+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йома сәйҙәрегеҙ тәмле, донъяларығыҙ йәмле булһын!

Йома сәйенә - ҡоймаҡ. Гөлназ Ишемғолованан рецепт....Мин дә ҡоймаҡ ҡойорға хәтәр яратам. Ошо рецепт буйынса бешерәм гел дә. Шундай тәмле,тишекле генә булып бешә - 

Йома сәйҙәрегеҙ тәмле, донъяларығыҙ йәмле булһын!
Йома сәйҙәрегеҙ тәмле, донъяларығыҙ йәмле булһын!

Бер йомортҡаны ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике сәй ҡалағы шәкәр менән туғырға (миксер менән эшләйем). Шунан ярты литр кефир ҡойоп бутарға. Аҙак бер стакан ҡайнар һыуға (әле генә ҡайнап сыҡҡан) ярты сәй ҡалағы соданы һалам да, кефир өҫтөнә ҡоям. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туғыйым.

Бешереп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Бик тәмле килеп сыға. Өйҙә бәләкәй балалар булһа, "осоп" ҡына торалар.

Автор:
Читайте нас: