+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йоҡлар алдынан үҙе "йомшаҡ", үҙе "файҙалы" мәғлүмәт

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар оҫталары Мендәр байрамы ойошторған.

Йоҡлар алдынан үҙе "йомшаҡ", үҙе "файҙалы" мәғлүмәт
Йоҡлар алдынан үҙе "йомшаҡ", үҙе "файҙалы" мәғлүмәт

     Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар оҫталары "Үҙе йомшаҡ, үҙе файҙалы" тигән Мендәр байрамы ойошторған. Халҡыбыҙҙа мендәрҙе дөрөҫ итеп әҙерләү, ҡулланыу үҙенсәлектәре хаҡындағы һорауҙарға асыҡлыҡ индергән улар.
     "Бәпес тыуғас әҙерләнә торған бәпес мендәре, ҡыҙҙарға бирнә мендәре, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы бәләкәй мендәргә ултыртыу, киленде мендәргә баҫтырыу кеүек күркәм йолалар хаҡында һөйләштек, - ти Бишауыл-Уңғар ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәре Фәһимә Абдрафиҡова. - Ҡаҙ мамығынан эшләнгән мендәр йомшаҡ булһын өсөн ҡошто аҫырау, ашатыу, дөрөҫ йолҡоу тураһында ла фекер алыштыҡ. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре Ғәйшә Искәндәрова, Гүзәл Искәндәрова, Әнүзә Әхмәҙиевалар кисәнең төп ҡунаҡтары булды".
     Ҡыйып баҡҡыһыҙ сағыу мендәрҙәрҙең һәр биҙәге йәйғор нурҙарынан туҡылған тиерһең! Афарин, алтын ҡуллы апайҙар!

     https://vk.com/id368271181

Автор:
Читайте нас: