-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Халҡыбыҙҙа кейеҙ баҫыу эше менән бәйле ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр йәшәй.

Кейеҙ өмәһе барған ерҙә ауырыу кеше йәки имгәнгән мал йөрөргә тейеш түгел. Ауыр ҡайғы кисергән кешенең йортонда кейеҙ баҫмағандар, йәки күптән түгел тол ҡалған ҡатынды кейеҙ өмәһенә саҡырмағандар. Был эштән ауырлы ҡатындар ҙа ситләштерелә. Кейеҙ өмәһен яңы ай тыуғас, ҡояшлы аяҙ көндә үткәреү кәрәк - 

Халҡыбыҙҙа  кейеҙ баҫыу эше менән бәйле ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр йәшәй.
Халҡыбыҙҙа кейеҙ баҫыу эше менән бәйле ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр йәшәй.

Тәбиғи экологик таҙа материалдан эшләнгән кейеҙ кешене дауалау көсөнә лә эйә. Уның дауалау ҡиммәттәрен белергә кәрәк: йөрәк, тире ауырыуҙарын, тын юлдары һәм быуын сирҙәрен кешеләр кейеҙ ярҙамында еңгән. Башҡорт юлға сыҡһа, бер ҡасан да кейеҙен ҡалдырмаған — ергә түшәп ятһа, уға йылан йәки төрлө бөжәк яҡын килмәгәнен белгән. Хатта йыртҡыс хайуандар ҙа кейеҙгә уранып ултырған кешегә теймәй икән. Һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙе тергеҙеү — халҡыбыҙҙың һаулығы һәм тормошо тураһында хәстәрлек ул...

Башҡорттарҙың кейеҙ баҫыу шөғөлө хаҡында тәүге мәғлүмәтте XVIII быуатта И.Г.Георги1 теркәп ҡалдырған. Кейеҙ баҫыу тәртибен дә өйрәнгән ул. Рус ғалимы В.М.Черемшанский2 башҡорт торлағын һүрәтләгәндә “кейеҙ — һарыҡ йөнөнән халыҡ үҙе әҙерләгән биҙәкле урын-ер ябыуы” тип яҙа. С.Руденконың “Башҡорттар” тигән тарихи-этнографик хеҙмәтендә “кейеҙ баҫыу — башҡорт халҡының төп кәсептәренең береһе, улар ҡалын һәм ҙур кейеҙҙәрҙе аттар ярҙамында ла баҫҡан” тигән ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. Әбйәлил районы һабантуйҙарында кейеҙ төргәк-урамаларын атҡа тағып йөрөткәндәрен күрергә тура килде.

__________________________

1 Иоганн Готлиб Георги (1729—1802) — немец ғалимы, сәйәхәтсе, этнограф, Волга буйы, Урта һәм Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Байкал буйына сәйәхәт итеп, «Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей» хеҙмәтен яҙған.

2 Василий Макарович Черемшанский (1821—1869) — рус географы, «Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях» хеҙмәтенең авторы.

Кейеҙ баҫыу башҡорт халҡында ғына таралмаған. Күпләп һарыҡ аҫыраған ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа дала халҡын кейеҙ меңйыллыҡтар буйы йылытыусы, һаҡлаусы, дауалаусы булған. Борондан килгән был кәсеп күсмә йәки ярымкүсмә хәлдә йәшәгән ҡәүемдәргә генә хас күренеш түгел, ултыраҡ тормошта ла кейеҙ баҫыу эше киң урын алған.

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш төбәгендә, айырыуса Миәкә, Ғафури, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында, кейеҙ баҫыу һөнәре һаҡланған. Оло һарыҡ йә тәкә йөнөн нисек ҡулланыу, йәш бәрәс йә кәзә дебетен ҡушыу кеүек үҙенсәлектәре лә онотолмаған. Тирмә тышлау өсөн кейеҙ ниндәйерәк булырға тейеш, аяҡ кейеме тегеү өсөн йәки йәш балаға кейеҙ йүргәк-түшәкте нисегерәк итеп баҫырға кәрәклеген дә белә оҫталар. Кейеҙҙән балаларға туп әүәләгәндәр. Кейәүгә киткән ҡыҙҙың бирнәһендә бер нисә кейеҙе булған. Аҡ, ҡара йәки ҡатнаш йөндән баҫылған йомшаҡ һәм һығылмалы, шыма кейеҙ башҡорт өйөндә затлы йыһаз булып һаналған.

Тирмә кейеҙе (ташкейеҙ, кәҫкейеҙ тип тә әйтәләр) — хужалыҡ итеү өсөн тәғәйенләп, махсус баҫылған кейеҙҙәрҙең береһе. Ғәжәйеп ныҡ, кәҫтәй ҡалын кейеҙ тирмәлә йылыны тота, ел, һыу үткәрмәй, утта янмай. Тирмә диуарын кейеҙҙән ҡорғас, иҙәненә лә бер нисә ҡат кейеҙ түшәгәндә, ул ифрат йылы торлаҡҡа әйләнә. Ҡыҫҡаһы, кейеҙ — йыл әйләнәһенә һәр ерҙә кәрәкле ҡаралты. Урын-ергә, иҙәнгә түшәк булған, тирмә-аласыҡтар, ҡыуышлы арбалар ҙур кейеҙҙәр менән көпләнгән.

Ҡалҡан кейеҙ — бер нисә төр (көҙгө һәм яҙғы) йөндө ҡатлап махсус баҫылған кейеҙ ҡалҡан йәки күкрәксә уҡтан-ҡылыстан ышаныслы һаҡлаған. Еңел дә булған ул, кәрәкһә, түшәк-яҫтыҡ та булып киткән.

Һал кейеҙ — биш-алты иле (10 сантиметр тирәһе) ҡалынлыҡта махсус баҫылған оло кейеҙҙе бер ни тиклем ваҡытҡа баҫма, көймә йәки һал рәүешендә файҙаланырға мөмкин. Яҙғы ташҡында ваҡ малды, ҡаралтыны тейәп йылға аша сығарыу өсөн ҡулай булған, сөнки бешеккән һәм ҡатырылған ҡалын кейеҙ тиҙ генә һыуҙа ла бата һалмай.

Сергетыш — атты һыуыҡтан һәм эйәр ышҡыуынан һаҡлай торған кейеҙ. Ул эйәр аҫтына һалынған, ир-егеттең ырыу тамғаһы һалып биҙәлгән. Һыбайлының ҡайһы яҡ кешеһе икәнен сергеһенә ҡарап белгәндәр.

Аҡ кейеҙ — башҡорт өсөн сафлыҡ, дәрәжәлек, именлек, ҡот һәм байлыҡ билдәһе булып ҡала. Байрам аҡ кейеҙҙәре айырыуса сифатлы булған, бөтә шарты-талабы еткерелеп, аят уҡылып баҫылған. Аҡ кейеҙгә ултыртып ханды күтәргәндәр, алдына түшәп батырҙы ҙурлағандар.

Намаҙлыҡ кейеҙ — ҡаурыйҙай еңел, кимерсәктәй йоҡа итеп аҡ тәкә — ҡусҡар йөнөнән баҫыла.

Кәфенлек кейеҙ — ләхеткә түшәр өсөн махсус баҫылған йоҡа кейеҙ.

Бишек кейеҙ — йәйләүҙә йәш бала тыуғанда тәүге мәлдә ышыҡ-ыныс урын булып торған. Сабыйҙы урар өсөн йәки аҫтына һалына торған кейеҙ йүргәктәр ҙә булған.

Тоҡ кейеҙ — кейем-һалымды һаҡлар өсөн ҡаптар һәм тышлыҡтар тегелгән.

Кейеҙҙән эшләнгән кейем бик ныҡлы — ҡалпаҡ, башлыҡ, көләпәрә кеүек баш кейемдәре һәм ат өҫтөндә йөрөгәндә һалҡын ҡар-ямғырҙан һаҡларлыҡ еңһеҙ көртөй, кейеҙ сарыҡ, кейеҙ ҡата кеүек аяҡ кейемдәре лә тегелгән.

Боҫлама кейеҙ — ауыртҡан-һыҙлаған ергә ябып дауалау өсөн һарыҡтың сайырлы йөнөн йәки кейеҙ киҫәген тотонғандар. Кейеҙҙең осон утта көйҙөрөп, ҡан туҡтатыу өсөн сей яраға япҡандар.

                              Кейеҙ өмәһе — йолаһы оло

Кейеҙ баҫыу еңелдән түгел, ҡатмарлы һәм ауыр эш һанала. Уны яңғыҙ башҡарыу һис тә мөмкин түгел. Шуға ла кейеҙҙе күмәкләп, өмә яһап баҫҡандар. Ҡул-беләге көслө, йөрәге һау, тын юлдары сәләмәт кешеләрҙе саҡырып, ҡулалмаш ысулы менән эшләгәндәр.

Халыҡта кейеҙ баҫыу эше менән бәйле ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр йәшәй. Мәҫәлән, кейеҙ өмәһе барған ерҙә ауырыу кеше йәки имгәнгән мал йөрөргә тейеш түгел. Ауыр ҡайғы кисергән кешенең йортонда кейеҙ баҫмағандар, йәки күптән түгел тол ҡалған ҡатынды кейеҙ өмәһенә саҡырмағандар. Был эштән ауырлы ҡатындар ҙа ситләштерелә. Кейеҙ өмәһен яңы ай тыуғас, ҡояшлы аяҙ көндә үткәреү кәрәк… Шулай уҡ кейеҙ өмәһендә йыр-бейеүҙәр, шаян һүҙҙәр яңғырауы, үҙ-ара яғымлы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл, иғтибарлы булыу мотлаҡ. Кейеҙгә бәйле мәҡәл-әйтем, таҡмаҡ-һамаҡ, ырым-шарт, им-том шулай уҡ өмәләрҙә барлыҡҡа килгән һәм халыҡ теленә ингән.

Махсус кейеҙ таяғы ла алдан әҙерләнә. Оҙонлоғо метр ярым-ике метрлыҡ, диаметры һигеҙ-ун сантиметрлы ағас уҡлау — кейеҙ таяғы кәрәк була. Кейеҙ таяғы ни тиклем тигеҙ һәм тура булһа, шул хәтле “эште үҙе эшләй торған йәтеш ҡорал” бар, тигән һүҙ. Кейеҙ өсөн мотлаҡ көҙгө йөн алына. Яҙғы йөн, йәғни баҡта, күберәк иләү-бәйләүҙә ҡулланыла, түшәк-юрған, арҡыры юрған яҙғы йөндән эшләнә. Түшәк кейеҙе баҫҡанда, йомшаҡ булһын өсөн, аҫлы-өҫлө ике ҡатлам көҙгө йөн араһына ҡабарып торған яҙғы йөндө йәйеп ҡалдырғандар. Юрған өсөн яҙғы йөндө алдан йыуып, тетеп әҙерләһәләр, кейеҙ өсөн алынған көҙгө йөн бөтөнләй йыуылмай. Бары тик сүп-сарҙан ентекләп таҙартылып, яҡшылап тетелә.

Бөгөнгө көндә йөндө тетеү машинаһында теттереп, рулон рәүешендә урап ҡына алып ҡайталар. Бындай ҡоролмалар Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа, Баймаҡ ҡалаһында эшләп тора. Республика кейеҙ баҫыу семинарҙарын үткәргәндә уларҙың ярҙамы бик ҙур булды. Тетелгән йөндө ҙур киндер (синтетик селтәр ҙә ҡулланыла, ә кизе-мамыҡ тауарға йөн йәбешә) туҡымаға тигеҙләп йәйәләр. Түшәүсенең йөндө яҡшы һала белеүе, бармаҡтарының һиҙгерлеге кәрәк. Бер-ике көн алдан түшәп ҡуйырға ла мөмкин, йөн баҫыла тора. Уны уҡлауға урап алып та ҡуялар. Бер йәйелгән йөндө таратыу, туҙҙырыу насарға юрала.

Кейеҙгә төрлө төҫкә манылған йөндән биҙәк һалыу электән киң таралған. Биҙәк өсөн буялған йөндөң күпме, ниндәй төҫтә алыныуы ла алдан билдәләнә һәм айырым әҙерләнә. Ҡара, аҡ, һоро төҫтәге һарыҡ йөнө менән дә биҙәк һалынған, йәки күкһел, һорғолт төҫтәге кәзә мамығы ҡушып йә төрлө төҫтәге йөндө бергә бутап баҫылғанды халыҡ электән “ала кейеҙ, сыбар кейеҙ” тип йөрөтә.

Халыҡ тәбиғи буяуҙар ҡулланған. Боронғо кейеҙҙәргә һалынған биҙәктәр артыҡ сағыу булмаған, оҫталар оҙаҡ уңмай торған ҡуңыр, йәшкелт, һары, ҡыҙғылт төҫтәрҙе хуп күргән. Кесерткән япрағын ҡайнатып йәшел буяу алғандар, урман сәтләүеге ҡабығын ҡайнатып ҡуңыр төҫ табылған, ялан мәге менән ҡына үләне ҡыҙғылт төҫ биргән, һуған ҡабығы төнәтмәһе йөнгә һары буяҡ булып һеңгән.

Буяу кейеҙгә таралып, төҫө сығып тормаһын өсөн, яңы буялған йөндө тәүҙә йылы һыуҙа йыуып, шунан кинәт ныҡ һалҡын һыуға тығалар, шунан аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа сайҡап алалар ҙа еләҫтә генә яҡшылап киптерәләр.

Бөгөн тәбиғи буяуҙар ҡулланылмай тиерлек, ләкин синтетик анилин буяуҙарҙың артыҡ сағыу булыуы халыҡсан зауыҡҡа, төҫ ҡабул итеү самаһына тура килеп бөтмәй. Уның ҡарауы, хәҙер йәнең теләгән төҫтәргә буялған йөндө магазинда һатып алырға мөмкин.

            Кейеҙ биҙәктәре

Башҡорт кейеҙенең биҙәлеше, орнамент техникаһы ябай. Унан хис һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. Иң боронғо ябай ысул — биҙәкте батырып яһау, аппликациялау һәм ситтәренән сигеп сығыу. Аппликацияла һәм сигеүҙәрҙә төп мотивтар — өсмөйөш, дүртмөйөш, киртләсле буй һыҙыҡтар, дүрткелле сылбырҙар, кәкерсәктәр, тәкә мөгөҙөнә оҡшаш ҡусҡар биҙәктәр...

Эскә батырып биҙәгәндә нағышлау йә ҡайыу бер яҡлап ҡына эшләнгән. Буялған йөндө ҡулда әүәләп кәрәкле рәүешкә индереп, йәйелгән йөнгә һалып батыралар. Ябай геометрик фигуралар (өсмөйөш, түңәрәк, ромб) менән бергә “киртмәк”, “баҫҡыс”, “тулҡын” кеүек биҙәк һалыу таралған. Ҡайһы бер кейеҙҙә мосолман дине символы булған ярым ай йәки йондоҙҙар һүрәтләнә.

Ырыу тамғалары ла осрай. Кемгәлер атап-бағышлап баҫылған кейеҙгә уның кәйефен күтәреүсе, рухын арттырыусы махсус тамғалар ҡуйылған. Ошондай йөкмәткеле биҙәктәр араһында “аяҡлы тәгәрмәс”, йәғни “әүернә” менән биҙәү бар. “Әүернә” биҙәге халыҡ араһында төрлөсә атала — “ҡояш”, “донъя тәгәрмәсе”, “тамъян мөһөрө”, “һигеҙ ожмах асҡысы”...

“Әүернә”нән тыш, “ҡусҡар” биҙәге киң таралған. Һарыҡ тәкәһе мөгөҙөн хәтерләткән был биҙәк ҡыпсаҡ, түңгәүер кейеҙҙәрендә осрай. Йыш ҡына хужабикәнең исеме, эшләнгән йылы күрһәтелә.

Кейеҙгә биҙәк һалыу — үҙе бер сәнғәти күренеш. Биҙәктең һүрәтен ҡағыҙға төшөрөү, эскизын алдан уйлау кәрәк. Эре-эре итеп ҡуйылған биҙәктәр менән ваҡ һәм нескә һүрәттәрҙе һалыу бер түгел. Кейеҙ — үҙендәге биҙәкте үҙе күрһәтә йә йәшерә торған ғәжәп бер туҡыма. Ҡайсаҡ оло, ҙур һүрәт тә “күренмәй”. Ҡайсаҡ ваҡ ҡына биҙәктәр ҙә ниндәйҙер мәғәнәне аса. Кейеҙҙе биҙәкләү алымдары бөгөн ныҡ төрләндерелә.

Кейеҙҙе башта саҡ ҡына баҫып алғас, еңелсә йомарланған икенсе төҫтәге йөн киҫәктәрен түшәлгән йөн ҡатламы өҫтөнә бер тәртип менән тигеҙ итеп һалып сығалар. Шунан инде улар тамам иңгәнсе, тамам батҡансы кейеҙ менән ҡуша кәрәгенсә тығыҙланғансы баҫалар.

Түшәлгән йөн өҫтөнә биҙәк һалғас, һүрәте тигеҙ иңһен өсөн, уҡлауҙан йыуаныраҡ оҙон таяҡҡа йөндө ҡоролай ғына урай-урай, тәгәрәтеп алалар. Был эш ойотоу, йәки ҡоролай таяҡҡа урау тип атала. Йәғни биҙәк алдан түшәлгән йөнгә һеңә, нығына, таралып китмәҫкә яҡшы була. хәҙер оҫталар биҙәкте нығытыуҙы фильцевание тигән ысул менән башҡара: ҡәҙимге йыуан ҡул энәһе менән биҙәк йөнөн төп йөн араһына “батырып” сыға.

Таяҡҡа уралған ҡоро йөндө һаҡлыҡ менән генә киренән тағатып, асып ҡарап, биҙәкте тигеҙләгәндән һуң, бер аҙ баҫырылған йөн өҫтөнә йоҡа киндер туҡыма ябалар. Һүрәт ситкә шылып, боҙолоп ҡуймаһын тип, бик иғтибарлы эшләнә. Йөндө ябыу — тантаналы, серле күренеш. “Нисек ябаһың, шулай табаһың”, тигән әйтеме лә бар.

Кейеҙ баҫҡанда ҡайнар һыу булыу мотлаҡ. Туҡыма аша йөн өҫтөнә ҡайнап торған һыуҙы һирпә-һирпә, өс-дүрт кеше бер юлы тотоноп, йөндө таяҡҡа урай башлай. Һыу тигеҙ төшһөн өсөн, уны миндек үтәләй йәки тишекле сүмес аша һибәләр. Баҡсаға һыу һибә торған лейканы ла тотоналар. Тығыҙ итеп ҡымтып тотоп, ныҡ баҫып, тәгәрәтеп йөндө таяҡҡа урайҙар, шул уҡ ваҡытта биҙәк итеп һалынған йөндөң урынынан шылмауына ныҡ иғтибар итәләр. Был бик яуаплы, көсөргәнешле мәл. Таяҡҡа нығытып урап алғас, бөтә таяҡ буйлап сепрәк тышынан йүкә бау менән бер нисә урындан һығып бәйләп сығалар. Эҫе һыу һибә-һибә өс-дүрт мәртәбә тәгәрәтеп баҫҡандан һуң өҫкө ҡат туҡыманы ипләп кенә асып, йөндөң тигеҙлеген, биҙәктең ятышын тикшерәләр. Кейеҙҙе һыуытырға ярамай, оҙаҡҡа һуҙмайынса эште дауам итәләр. Ҡыйыш килеп сыҡмаһын өсөн ҡабат асып, йөндө тигеҙләп, урынын алыштырып һалып, ҡат-ҡат тәгәрәтәләр ҙә тәгәрәтәләр, самалап эҫе һыу өҫтәп һибеп торалар. Туҡмас йәйгәндәге кеүек, кейеҙҙе әле арҡырынан, әле буйҙан таяҡҡа урап тәгәрәтеү оҙаҡ, 20—25 тапҡыр дауам итә.

Күп ҡул көсө менән баҫҡан саҡта ул көстәрҙең тигеҙ төшөүе лә шарт, шуға күрә өмәселәр әленән-әле бер-береһен алмаштыра, йәғни урындарынан күсеп баҫымды тигеҙләй. “Кейеҙ ҡулалмашты ярата”, тигән булалар. Өмәселәр арыһа, бер-ике минутҡа туҡтап ала, был мәлде улар, “кейеҙҙе ял иттерәйек, арыу-талыу уға йоҡмаһын”, тиҙәр. Ғөмүмән, ҡара тиргә төшөп, ҡул-беләктәре, билдәре талып эшләһә лә, кейеҙ баҫыу көр күңел, шатлыҡ менән башҡарыла. Шаян һүҙҙәр, таҡмаҡтар гөрләп тора, һамаҡлап хуплау, кейеҙ баҫылған йөндө маҡтау, яҡшы теләктәр теләү мотлаҡ һанала. Өмә ике-өс сәғәт самаһы дауам итә. Ҡайсаҡ, бер тотонғанда, бер нисә кейеҙ баҫалар. “Кейеҙ баҫам — ни кәрәк?” — “Көҙгө мәс йөн кәрәк!” (Мәс — сайырлы, тигәнде аңлата, йәбешеп-иңеп барһын, йәнәһе.) — “Кейеҙ баҫам — ни кәрәк?” — “Терһәкле ен кәрәк!” (Терһәге-беләге көслө булып, ен шикелле әрһеҙ эшләгән кеше кәрәк, йәнәһе.)

Ниһайәт, йөн тамам иңеп, йәки ултырып бөткәс, оҙон таяҡты ситкә алып, инде кейеҙ хәленә ингән йөндө таяҡһыҙ ғына түмәрләтеп урап, бер нисә ҡат тәгәрәтәләр. Йөндөң бер-береһенә яҡшы иңеүен, йәбешеү-йәбешмәүен, тығыҙ кейеҙләнеп бөтөүен шулай тикшерәләр. Эҫе һыу бүтән һибелмәй. Кейеҙҙе “тынысландырыу” өсөн “Беш-беште тыяйыҡ, таяҡты ҡыуайыҡ, тынды алайыҡ, буйҙы һонайыҡ”, тиешкән булалар. Йәнәһе, йөн эҫе һыуҙан ҡурылып, “таяҡтан ҡурҡып”, һаман иңһә, кейеҙҙең быйма табаны кеүек ҡаты булыуы бар.

Кейеҙҙе ситләү эшенә ныҡ иғтибар ителә, ул йөндөң тигеҙ ятышын күрһәтә. Кейеҙҙең ситтәрен бармаҡ остары менән баҫҡылап, ваҡ-ваҡ түмәрләктәр яһап, йәнә тәгәрәтәләр, ялбырап-таралып торған һәр йөнөн ентекләп йыйып иңдерәләр, кейеҙ күҙ алдында йыйнаҡлана, һәр бер йөнө урынлаша-ултыра бара. Биҙәкте шунда төҙәткеләп була.

Бик мөһим һәм мотлаҡ йәнә бер эш — ике кеше ҡара-ҡаршы тороп, яңы кейеҙҙең мөйөштәренән тота ла ныҡ итеп һелкә-һелкә ҡаҡ таҡтаға ике-өс мәртәбә шапылдатып һуғып ала. Икенсе мөйөштәренән тигеҙләп ҡымтып алып, йәнә көс менән бәреп, ҡаты таҡтаға йә ергә ҡуша һуғалар. Йөн тағы ла бешеләнә, мөйөштәре тигеҙләнеп тартыла.

Яңы баҫылған кейеҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса йыуыу мотлаҡ. Таҙа ағын һыуҙа ипләп кенә сумырып-йөҙҙөрөп алғандан һуң, артыҡ ышҡымай, сайҡатып ҡына йыуыу кәрәк. Болғансыҡ йәки ҡомло һыуҙа йыуыу ярамай, сөнки йөндөң араһына инеп ҡалған ҡом бөртөктәрен кире сығарыу мөмкин түгел.

Йыуғандан һуң кейеҙ тигеҙ кәртәгә эленә. Кейеҙҙе һарҡытып ҡына киптерәләр. Ышыҡ һәм еләҫ урында ул бер аҙнаға яҡын ваҡыт яйлап кибергә тейеш. Был осорҙа уға ҡағылмайҙар, тартҡылау, тотҡолау артыҡ.

Келәндәү тигән мөһим эш тора, кейеҙҙе сирыу, тип тә әйтәләр, йәғни йоҡағыраҡ урындарын келәндәп, йәғни шылдырғылап, ыуалап тигеҙләү ул. “Кейеҙ баҫһаң, нитәһең — һыйпайһың да төртәһең, келән-келән кертәһең”, тип көлөшә оҫталар. Келәндәп сирылған кейеҙҙең ҡалынлығы бер иш була, тимәк, сифаты яҡшыра. Аҙағыраҡ кейеҙҙең ситтәрен ырғаҡлап тегеп, йөн менән нығытып, сигеп-суҡлап та сығалар.

Йөнө туҙырап сығып тормаһын өсөн, кейеҙҙең бешелеген еренә еткереү өсөн бик мөһим бер эш ҡала: өмәнән һуң бер нисә көн үткәс, инде кипкән, сирылған кейеҙҙе йәнә бер ҡат эҫе һыу менән ҡойондороп, тағы таяҡҡа урап, тигеҙ ҡаты урында тәгәрәтеп алыу. Ул кейеҙҙе ҡатырыу тип атала. Халыҡ оҫталары мотлаҡ эшләй торған аҙым. Ҡатырылмаған кейеҙҙең йөнө сыға. “Ярты эше ҡалған — кейеҙе ҡатырылмаған”, тиҙәр.

Кейеҙҙең өҫтөн ҡорама тауар йәки кәзә ҡылын иләп-буяп һуғылған балаҫ менән тышлау уны туҙыуҙан һаҡлай. Тышлы кейеҙ — түшәк, сергетыш, урындыҡ япмаһы һ.б. була ала. Кәзә ҡылынан һуғылған балаҫтар икешәр быуат тотонолһа ла, һис бирешмәй, көйә генә ҡырҡмаһын да еүеш бәҫ баҫмаһын. Кейеҙ энәһе тигән махсус энә менән үтә сәнсмәй генә һырыу, сигеү ҙә кейеҙгә күркәмлек, этник үҙенсәлек, декоратив яңылыҡ өҫтәй. Кейеҙ баҫыусылар өй һайын тиерлек булған, әммә араларында айырыуса оҫталары был һөнәрҙең ифрат сифатлы, ҡабатланмаҫ биҙәкле өлгөләрен ижад иткән.

      Сәрүәр СУРИНА

Автор:
Читайте нас: