+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәт булығыҙ, дуҫтар

Кешенең холҡона бәйле барлыҡҡа килгән ауырыуҙар тураһында -

ОПТИМИСТ БУЛҺАҢ АУЫРЫУҒА БИРЕШМӘҪҺЕҢ

Сит ил ғалимдары төрлө ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр үткәрергә маһирҙар инде ул. Шаян, оптимист кешеләр оҙағыраҡ йәшәй һәм һирәк ауырый, тип тә дәлилләгәндәре бар. Хатта Питер Брюггер етәкселегендәге бер төркөм Швейцария ғалимдары был мәсьәләне тәрәндән өйрәнеү өсөн тағы ла тәжрибәләр үткәргән һәм кешенең уй-фекере һаулығына тәрән йоғонто яһауын асыҡлаған.

Бының өсөн улар үҙ ирке менән экспериментта ҡатнашырға теләк белдереүсе оптимист һәм пессимистарға грипп ауырыуына ҡаршы прививка яһағандар. Өс айҙан һуң мыжыҡтарҙың 70 проценты грипп менән ауырып киткән. Оптимистар араһынан ауырыусылар һаны 30 процентҡа ла тулмаған. Ошо һөҙөмтәләрҙән сығып, ғалимдар кешеләргә йышыраҡ йылмайырға, күтәренке кәйеф менән йөрөргә, тик яҡшы нәмәләр тураһында ғына уйларға кәңәш итә. Донъяға йылмайып бағыуҙан тыш, күңелдә үпкә һаҡлап йөрөүҙән дә тыйылырға кәрәк икән. Сөнки йылдар буйы йә яҙмыш ауырлыҡтарына зарланып, йә ваҡытында ярҙам итмәгән дуҫтарына, күршеләргә үпкәләп, асыуланып йәшәгән кешенең һаулығы тиҙ ҡаҡшай. Үҙен эстән "ашаған" кешеләр ауырыуға һабышып, тормоштоң йәмен тапмай башлай. Уларҙың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй ҙә, юлдарында үҙҙәре кеүектәр осрап, кәйефтәрен боҙоп тора. Үпкәселдәрҙең насар энергияһы шундай уҡ яман уйлы кешеләрҙе үҙенә тарта. Нисек тормошто яйға һалырға, донъяла яҡшы кешеләр барлығына нисек кире ышанырға? Был һорауҙарға белгестәрҙең яуабы бер - үҙегеҙҙе ғәфү итегеҙ һәм береһенә лә үсекмәгеҙ. Һәр иртәне йылмайып ҡаршылау, изге ғәмәлдәр ҡылыу һәм башҡалар тураһында тик ыңғай фекерҙә булыу талап ителә. Тикшеренеүҙәр үткәргән белгестәр әйтеүенсә, тормошҡа ҡыуанып, позитив фекер йөрөтә башлаған кешеләр артабан уңышҡа өлгәшә. Яҡшылыҡ тураһында ғына уйлағандар күңел тыныслығына ирешә һәм һис ауырымай.
Әйткәндәй, сәләмәт булыу өсөн һөйләгән һүҙеңә лә иғтибар итергә кәрәк икән. Ә беҙ йыш ҡына шаяртып әйткән һүҙҙең мәғәнәһен уйлап тормайбыҙ, туҙға яҙмағанды һөйләп ҡуябыҙ. Уйнап ҡына әйткән һүҙҙең дә тәьҫир көсө ҙур була. Шуға күрә, "күргем килмәй", "һине бер ҡасан да ишетмәһәм ине" тигән кеүек һүҙҙәр ҡулланмағыҙ. Был фразалар кешенең мейеһенә сигнал бирә, организм уны бойороҡ итеп ҡабул итә. Белгестәр хатта тормошта ошондай осраҡтар булыуын конкрет миҫалдар менән дәлилләй. Мәҫәлән, аш-һыуға оҫта хужабикәләр әҙерләгән мул табын артында: "Ашҡаҙаным ауыртыр инде", - тип әйтәбеҙ ти. Тәү ҡарамаҡҡа, хужабикә күпме ҡыҫтаһа ла бындағы бөтә тәмлекәстәрҙе тәмләп ҡарап өлгөрөп булмаҫ ул, тигән фекерҙе еткерергә теләйһегеҙ. Әммә уйлап ҡараһаң, һеҙ ашҡаҙанығыҙ ауыртасағы тураһында һөйләйһегеҙ бит. Ошо һүҙҙәрҙе йыш ҡулланһағыҙ ысынлап та сырхап китеүегеҙ бар.
Кеше ныҡ ҡурҡҡан саҡта "Йөрәгем ярыла яҙҙы", "Үлә яҙҙым" тип һөйләшә. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе ҡурҡыу тойғоһон аңлатыуҙан ғына тормай. Кеше ныҡ ҡурҡҡан сағында йөрәге туҡтап үлеп китеүе мөмкин булыуы тураһында әйтә лә баһа. Шуға күрә, һәр һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ. "Бер икмәктә ултырабыҙ", "аҡылдан яҙып барам", "алҡымға тығыла", "үлерлек хәл" тигәнгә оҡшаш мәғәнәһен төрлөсә аңларға булған һүҙҙәр ҡулланмағыҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙең һаулыҡты ғына түгел, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеге тураһында ла уйлағыҙ. Көйгән саҡта ауыр һүҙҙәр әйтеп күңелдәрен рәнйетеүҙән, ул һүҙҙәрҙең тормошҡа ашып ҡуйыуынан ҡурҡығыҙ. Сөнки ни тиклем күп ирешәһең, насар һүҙҙәр һөйләйһең, шул тиклем нығыраҡ ауырыуға һабышаһың. Бындай осраҡта кеше бик ҡаты сирләй.
Табиптар ауырыуҙар кешенең характерына һәм йәшәү рәүешенә бәйле, тип иҫәпләй. Мөһим һайлау алдында торғанда дөрөҫ ҡарар ҡабул итмәнем, һөнәр һайлай белмәнем, хыялым тормошҡа ашманы тип үртәлгән кешеләр аяҡтарға бәйле сирҙәргә бирешә. Күҙ ауырыуҙарына үҙе менән ҡәнәғәт булмаған, тормошона зарланған, бар нәмәгә негатив ҡараған һәм киләсәге өсөн ҡайғырған кешеләр дусар ителә. Үҙ көсөнә ышанмаған һәм үҙгәрештәрҙән ҡурҡыусыларҙың тын юлдары, күҙҙәре, ҡолаҡтары сирләй. Гастрит - тынғыһыҙ, үҙ көсөнә ышанмаған, күп борсолған, юҡ-бар өсөн йоҡоһонан яҙған кешеләрҙең ауырыуы. Шулай уҡ ундай холоҡлоларҙың тән ағзаларын көҙән йыйырып яфалай. Уҫал, агрессив, яндырайҙар ҡурылдай астмаһы менән сирләй. Дан һөйөүсе, һәр ерҙә беренселәр рәтендә булырға ынтылыусы, уңышһыҙлыҡҡа тарыуын ауыр кисереүсе кешеләр йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешеүсән. Әйткәндәй, Колумбия университеты ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәрҙә йөрәк сирҙәре ярһыу, асыуланырға күп һорап тормаған кешеләргә хас булыуы асыҡланған. Әгәр ҙә өҫтәүенә хисле, үткер телле лә булһа, ашҡаҙан һәм бөйән язваһын эләктереүе мөмкин. Үпкәләрен онота алмаған уҫалдар бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарынан яфалана. Табиптар яндырай, ныҡыш, тиҫкәре әҙәмдәрҙе "гипертоник характер" тип йөрөтә. Сөнки улар тап ҡан баҫымы күтәрелеүҙән ыҙа сигә. Башҡаларҙың фекерен ҡабул итә белмәгән һәм хаталаныуҙарын түҙеп тора алмаған кешеләрҙе баш өйәнәге тота. Бынан тыш, ундайҙар дәғүәсел, үпкәсел була. Шуға күрә, борсолоу һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү өсөн сәбәптәр табылып ҡына тора. Һүҙгә әүәҫ, тиҙ тәьҫирләнеүсән, кәйефтәре ярты сәғәт һайын үҙгәргән кешеләр ҡанында шәкәр күбәйеүенән яфалана.
Кешенең холҡона бәйле барлыҡҡа килгән ауырыуҙар тураһында бик күп яҙырға була. Йүнәлергә теләүселәр, әлбиттә, тәү сиратта эште үҙенең холҡон үҙгәртеүҙән башлар. Билдәле булыуынса, бәхетле кешеләр һау-сәләмәт. Шундай кешене үҙегеҙҙең урынға ҡуйып ҡарағыҙ: ул ошо осраҡта нимә уйлар, нимә кисерер ине? Бындай уйҙарҙан һуң күңел торошоғоҙ яҡшырып китер, хатта киләсәккә ҡарата өмөт уяныуы ихтимал. Ғөмүмән, һеҙҙе үпкәләткән кешеләрҙе онотоғоҙ һәм яратҡан, ярҙам итергә әҙер яҡындарығыҙ тураһында уйлап йөрөргә ғәҙәтләнегеҙ. Алтылағы - алтмышта, тиһәләр ҙә, тырышҡанда холоҡто үҙгәртеп була. Ауыр уйҙарҙан арынып, оптимистҡа әүерелеү өсөн уңышһыҙлыҡ, кемгәлер ҡарата үпкәләр йыйылған "тоҡто" ташларға кәрәк. Психологтар бик ҡыҙыҡлы алым тәҡдим итә. Уның асылы шунан ғибәрәт: берәй насар иҫтәлек иҫегеҙгә төшһә, эске монологты ҡапыл туҡтатып иғтибарҙы икенсегә йүнәлтегеҙ. Мәҫәлән, телевизор ҡабыҙырға, йыр-моң тыңлай башларға, урамдан үтеп барған кешегә ҡарарға мөмкин. Көнөнә нисә тапҡыр ауыр уйҙарға бирелеп, күңелһеҙләнеп алыуығыҙҙы иҫәпләр өсөн ҡағыҙға билдә ҡуйырға онотмағыҙ. Кискеһен ошо билдәләрҙе һанап, артабан күңелһеҙ тойғоларҙы әҙәйтергә тырышығыҙ. Психологтар әйтеүенсә, кеше бер ай эсендә яңыса фекерләргә өйрәнә. Утыҙ көндә тормошо үҙгәреп, һаулығы яҡшырып киткән кешеләр бар. Бөтә түҙемлекте туплап, яҡты уйҙар менән йәшәй башлау ғына шарт.

Сәләмәт булығыҙ, дуҫтар
Сәләмәт булығыҙ, дуҫтар
Автор:
Читайте нас: