-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡорот - ҡиммәтле таш"

-

Ирҙәре халыҡ дошманы итеп иғлан ителгәндән һуң, төрмәгә ултырған ҡатындар ҡамыш йыйырға бара. Уларға юлда бер төркөм ололар һәм балалар осрай һәм таш бәрә башлай. Төрмә һаҡсылары тантана итә, күрәһегеҙме һеҙҙе бында яратмайҙар, тип. Ошо ташҡа абынып йығылған бер ҡатын уны тәмләп ҡайрай. Унан һөт тәме килгәс, таштарҙы йыйып ала ла, казармаға алып ҡайта. Тотҡонлоҡта ҡаҙаҡ ҡатындары ла була, таштарҙың ҡорот икәнен аңлаталар.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ла ҡорот хаҡында мәҡәлдәр бар: "Ҡорот һарҡындыһы тоҡ эсендә ятмай", "Өйрәһенең ҡатығы юҡ, хужаһы ҡорот теләгән", "Кипкән ҡоротоң булһа, ас булмаҫһың" һ.б.

Башҡорт әҙәбиәтендә ҡорот темаһына арналған балалар өсөн ижад ителгән әҫәрҙәр бик күп. Шулар араһында Н. Сәлимовтың, Сәрүәр Ғәләүетдиновтың әҫәрҙәрен билдәләп үтергә мөмкин. Ҡайһы саҡта хужабикәләр ҡорот эшләгәндә үҙҙәре сығарған һамаҡтарҙы ҡабатлай-ҡабатлай ошо эште башҡара.

"Ҡорот - ҡиммәтле таш"
"Ҡорот - ҡиммәтле таш"
Автор:
Читайте нас: