

Насар кәйефтән ҡотолоу өсөн иртән 20 гр ҡара шоколад ашарға була, тиҙәр. Тик ас ҡарынға татлы ризыҡ ашау дөрөҫ түгел. Ул ашҡаҙан аҫты биҙен әүҙемләштерәсәк, үҙ сиратында ул күп итеп инсулин бүлеп сығарасаҡ. Етмәһә тәм-том аппетитты аса, 40 минут тирәһенән һуң ныҡ итеп асыҡтыра. Ҡанда шәкәр кәмегәс, арыу һәм апатия барлыҡҡа килә. Шуға көндө дөрөҫ башлағыҙ – һыуҙа бешкән һоло бутҡаһы, көрпәле икмәк ашағыҙ. Киви, әфлисун, алма һәм башҡа татлы емештәр үҙәкте көйҙөрә. Емеш-еләкте иртәнге аштан һуң ашарға була. Был яңы һығылған һуттарға ла ҡағыла.