+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ЙӘШ ҒҮМЕРЕМ ЭСКЕЛЕКТӘ ҮТКӘН ДӘ КИТКӘН

Ғибрәт алғандар булыр. "Йәшел йылан" арҡаһында йәшлеген, һаулығын, бынамын тигән ғаиләһен юғалтҡан элекке эскесенең һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ (Аноним):

-Минән йыш ҡына, эсеүҙе нисек ташланың, тип һорайҙар, - тип һөйләп китте ул. - Был дөрөҫ һорау түгел. "Ни өсөн эсә башланың?" тип һораһалар, дөрөҫөрәк булыр ине. Элек бит байрамдар күп булды: Октябрь байрамы, Яңы йыл, 8 Март, 1 Май, тыуған көндәр, туйҙар, ҡоҙалашыуҙар һ.б. Ҡунаҡлашыуҙар, мәжлес ҡороуҙар йыш үткәрелде. Бындай саралар өсөн һәр өйҙә мискә-мискә бал ҡойолдо. Тәү тапҡыр, 8 класта уҡығанда, 1 Май байрамын билдәләргә урманға сыҡҡанда эсеп ҡараныҡ. Тәмен бер татығас, ҡуйманыҡ. Бынан һуң һәр кемдең тыуған көндәрен билдәләү, армияға оҙатыуҙар ҙа эскеһеҙ үтмәй башланы. Армиянан ҡайтҡас, эске мәжлестәре ғәҙәти күренешкә әйләнде. Утын, бесән алып килһәң дә, һуғым һуйһаң да, бесән сапһаң да, мотлаҡ бал менән һыйларҙар ине. Ә инде кәбән һалғас, уны "йыуып" ҡуймаһаң, ҙур яҙыҡ һаналды. Бер ваҡыт һәр кемдең һөнәри байрамын да билдәләй башланыҡ. Йәштәр күп, араларында кемдәр генә юҡ: шахтерҙар, ауыл хужалығы эшсәндәре, төҙөүселәр, водителдәр, әрмелә моряк, десант, пограничник булып хеҙмәт иткәндәр. Һәр мәжлес шешәнән башлана. Берәүҙәр бер-ике рюмка эсә лә туҡтай, кемгәлер етмәй ҡала. Бына шул һуңғыларына, бер-береһенә шешә аша хөрмәт белдереп, ҡалыпҡа һалынған традицияны боҙмай, эсеүен дауам итеүселәр араһына мин дә инә башланым. Иртәгәһенә күп эсеүҙән сатнап килгән башты йүнәтеү ҙә яйлап ғәҙәткә инеп китте. Эсеп алһаң, донъя тубыҡтан, эшең түгел, ниңә донъяң ҡыйралып ятмай икән. Рәхәт, бер хәсрәтең юҡ. Атым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда, тип йырлау ҙа нәҡ беҙҙең турала ул. Минең өҙлөкһөҙ эсеүем, йәғни "запой"ға китеүем ҡасан башланды һуң? Уйлана башлаһаң, әллә ҡасанғы хәлдәр иҫкә төшә. Мин дә эскесе булып тыумағанмын. Ябай эшселәр ғаиләһендә тәрбиәләндем. Атай менән әсәй көнө-төнө совхоз эшендә булды. Беҙ, балалар, һәр кемебеҙ үҙ ҡарамағында. Кисен, бөтә ғаилә йыйылған арала ғына атай-әсәй үҙҙәренең өгөт-нәсихәтен биреп ҡалырға тырыша. Бигерәк тә уларҙың, кеше әйберенә ҡул һонмағыҙ, төймә урлаған да, дөйә урлаған да берҙәй ғәйепле, тигәне аңға ныҡ һеңеп ҡалған. Хәҙер шуныһы үкендерә, ниңә шунда эске менән мауығыу - бәлә, шешәгә үреләһе булмағыҙ, барлыҡ бәләләрҙең башы шунда, "йәшел йылан" бәхетегеҙҙе, һаулығығыҙҙы ғына түгел, ғүмерегеҙҙе лә алып китер, тип ҡурҡытмағандар икән. Ул саҡта балаларын аяҡҡа баҫтырам тип эштән арынмаған атай-әсәйҙең башына ла инеп сыҡмағындыр инде ҙур өмөт бағлап үҫтергән улдарының киләсәктә башы эскенән сыҡмаҫы.
Ниндәйҙер көнгә тиклем ап-арыу егет инем. Мәктәпте тамамланым, хеҙмәт иттем. Бынамын тигән ҡыҙға өйләндем. Өр-яңы КамАЗ машинаһында эшләнем. Ул ваҡытта бындай машинала йөрөү егеттәрҙең иң кәттәһенә генә эләгә ине. Клубта үткән уйын-кисәләрҙең дә уртаһында булдым. Аҡсаны көрәп эшләнем. Кеҫә ҡалын булғас, дуҫ-иштәр ҙә күбәйеп китте. Үҙем әллә ни эсмәһәм дә, тегеләрҙең маҡтауына бирелепмелер, барыһын да һыйлайым. Иғтибар үҙәгендә фыртауай егет булып йөрөй торғас, яйлап ҡына үҙемдең дә хәмер ҡоллоғона бирелеүемде һиҙмәй ҡалғанмын. Эскән иргә ниндәй ҡатын түҙеп торһон инде - яратып өйләнгән кәләшем дә ташлап ҡайтып китте. Бер көн эшләп, ике көн юғалып йөрөгән кешене эштә лә тоторға теләмәнеләр. Шулай эшһеҙ, аҡсаһыҙ ятам ауылда. Ул ваҡытта ауылдарҙа бензин бысҡыһы бик һирәк кешелә генә бар ине, булғандары ла үҙенән арттырманы. Аҡса күп саҡта мин дә һатып алғайным уны. Кеҫәлә елдәр уйнағанда бик ярап ҡалды шул нәмә. "Дружба"ны йөкмәп алам да, йөрөйөм өй беренсә утын бысып. Эш башлағанда үҙең генә тотонһаң да, утынды бысып бөтөр саҡта эргәңдә йөҙ грамм өмөт иткән әллә күпме "ярҙамсы" йыйылып китә. Ауылдаштарҙан хаҡ һорау уңайһыҙландыра, сөнки эш хаҡын кейем һалым, аҙыҡ-түлекләтә алған кешеләрҙең ниндәй аҡсаһы булһын. Ул ваҡытта минең дә һаҡлыҡ кассаһында ятҡан аҡсаларым янғайны. Әллә нисә йыл йыйған аҡсама ни бары бер литр араҡы алып эстем. Шуға күрә, заманына ҡарап, эшең өсөн араҡылата, спиртлата алыу бер ҙә ғәжәп түгел ине. Исмаһам, алған араҡың сифатлы булһасы, уның да халыҡ телендә "самопал" тип танылғаны. Эскән саҡта шул араҡы яңылыштан ғына түгелеп китһә, иҙәндең буяуы ҡап-ҡара төҫкә инеп китә торғайны. Ә беҙ ул турала уйлап та тормайбыҙ. Етмәй ҡалһа, спирт йә самогон һатыусыларға тағы ла йүгерәбеҙ. Һатыусылары ла, ярамағанмы алкаштарға, типтер инде, спирттарын, самогондарын теләһә ниндәй бысраҡ һауытҡа ҡойоп бирә. Шешә төбөндә ятҡан төрлө бөжәк, бысраҡты алып ташлайбыҙ ҙа, көслө градусҡа микроб сыҙамай ул, тип, сәкәштереп эсеп ебәрәбеҙ...
Ҡалалағы бер әбейҙән йыш ҡына көмөшкә һатып ала торғайныҡ. Бер саҡ сираттағы эскенән һуң, етмәй ҡалғас, шунда йүгерҙек. Барһаҡ, әбей өйҙә юҡ. Өгөтләй торғас, ейәнсәрен көмөшкә һатырға тәки күндерҙек. Ҡасан сығара һала инде, тип көтөп торһаҡ, килеп сыҡты был. "Мәгеҙ, быныһының күпме һалырға самаһын белмәйем, үҙегеҙ генә һиптереп алығыҙ", - тип, "дихлофос" бирә. "Рәхмәт, быныһын һиптереп тормайбыҙ. Шулай булғас, көмөшкәң дә осһоҙораҡ булырға тейеш", - тип, ярты хаҡын ғына бирҙек тә тиҙерәк ҡаса һалдыҡ. Йүнле кеше булһа, дихлофослы көмөшкә эсеп, күптән үлгән булыр ине. Күрәһең, иҫәпкә бар, һанға юҡ меҫкен бәндәләренә Хоҙай үҙе лә ҡул һелтәгән. Шундай теләһә нәмә эскәс, нисек кенә аҡылыңды юймаҫһың да, ауырымаҫһың инде.
Күп эсеп, минең дә күҙгә теләһә нәмә күренеп, илергән саҡтар күп булды. Бер ваҡыт шулай иҫереп өйҙә ятам. Шул саҡ мейестең аҡланған стенаһынан телевизор экранындағылай йәнле һүрәттәр күренә башланы. Шулар араһында үҙемде лә күрәм. Ҙур йөк машинаһында күпер эргәһенән китеп барам. Унда бик күп машиналар йыйылған. Туҡтап, эргәләренә барһам, йәп-йәш матур ғына ҡыҙҙы машина тапаған. Бөтәһе лә миңә ябырылды. Иҫерек башың менән рулгә ултырып, һин үлтергәнһең, тиҙәр. Әле генә килеп туҡтаным бит, минең бер ғәйеп тә юҡ, тиеп ҡарайым, ышанмайҙар. Үҙемде ҡапшап, семеткеләп тә алам, уяумын, йоҡламайым. Ошо һаташыуҙы бер түгел, әллә нисә тапҡыр кинолағылай асыҡ итеп күрҙем. Ғәҙәттә, ҡояш байығас башлана төрлө ғәләмәттәр, күҙгә теләһә нәмәләр күренеү. Элек күрше әбейҙең, кешенең ике яурынында ике фәрештә бар, береһе - яҡшы, икенсеһе яман эштәрҙе яҙып ултыра, тигәненә ышанмай көлә торғайным. Әле мейес стенаһында бына шул фәрештәләрҙе лә күрә башланым. Береһе бик яғымлы һөйләшә, эргәһендә күңелле итеп балалар уйнай, уның эргәһендәге төҫтәр ҙә бик сағыу, матур, ә икенсеһе иһә, һине шул уҡ минутта үлтереп ташларға теләгәндәй, уҫал ҡылана. Эргәһендә ҡап-ҡара төтөн сығып тора, үлгән мал һөйәктәре, эт, бесәй үләкһәләре ята. Ошо уҫалдары килеп сыҡһа, яҡшы фәрештәләр шунда уҡ юҡҡа сыға. Уҫалдар менән аралашыуы ҡурҡыта, ә изгеләренә үҙемдең һорауҙарымды бирәм. Мәрхүм атайым тураһында һорағас, улар мине үҙҙәре менән осороп алып китте. Күрәм, атайым тыныс ҡына йоҡлап ята. Күҙҙәрен асҡас, мине күреп ҡалды ла иҫе китте. "Бында килергә һиңә иртә әле. Бар ҡайт, йөрөмә", тип, мине ҡыуа. Шунда уҡ фажиғәле рәүештә үлеп ҡалған ике кешене лә күрһәттеләр. Улар ниндәйҙер оҙон плащ кейеп алған, йөҙҙәре йәмрәйгән...
Теге донъяла йөрөп килеү миңә ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та була торғайны. Шулай ике донъяла йөрөй торғас, өн менән төштө лә тамам бутап бөттөм. Яңылыш хәбәр һөйләүҙәр йышайҙы. Фәрештәләрҙән күпме йәшәүемде лә һорағайным. Уҫалдары килеп сыға һала ла 44 тип яҙып күрһәтә. Улар китһә, тегеләре, изгеләре килә. Улар эргәһендә матур итеп кейенгән әбейҙәр, күңелле итеп ҡурсаҡ уйнаған бала-саға күренә. Мине йыуаталар, ҡурҡма, тиҙәр һәм 70-те үтәһең, тип ымлайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ, бәлки, ҡыҙғаныстыр ҙа, тилереп ятҡан саҡта мал баҡырған, эт өргән тауыштар ҙа аңлашыла. Себендәрҙең бызылдауы матур көй булып ишетелә. Уларға ҡушылып, һөйләшеп ятҡан саҡтар ҙа булды.
Уҫал фәрештәләр 44-те күрһәткәс, көн һайын үлемемде көттөм дә йөрөнөм. Миңә ул саҡта ни бары 42 генә йәш ине. Барыбер үләм, тинем дә донъяның бөтә араҡыһын эсеп бөтөрөрҙәй булып, туймай эстем дә эстем. 44 йәш тулғас, ике тапҡыр үлемдән ҡалдым. Береһендә, һаташып, әсәйемә барғанмын. Өйҙә әсәйемдән башҡа бер кем дә булмаһа ла, бөтә балаларыңды ла йыйғанһың, мине генә ситләткәнһең, яратмайһың мине, тип үпкәләгәнмен. Ябығып, ҡаҡ һөйәккә ҡалған улының күҙенә юҡ нәмә күренеүенән ҡурҡҡан әсәйем фельдшер саҡыртҡан. Ошо ятыуҙан 10 көн тора алмай яттым. 7 көн йоҡлай алманым, күҙҙе йомоуоң була, теләһә нәмә күренә, күптән мәрхүм булған кешеләр килә, һаташтыра башлай. Бер нәмә ашамайым, һыу эсәм дә ҡоҫам. Аллаға шөкөр, уҫал фәрештәләрҙең юрағаны юш килмәне. Хоҙай үлемдән һаҡланы. Шунан алып, Аллаһы Тәғәләнең барлығына тамам ышандым. Йүнәлгәс, бер ай иҫемә килә алмай, тамсы ла эсмәй йөрөнөм. Тик ай үтеү менән онотолдо барыһы ла. Элекке тормош яңынан башланды...
Һыуыҡ ҡышҡы көндә урам буйлап китеп барам. Эске килә, тик кеҫәлә һуҡыр тин дә юҡ. Күрәм, Сәлимә әбейҙең Силәбелә йәшәгән кейәүе машинаһы эргәһендә соҡсона. Еҙнә, тигән булып, киттем эргәһенә ҡылын тартҡыларға.
- Исмаһам, бер еҙнәлегеңде күрһәт, төҙәт ҡәйнешеңдең башын, - тием. Һөйләшкеһе килмәй тегенең.
- Мин ҡунаҡҡа килгәнмен, үҙең һыйла, - ти. Кемдәндер Силәбелә эскелектән дауалаған әбей барлығын ишетеп ҡалғайным, шуны иҫкә төшөрөп:
- Улай булғас, ултыртып алып ҡайт, әбейгә барып дауаланам, - тим. Үҙем эстән генә, мине барыбер бер ниндәй гипноз да, кодировка ла алмай, ултыртып алып ҡайтыуын ҡайтһа, унда йәшәгән ағай-эне буш ҡалдырмаҫ әле, тип уйлайым. Еҙнә кеше, бер-ике сәғәттән кил, тигәс, тиҙ генә ҡайтып, әсәйҙе күндерҙем.
- Әйҙә, йыйын, киттек Силәбегә, эскелектән дауаланам, - тигәс, әсәй ауырыҡһынып торһа ла, ҡыуанып, тиҙ генә йыйына башланы. Дауаланырға мин һеҙгә алкашмы әллә, теләһәм, былай ҙа эсмәйем, тип ҡаршылашҡан улының кире уйлап ҡуйыуынан ҡурҡҡандыр инде. Шулай итеп, дауаланам тигән һылтау менән Силәбегә баш төҙәтергә сығып киттек. Юлда әсәйҙе төрлөсә өгөтләп, бер шешә һыра алдырайым тиһәм, еҙнә туҡтамай. Саҡ түҙҙем 4-5 сәғәтте. Шулай ҙа барып еткәс, күстәнәсһеҙ уңайһыҙ, тип, барыбер ҙә бер сикүшкә алыуға күндерҙем. Силәбеләге ағай-эне етеш йәшәй. Үҙҙәренсә, туғандарына хөрмәт күрһәтәбеҙ, тип уйлайҙарҙыр инде, әле береһе, әле икенсеһе табын әҙерләп, саҡырып ала. Миңә артыҡ һый-ниғмәт кәрәкмәй, эсергә булһа, еткән.
Шулай бер тәүлек ҡыл да ҡыбырлатмай ғына һыйландым. Шәмбе килгәйнек, дүшәмбе әбейгә барырға кәрәк. Әсәйҙе ышандырып алып килһәм дә, дауаланырға бер ҙә барғы килмәй, төрлө хәйлә уйлап ҡарайым. Бәхеттән әбей гриптан ауырып, беҙҙе ҡабул итмәне. Тик ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы, апайым икенсеһен тапҡан. Эскеселәр күп, уларҙан да бигерәк дауалаусылары күп икән, тип, теләр-теләмәҫ кенә киттем әбейгә. Ҡытай ысулы менән эскегә ҡарамаҫлыҡ итеп сығарҙылар. Электричка менән ҡайтырға юлландыҡ. Тамбурға тәмәке тартырға сыҡтым. Тышта ябалаҡлап ҡар яуа, һауа саф, тирә-яҡ матур. Күңелдә шундай еңеллек, баш та ауырымай, эске лә килмәй. Шул саҡ, эскелек менән үткән бөтә тормошомдо, күңелдәге бөтә бысраҡты аҡ ҡар менән күмеп ташлағы килде. Был 2004 йылдың март айы ине. 10 ай үткәс, тәмәкене лә ташлап, бөтөнләй сәләмәт тормошҡа күстем.
Бөгөн бигерәк тә эскән йәштәрҙе күреп, үҙәк өҙөлә. Бер көн килеп, минең кеүек айнып китерҙәр ҙә ул, тик бушҡа уҙған ғүмерҙәрен генә кире ҡайтара алмаҫтар. Эскелектән ҡотолоу кәрәклеген үҙе аңламайынса, унан тамам ваз кисмәйенсә, бер кемде лә был һаҙлыҡтан көсләп тартып сығарып булмай. Әбейҙәргә йөрөтһәләр ҙә, код менән дауалаһалар ҙа, көсләп астырған күҙҙең яҡтыһы күпкә етмәйәсәк. Иҫерек егеттәргә үҙемдең баштан үткәндәрҙе һөйләп, аҡылға килтерергә тырышам. Эйе, минән көлөүселәр ҙә бар, нимә, хәҙер кеше булдыңмы, тиҙәр. Эйе, Аллаға шөкөр, кеше булдым. Һуңлап булһа ла тәүбәгә килеп, кешеләрсә йәшәй башланым. Өй һалдым, техника алдым. Тик ғүмер үткән дә киткән. Бик үкендәрә лә бит, кирегә генә юл юҡ.

ЙӘШ ҒҮМЕРЕМ ЭСКЕЛЕКТӘ ҮТКӘН ДӘ КИТКӘН
ЙӘШ ҒҮМЕРЕМ ЭСКЕЛЕКТӘ ҮТКӘН ДӘ КИТКӘН
Автор:
Читайте нас: