Хәйерле төн, татлы төштәр һеҙгә! Йоҡоғоҙ яҡшы, сәләмәтлегегеҙ ныҡлы булһын! Бының өсөн түбәндәге ете ҡағиҙәне белеү ҙә етә.
- Дөрөҫ туҡланығыҙ. Киске ашта составында мелатонин булған ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ. Мелатонин йоҡо “килтерә”. Ул айырыуса бананда, сәтләүектә күп. Бер стакан йылы һөткә бер бағалаҡ бал болғап эсеү ҙә файҙалы.
- Бер үк мәлдә йоҡларға ятырға һәм торорға тырышығыҙ. Йоҡо алдынан әкрен генә урамда йөрөп килеүҙе ғәҙәткә индерегеҙ, талғын күнекмәләр эшләгеҙ.
- Йоҡо бүлмәһе таҙа, тәртиптә булһын. Ятыр алдынан бүлмәгеҙҙе елләтеп алығыҙ.
- Йоҡо алдынан көн дауамында башҡарып өлгөрмәгән эштәрегеҙҙе, насар хәлдәрҙе барламағыҙ. Был кәйефегеҙҙе төшөрөп, йоҡоғоҙҙо осороуы ихтимал.
- Йоҡлар алдынан спиртлы эсемлек эсеү ҡәтғи рәүештә тыйыла. "Алкоголь йоҡларға ярҙам итә" тигән фекер – төптө хата. Артығын эсеп йоҡоға киткән кешенең бауыры, бөйөрҙәре ҙур көсөргәнештә эшләп, организмға зыян ғына килтерә.
- Йоҡоһоҙлоҡтан интекһәгеҙ, таблетка эсергә ашыҡмағыҙ. Ябай ғына тынысландырыусы үлән сәйе эсеп ҡарағыҙ.
- Йоҡларға әҙерләнеүҙе матур ғәҙәткә әйләндерегеҙ: бит-йөҙөгөҙҙө, аяғығыҙҙы йылымыс һыу менән йыуығыҙ, тештәрегеҙҙе таҙартығыҙ. Матур уйҙар, иртәгәгә яҡшы ниәттәр менән йоҡларға ятһағыҙ, көр кәйеф, яңы дәрт менән уянырһығыҙ.