Көмөш. Ҡысынма, оҙаҡ бөтәшмәй торған яра, йөрәктең йыш тибеүе менән яфаланғандарға ярҙам итә. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Шуға күрә көмөш һауыт-һабаны йышыраҡ файҙаланырға тырышығыҙ.
Ҡорос. Быума сиренән дауалай. Бының өсөн көн дә кейә торған аяҡ кейемегеҙгә юғары сифатлы ҡоростан эшләнгән пластинаны йәбештерегеҙ. Әгәр ундай пластина юҡ икән, ҡырыныу өсөн ҡулланыла торған ғәҙәти лезвие ла ярай.
Ҡурғаш. Оҙаҡ уңалмаған яра урынына ҡурғаш пластинаны бинт менән урарға кәрәк. Ҡурғаш окисын тәндең бәрелеп күгәргән урынына ла ҡуялар.
Тимер. Тимер тутығын йөҙөм шарабы менән бутап, компресс итеп ҡуйып, ялҡынһынған тирене дауаларға мөмкин. Хроник рәүештә эс китеп, дизентерия менән сирләгәндә, күп күрем күргәндә тимерҙе утта ҡыҙҙырғансы тотоп, һыуға һалалар һәм ошо һыуҙы эсәләр.
Алтын. Әгәр уны күкрәктә йөрөтһәң, йөрәк йыш типкәндә ярҙам итә, ҡыйыуһыҙлыҡтан ҡотолдора. Ашҡаҙанға ла файҙаһы ҙур. Шуға күрә Һиндостанда, мәҫәлән, аҙыҡты йоҡа ғына алтын пленка менән ҡаплап ашайҙар йәки ауыҙҙа алтын аҡса тотоп торалар. Былай эшләгәндә ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра, ауыҙҙағы насар еҫтәр бөтә.