+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ НИСЕК КӨРӘШКӘНДӘР?

Ниндәйҙер аҡыл, белем эҙләп нанотехнологиялар өлкәһен өйрәнәбеҙ, тәрбиә сығанаҡтары итеп кемдәрҙеңдер яңы методикаһын, заманса ҡараштарын алабыҙ. Ә асылда улар барыһы ла халыҡтарҙың йәшәйешендә, тарихта, яҙмаларҙа бар икән. Шуларҙың үҙемә ҡыҙыҡ булғандарын ғына бәйән итмәксемен:

Мәҫәлән, боронғо Спартала ир-егеттәрҙе тәрбиәләүҙең иң ҡырыҫ һәм эффектлы ысулдары ҡулланылған, әммә улар ғоманлы сиктәрҙә булған. Йәштәрҙе иң беренсе сиратта һуғышырға түгел, ә эскелеккә ҡаршы торорға өйрәткәндәр. Эскелеккә ҡаршы тора алған егет кенә һуғышсы дәрәжәһенә күтәрелгән. Тимәк, был халыҡ эскелектең ниндәй көслө дошман икәнлеген яҡшы аңлаған. Шарап һәм башҡа иҫерткес эсемлектәр ҡолдар ризығы тип һаналған. Ҡолдарға көнөнә дүрт шәшке шарап ҡабул итеү мотлаҡ булған. Бындай дозанан ҡолдоң донъяһы түңәрәкләнеп, йәшәйешкә талаптары ла юғалып, ихтыяждары онотолоп ҡалған һәм ул ошо эйфория хәлендә йомош үтәп тик йөрөгән. Ошондай тороштағы меңәрләгән ҡол бер айныҡ хужаның ҡулында булған.
Ун йәшкә тиклемге кескәй спарта малайҙарына йыш ҡына эскелектең эҙемтәләрен күрһәткән спектаклдәр ҡуйылған. Уртаға мул табынлы өҫтәл ултыртылған, унда көршәк-көршәк шараптар ҡуйылған һәм бер нисә ҡол ошо табынға ебәрелгән. Балалар өҫтәл артындағыларҙың иҫереп барыу стадияларын күҙәткәндәр. Ҡолдар самаһыҙ ашап-эсеүгә тотонған. Улар башта күңелләнеп, йырлап-бейеп, бер-береһен ҡосаҡлап-үбеп, маҡтап ташлағандар. Унан тора бара телдәре көрмәлгән, ҡараштары мәғәнәһеҙләнгән, бер-береһенең насар яҡтарын күрә, иҫләй башлағандар. Кемдәрелер һуғыша, кемдәрелер илай, кемдәрелер ҡоҫа икән. Бөтөн был күренеш ситтән ҡарағанда шундай йәмһеҙ һәм түбәнселек булған. Балаларҙың тәрбиәһе менән шөғөлләнеүселәр был тамаша барышында эскән кешенең, иҫеректең ниндәй намыҫһыҙ һәм һатлыҡ булырға мөмкинлеге, уның ниндәй насар эштәргә барып етә алыуы хаҡында мәғлүмәттәр биреп, балаларҙың кисерештәрен тәрәнәйтеп торғандар. Йәғни, утҡа май өҫтәгәндәр. Малайҙар эскеселәрҙе күрә алмаҫ хәлгә етеп, нәфрәтләнеп был табындағыларға серек емештәр бәргән.
Малайҙар үҫә барып, ҡорал күтәрергә хәлдәре етә һәм хәрби уйындарға өйрәтелә башлағас, уларға тағы ла ошондай тамаша күрһәткәндәр. Бер айныҡ һуғышсыға ҡаршы унлап эскән ҡолдо сығарғандар. Иҫеректәр, күмәк булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер ниндәй ҙә йыйнаҡ һәм үҙҙәрен яҡларлыҡ эш ҡыра алмаған. Улар хатта берләшеп ҡаршы тороуға ла бармаған. Һәр береһе үҙен көслө итеп тойоп ҡоралға йәбешкән дә, айныҡ аҡыл менән эш иткәндең ҡулынан һәләк булып ҡалған. Был да үҫмерҙәр өсөн ҙур дәрес булған. Улар шараптың һынылышлы мәлдәрҙә, ауыр ваҡыттарҙа, хәл иткес урындарҙа үҙеңде үҙеңә дошман яһай торған иблис икәнлеген төшөнгән.
Йәш ғаиләләргә, бала үҫтергәндәргә лә шарап тыйылған. Илгә сәләмәт балалар кәрәк булған. Атаһы эскән балаларҙың бер ниндәй перспективаһы ла булмаған. Уның ҡаны ағыулы тип һанағандар. Ниндәйҙер дәүләт эшмәкәрлегенә йәки хәрби етәкселеккә дәғүә иткән кешенең ата-әсәһе ул тыуғанға тиклем, ул тыуған һәм үҫкән саҡта бер тапҡыр ғына булһа ла шарап йотҡанмы йәки йотмағанмы икәнлеге бик ентекле тикшерелгән. Йәштәрҙе өйләндергән саҡта ла ике яҡтан да ҡаршы яҡтарға шымсылар ебәрелеп, был ғаилә ағзалары эсәме-юҡмы икәнлеген аңдығандар. Әгәр бер генә хилафлыҡ тойолғанда ла, берләшеүҙән баш тартҡандар. Теләһә ниндәй ғәйептән дә “эсә” тигән дан ҡурҡынысыраҡ һәм мәсхәрәрәк булған. Шулай итеп, йәш спарталылар йәшел йыландан намыҫтарын ныҡ һаҡлаған. Шарап бары олатай булған ололарға ғына рөхсәт ителгән. Унда ла һыуға ҡушып ҡына. Улар инде балаларын табып, үҫтереп бөтөргәндәр тип һаналған. Гректар һәм Македония халҡы эскелек менән мауыҡҡан персиялыларҙы күрә алмаған һәм күп һуғыштарҙа еңгән дә.
Спарта хаҡында кинолар күп ҡарайбыҙ, әммә уларҙың тәрбиә мәҙәниәтен белмәйбеҙ. Ә асылда был халыҡ эскелеккә, артыҡ ашауға, енси тотанаҡһыҙлыҡҡа, ялғанлыҡҡа, йәғни дөрөҫ булмаған хәбәр һөйләүгә (ғәйбәткә) ҡаршы иң ҡаты көрәшеүселәрҙең береһе булған. Ҡайһы бер дәрестәренән беҙгә бөгөн һабаҡ алырға мөмкин. Яҡшылыҡҡа өндәгәндең зыяны юҡ, һәр хәлдә.

 

ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ НИСЕК КӨРӘШКӘНДӘР?
ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ НИСЕК КӨРӘШКӘНДӘР?
Автор:
Читайте нас: