+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Оҙаҡ йәшәйем, йәш булайым, тиһәң...

Ябай, әммә бик файҙалы эсемлек  

Оҙаҡ йәшәйем, йәш булайым, тиһәң...
Оҙаҡ йәшәйем, йәш булайым, тиһәң...

Һиндостандың Organik Facts  дөрөҫ туҡланыу тураһындағы сайты хәбәр итеүенсә, һүҙ КАКАО тураһында бара. Әммө эсемлек натураль һәм шәкәрһеҙ булһа ғына уның файҙаһы тураһында һүҙ йөрөтөү урынлы. 

     Ҡан баҫымы

     Ғалимдәр составында какао-порошок булған ризыҡтарҙы ҡулланыу ҡан баҫымын төшөрөргә булышлыҡ итә, ти. Метаанализ да түбәндәгене күрһәткән - какао нигеҙендәге ризыҡтар ашау һөҙөмтәһендә систолик һәм диастолик артериаль ҡан баҫымында ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Был ыңғай үҙгәрештәр какао составындағы антиоксиданттар менән аңлатыла. Улар үҙ сиратында азот оксиды бүленеп сығыуын әүҙемләштерә. Азот оксиды иһә ҡан тамырҙарына ыңғай тәьҫир итә, тиелә Американың клиник туҡланыу журналында баҫылып сыҡҡан тикшеренеүҙә.

     Йөрәк, тромбтар һәм оҙон ғүмерлелек

     Какаолағы антиоксиданттар организмдағы ирекле радикалдарҙы нейтралләштерергә һәләтле. Продукт составындағы цинк әсеү (тиҙ ҡартайыуҙың төп сәбәбе) процессынан һаҡлай. Тимәк, какаоның  ғүмерҙе  оҙайтыуҙа ла  роле ҙур.      

     Какао-порошок антиоксидант үҙлегенә эйә флавоноидтарға ла бай. Ул тромбтар барлыҡҡа килеүҙән, инсульт йә йөрәк ауырыуҙарынан һаҡланыуҙа булышлыҡ итә ала.

   Был ябай һәм файҙалы эсемлек тромбтарҙан да һаҡлай. Ғөмүмән, какао эсемлеге организмға комплекслы тәьҫир итә.

    

        Сығанаҡ: profile.ru

Автор:
Читайте нас: