+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баландан бик тәмле еңел генә бәлеш, балан торты һәм балан кеҫәле

-

Баландан тәмле ризыҡ

Балан кеҫәле

Йыуылған баланды һыуға һалып бешерегеҙ ҙә иләк аша үткәрегеҙ. Һуңынан ошо ҡатнашмаға балан бешкән һыуҙы һалып, ҡайнай башлағансы утта тотоғоҙ. Һалҡын һыуға һалып, болғатылған крахмал өҫтәп, тағы бер ҡат ҡайнатып сығарығыҙ.

Кеҫәл өсөн: 200 г баланға 80 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 0,5 л һыу кәрәк.

Балан торты

Иң тәүҙә ҡамыр иҙегеҙ. Шул ҡамырҙан 4 – 5 мм ҡалынлыҡта 25 – 30 см диаметрлы өс ҙур ҡоймаҡ йәйегеҙ. Бер нисә ерҙән тишкәләп, 20 – 25 минут мейестә бешерегеҙ, тирәләрен тигеҙләп киҫегеҙ.

Ошонан һуң иң аҫҡы ҡоймаҡҡа тигеҙләп балан ҡатнашмаһы һылағыҙ. Шул рәүешле, ҡатламлап, ҡалған ике ҡоймаҡты ла бер-береһенә ҡаплағыҙ. Ситтәренә крем һылап, май менән ыуылған ҡамыр валсығы һибегеҙ. Торт өҫтөн еләк-емеш, балан менән биҙәгеҙ.

Ҡамыр өсөн:

550 г он, 225 г һыу, 20 г тоҙ, 0,06 г лимон кислотаһы, 200 г маргарин кәрәк.

Крем өсөн: 150 г томалап бешерелгән балан, 150 г башка еләк-емеш, 240 г маргарин кәрәк.

Баллы балан яһау өсөн шыйыҡ йә иһә йылытып эретелгән балға балан тәлгәштәрен манып алығыҙ һәм киптерегеҙ.

 

Баландан бәлеш

Ҡамыр өсөн: 0,5 литр һөт, 150 грамм аҡ май, бер дана йомортҡа, самалап он, бер аш ҡалағы шәкәр, сода, тоҙ. 500 грамм әҙер балан, бер йомортҡа – бәлеш өҫтө өсөн, дүрт аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ манный ярмаһы.
Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Баланды сүптәренән айырып һәйбәтләп йыуырға, әҙерәк һыу һалып, дүрт аш ҡалағы шәкәр һалып утта ҡайнатып алабыҙ. Шунан һыуытып бер ҡалаҡ манный ярмаһы ҡушабыҙ (бәлеш һуты аҡмаһын өсөн).
Ҡамырҙы икегә бүлергә. Бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙың ҙур киҫәген йәйегеҙ һәм майланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөн икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп йәбештереп ҡуйығыҙ. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсенән пар сыҡһын өсөн).
Духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерергә. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртөгөҙ.
Баландан бик тәмле еңел генә бәлеш, балан торты һәм балан кеҫәле
Баландан бик тәмле еңел генә бәлеш, балан торты һәм балан кеҫәле
Автор:
Читайте нас: