-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ауырығың килмәһә, башҡорт милли ризыҡтары менән туҡлан.

Ҡорот борон-борондан һалҡын алдырғанда - 

Ауырығың килмәһә, башҡорт милли ризыҡтары менән туҡлан.
Ауырығың килмәһә, башҡорт милли ризыҡтары менән туҡлан.

     Ҡорот борон-борондан һалҡын алдырғанда тирләү, организмдан ҡайһы бер гельминттарҙы сығарыу, эс китеүен туҡтатыу, аппетитты көсәйтеү, күңел уйнауын баҫыу өсөн, шулай уҡ йылан саҡҡанда һәм ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда ҡулланыла. Шулай уҡ йөрәк ауыртыуын баҫа һәм күкрәктәге ауыр тойғоно еңеләйтә. Ҡорот һыуы (эркет) өҫтөнә ултырған үңәҙ яраларҙы һәм эренле шештәрҙе дауалағанда файҙаланылған.

     Ҡорот шулай эшләнә: айыртылған һөттө ҡайнатып, ҙур ағас тәпәнгә йыйып, ҡатыҡ итеп әсетелә. Һуңынан ҡайнатылып, һыуы һарҡытыла, эремсек кеүек масса һығып алына һәм паста рәүешле масса килеп сыға (йәш ҡорот). Уны оҙағыраҡ һаҡлау өсөн бер аҙ тоҙлап, 7-10 сантиметр диаметрында шарҙар әүәләп, күләгәле урында киптерәләр, ҡайһы бер осраҡта ыҫлайҙар. Кипкән ҡоротто бик оҙаҡ һаҡларға була. Кәрәк ваҡытта уны бысаҡ менән ҡырып, ҡайнар һыуға болғап ҡулланалар. Аҡ май ҡушып ебәргәндә, ул майлы һурпа тәмен бирә. Хатта ике йыл һаҡланған ҡоротта ла С витамины бар. Айырым махсус һауыт талап ителмәгән оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеге, ризыҡ булараҡ тулы ҡиммәтлелеге, дауалау сифаттары ҡоротто оҙайлы сәфәр һәм экспедициялар ваҡытында алыштырғыһыҙ итә.
     Һары майҙы эс ҡатыуын йомшартыусы, гельминттарға ҡаршы сара булараҡ һәм һауа йыйылыуҙан эс ауыртҡанда ҡулланғандар. Сирле бер тында бер йәки ярты стакан иретелгән майҙы эсергә тейеш булған. Әлбиттә, бындай күләмдә ҡулланыу ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, киҫкен аппендицит), йомшартыу тәьҫире һөҙөмтәһендә сәләмәтлекте насарайтыуға ла килтергән.
     Һөт һалҡын алдырғанда, үҙәк көйгәндә, аҙыҡ-түлек менән ағыуланғанда яҡшы сара. Яңы ғына һауылған һөт үпкә туберкулезы һәм башҡа үпкә сирҙәрендә, аҙ ҡанлылыҡ ваҡытында, ябығырға кәрәккәндә һәм организмды дөйөм нығытыусы булараҡ ҡулланылған. Бала имеҙеүсе ҡатындарҙың һөтө менән күҙҙәр янғанда, конъюнктивит ваҡытында күҙҙе йыуып, сылатҡыстар эшләп дауалағандар.
     Башҡорттарҙа шулай уҡ йылҡы, һарыҡ, ҡаҙҙың иретелгән эс майы менән дауалау билдәле. Уларҙы һалҡын алдырғанда ыуыныу, еңеләйтеүсе сара итеп файҙаланғандар. Шулай уҡ халыҡ медицинаһында бурһыҡ, айыу майы һәм ите (бигерәк тә туберкулездан дауаланғанда) ҡулланылған. Күгәрсен итен быума йүтәл (коклюш) ваҡытында ашатҡандар. Баш ауыртҡанда яңы ғына һуйылған тауыҡтың эс майын һалғандар.

     Башҡорт балы элек-электән үҙенең дауалау сифаттары менән данлана. Йүкә урмандарының, төрлө сәскәгә бай яландарҙың һәм далаларҙың күплеге башҡорт балына айырым үҙенсәлек бирә. Бөрйән районының ҡуйы урмандарында әлегә тиклем солоҡсолоҡ һаҡлана. Дауалауҙа башҡорт балын ҡулланыу хәҙер инде тәбиғигә әүерелеп, апитерапия ысулдары киңерәк тарала бара. Башҡорт халыҡ медицинаһында бал тирләтеүсе сара булараҡ файҙаланыла - уның менән тәнде ыуалар, күкрәккә компресс эшләйҙәр. Һимереү менән яфалағанда иртән ас ҡарынға ярты стакан ҡайнатып һыуытылған һыуға бер ҡалаҡ бал болғап эсергә һәм ике сәғәт дауамында ашамаҫҡа кәрәк. Кискеһен шулай уҡ йоҡларҙан ике сәғәт алда ас ҡарынға 1 ҡалаҡ иретелгән бал ашарға. Бындай дауа бер нисә көн дауам итә.

       Башҡорттарҙа иттән йылҡы, һарыҡ, йорт ҡошо итенә өҫтөнлөк бирелгән. Йылҡы итен ашаһаң, бигерәк тә майлыһын, кешелә һыуыҡҡа тотороҡлолоҡ барлыҡҡа ки-лә, тип иҫәпләгәндәр. Хәҙерге ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йылҡы ите, башҡа иттәр менән сағыштырғанда, май-кислота составының баланста булыуы менән айырыла. Унда байытылмаған май кислоталары төркөмө (полиненасыщенные жирные кислоты) бар, шуға күрә йылҡы майы еңел үҙләштерелә, йылы һәм энергияны күберәк бүлеп сығара, тимәк, кеше бик өшөмәй.

     Башҡорттар ҡырағай үҫемлектәрҙе консервалап һаҡлаған. Ер еләгенән, ҡарағаттан, баландан, ҡайын еләгенән ҡаҡ ҡойғандар. Бының өсөн еләктәрҙе бутҡа кеүек итеп төйөп, май һөртөлгән таҡтаға йәйгәндәр. Кипкәндән һуң ҡаҡты торба рәүешендә төргәндәр. Ул оҙаҡ һаҡлана, витаминдарға бай. Ҡайһы бер еләктәрҙе (ҡыҙыл көртмәле, сейә, көртмәле, бөрлөгән һ.б.) һары майға болғап һаҡлағандар. Муйылды, сейәне һ.б. еләктәрҙе киптергәндәр.

     Азамат РӘХИМҠОЛОВ,
     медицина фәндәре кандидаты, БДМУ доценты.

     

Автор:
Читайте нас