ҡурҡа ,ҡул эшләй» тигәндәре дөрөҫ икән, утынды ҡырҡып бөтөп тә барабыҙ, әҙ генә ҡалды.

2-ce бала. Әйҙәгеҙ әле, егеттәр, ял мәлендә күңел асып алайыҡ.

3-cө бала. Фәһим, ҡурайыңды уйнап ебәр әле. (Фәһим ҡурай алып уйнап ебәрә. Залда ҡурай көйө яңғырай).

4-ce бала. Айнур, көйҙө әрәм итмә, әйҙә бейе! (Айнур бейергә төшә. Башкалар таҡмаҡ әйтеп йырлай).

Бейе әле,бейе әле,

Бейегәнең юҡ әле.

Бейегәнең булмаһа ла,

Матур бейейһең әле.

Сәхнәләргә осоп ҡунып,

Беҙҙең Айнур бит бейей.

Күҙе-башы ҡыйылышып,

Йылмайып-көлөп бейей.

 

5-ce бала. Егеттәр, ял итеп алдыҡ, утын ҡырҡыуҙы дауам итәйек!

 

Күмәкләшеп утын ҡырҡа башлайҙар,ҡулдарында ағастан эшләнгән балта. Залда – «Уйнаһын ҡурайҡайым» (Л.Ҡәйепова, С.Низаметдинов, С.Байегет йырлай).

Урман эсенән, алыҫтан тауыш ишетелә.

 

Айнур. Ой-ой-ой, билем ауырта... (Көй туҡтай.)

 

Сәхнәгә билен тотоп Айнур килеп инә. Балалар уны уратып ала.

 

1-ce бала. Айнур, билең ныҡ ауыртамы?

Айнур. Утынды күтәреп һалайым тигән инем... Ыһ!

2-ce бала. Әйҙәгеҙ әле Айнурҙы ауылыбыҙҙың имләүсеһе Рәхилә инәйгә алып барайыҡ.

 

Күмәкләшеп сығып китәләр.

 

Икенсе шаршау

 

Сәхнәлә ике өйҙөң ҡапҡаһы бер яҡ ситтәрәк күренеп тора.

Икенсе яҡта өй эсендәге күренеш: урындыҡ һәм өй эсендә күпме бала булһа ла ярай.

 

Рәхилә инәй. Элек, балалар, бер ниндәй ҙә дарыуҙар булмаған. Кешеләр ауырыһа, ҡырҙа үҫкән төрлө шифалы үләндәрҙе йыйып дауаланғандар. Бына, мәҫәлән, һалҡын тейеп ауырығанда һуған ашағандар, ҡарағат, ҡурай еләге төнәтмәһен эскәндәр. Күҙ тейгәндә лә имләүселәр булған, ә бик ныҡ ҡурҡып ауырығандарға тынысландырыу өсөн ҡот ҡойғандар. Балалар, бөгөн мин һеҙҙе, халҡыбыҙҙа онотолоп барған, бил ауыртҡанда дауалау ысулы булған «биртек йыйыу йолаһы» менән таныштырам. Бөгөн миңә Айнур билен ауырттырып килде. Шуға күрә, ауыл буйлап «биртек йыйып» килер кәрәк. Зөлхизә ғаиләләрендә иң баш бала. Шулай булғас, һин биртек йыйып килерһең. Ғаиләләрендә Сәғит – иң кесе ул. Һин дә биртек йыйып кил! Бына икегеҙгә лә сеүәтә бирәм. Кешенең ихатаһына инегеҙ ҙә, артығыҙға сеүәтә ҡуйығыҙ, үҙегеҙ хужаларға артығыҙ менән әйләнегеҙ ҙә ошолай тип һамаҡлап ебәрегеҙ:

Ҡайным улы ҡартайҙы,

Ҡатыҡ һорай мин килдем ,

Бейем улы биртенде,

Биртек һорай мин килдем,

Үрге остан Айнур

Сөскөргәндә биртенгән,

Биртек йыя мин килдем

Биртек йыя мин килдем.

Быларҙы һамаҡлағанда йөҙөгөҙ менән хужаларға ҡарамағыҙ! Зөлхизә, Сәғит, аңланығыҙмы? Балалар, нимәһен аңламанығыҙ, ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай, һорағыҙ!

Икеһе бергә: Аңланыҡ! (Сеүәтә алып өйҙән сығып китәләр.)

 

Зөлхизә бер ҡапҡа эргәһенә барып, әйләнеп, арты менән баҫып,

сеүәтәһен һуҙып һамаҡлап ебәрә.

 

Зөлхизә.

Ҡайным улы ҡартайҙы,

Ҡатыҡ һорай мин килдем,

Бейем улы биртенде,

Биртек һорай мин килдем,

Үрге остан Айнур

Сөскөргәндә биртенгән,

Биртек йыя мин килдем,

Биртек йыя мин килдем.

 

Ул һамаҡлап бөтөүгә, өйҙөң ишеген ҡыҫып ҡына асып сеүәтәһенә ҡорот һалалар.

 

Зөлхизә. Биртек ашы – ҡорот биреүегеҙ өсөн рәхмәт!

 

Сәғит икенсе ихатаға барып, сеүәтәһен һуҙып, йортҡа арты менән әйләнеп һамаҡлай.

 

Сәғит.

Ҡайным улы ҡартайҙы,

Ҡатыҡ һорай мин килдем,

Бейем улы биртенде,

Биртек һорай мин килдем,

Үрге остан Айнур

Сөскөргәндә биртенгән,

Биртек йыя мин килдем,

Биртек йыя мин килдем.

 

Һамаҡлап бөтөүгә сеүәтәһенә май һалып ҡайтара. Сәғит менән Зөлхизә өйгә инәләр.

 

Икеһе бергә. Рәхилә инәй, беҙ биртек йыйып ҡайттыҡ!

Рәхилә инәй. Афариндар, биртек йыйып та ҡайттылар. Айнурҙың билен ошолай май менән майлайым, ә ҡоротто иҙеп эсереп ебәрәйем, шифаһы тейһен! Хәҙер, тирләй ҙә, йүнәлеп китә ул.

Айнур (ҡорот эскәс, урынынан тора ла 2-3 тапҡыр һикереп ҡарай. Турайып баҫа). Урра! Рәхәт булып китте, билем ауыртыуы бөттө, инәй, бик ҙур рәхмәт. Ҡулыңдан һөйөн!

Рәхилә инәй. Борон-борондан өйҙән-өйгә йөрөп биртек йыйыу йолаһы ошолай булған. Ул халҡыбыҙҙа бил ауыртҡанда үҙенсәлекле дауалау ысулы һаналған. Берҙән, ауылда изге күңелле кешеләр күп бит инде, улар шулай Айнурҙың биле ауыртҡанын белгәс, доғалар уҡыған, уның тиҙерәк йүнәлеүен теләгән. Икенсенән, тап ошо мәлдә Айнурҙың өйөндә май йә ҡорот булмауы ихтимал. Ә бил биртенгәндә кешене бик йәһәт кенә шифаларға кәрәк. Шулай итеп, тиҙ арала май ҙа, ҡорот та табылған. Бөгөнгө көндә май, ҡорот ҡына түгел, төрлө ауыртыныуҙы баҫыр дарыуҙар йә төрлө һылау-майы биреп ебәрһәләр ҙә ярай инде. Бына шулай, борон-борондан башҡорт халҡы бик татыу һәм берҙәм йәшәгән! Иҫән-һау, ауырымай, бәхетле йәшәйек бөгөн дә! Шулаймы, балалар?!

Зөлхизә. Рәхилә инәй, ә ниңә биртек йыйғанда хужаларға ҡарарға ярамай?

Рәхилә инәй. Бының да хикмәте бар, балалар. Төрлө йортта төрлө кеше йәшәй: береһе йомарт, береһе һаран, тигәндәй. Йәнә, биргән ризығы берәүҙә – күп, икенселә әҙ генә булырға мөмкин. Шуға, быныһын – был, быныһын теге бирҙе тип әйтеп, кемделер кәмһетеп ҡуймаҫ өсөн шулай эшләнә. Иң мөһиме, биртек йыйылған бит. Кемдең күпме биреүе мөһим түгел. Бына ниндәй аҡыллы булған боронғолар!

Балалар (бергә): Шулай, инәй! Татыу йәшәйек! Һау булығыҙ, рәхмәт, инәй!

Айнур. Рәхмәт, Рәхилә инәй! Беҙгә матур йоланы өйрәткәнегеҙ, аңлатҡанығыҙ, шифалы ҡулдарығыҙ өсөн!

Балалар. Әйҙә, шуның өсөн инәйгә йырлап-бейеп күрһәтәйек! Айнур, һин ҡарап ҡына тор! Һиңә әле бейергә ярамай.

 

Йырлап-бейейҙәр.

 

Өй беренсә йөрөп-йөрөп,

Биртек йыйып алабыҙ.

Биртек йыйыу йолаһы тип,

Атаныҡ был байрамды!

Матур кейемдәр кейеп,

Йөрөйбөҙ йырлап-бейеп,

Ауылымда имселәр бар,

Дауалаусы бар, тиеп.

 

Балалар, Рәхилә инәйҙе ҡултыҡлап алып, бергәләп, йырлай-йырлай сығып китәләр.

 

Альбина Аҡбулатова,

Баймаҡ районы

Йомаш ауылы китапханасыһы

БИРТЕК ЙЫЙЫУ ЙОЛАҺЫ
БИРТЕК ЙЫЙЫУ ЙОЛАҺЫ
Автор:
Читайте нас: