+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ИМ БЕЛГӘН – ИМГӘНМӘҪ

Сабыйҙы күҙ тейеүҙән ҡурсыу - үҙе бер ҙур ырым.

ИМ БЕЛГӘН – ИМГӘНМӘҪ
ИМ БЕЛГӘН – ИМГӘНМӘҪ

      Элек сабый аяҡҡа баҫып, атлап киткәнгә тиклем оло ҡатындар - оләсәйҙәр, инәйҙәр, имсе әбей-һәбей ҡурсыуында булған. Сабыйҙы ныҡ һаҡлап, ҡарап ҡына торғандар. Бер ҙә юҡтан булмағандыр инде бындай мөнәсәбәт уларға, сабый ыуыҙ ғына бит инде ул, уны ҡырҡ төрлө хәүеф һағалай, тип ышанғандар. Мәҫәлән, тыуғас та уға йүргәк исеме ҡушып торола, аҙаҡ, ҡырҡ көн тулмаҫ борон уҡ мулла саҡырып, насип исемен ҡушҡандар. Ҡырҡ көнгә тиклем өйҙә сабыйҙың яңғыҙын ғына ҡалдырып сығып китеү тыйылған: ен алыштыра, тип ҡурҡҡандар. Биләүенә бысаҡ йә ҡайсы һалынған. Сабыйҙы күҙ тейеүҙән ҡурсыу - үҙе бер ҙур ырым. Ғөмүмән, ырым-йола белгән йүнле кеше сабыйға бер һирпелеп ҡарауҙан да тартынырға тейеш тә бит, быны хәҙер күптәр белмәй шул, үкенескә күрә...

     Беҙ бала саҡта әсәй-оләсәйҙәрҙән күреп-белеп, отоп ҡалған йолаларҙы йәштәргә өйрәтергә бурыслыбыҙ, тип уйлайым. Бала тәрбиәләү, донъя көтөү буйынса башҡа төр йолаларҙы ла иҫкә төшөрөп, барлап сығырға кәрәк. Ҡурсаулы, яҡлаулы булһындар, сәләмәт, татыу йәшәһендәр, тип теләһәк, йәштәрҙе быға өйрәтергә кәрәк. Беҙҙән башҡа быны кем эшләр?

                  Фәриҙә ИШБИРҘИНА яҙып алды

Автор:
Читайте нас: