+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Боланут сәйе (Иван-чай)

Өйөбөҙгә хуш еҫтәр таралды - ауыл тәме аңҡый! Әйтеп аңлатҡыһыҙ тыуған яҡ еҫе! Боланут (Иван-чай) киптерәбеҙ.Асылда, беҙ йәшәгән ҡала сите шау боланут ул. Шул дарыуҙың өҫтәрендә көн-төн кирбес йорттар артыуына әсенеп, йәлләп тә ҡуям. Әммә ауылдағы үләндәргә етмәй! Уның тәме, еҫе, һуты башҡа! Ҡыш көндәре күп төрлө үләндәрҙән сәй ҡайнатып ебәрһәң, тыуған яҡтың үҙенә ҡайтҡандай булаһың - ожмах кеүек аҡландарына, хөрриәттәй сәхрәләренә, әкиәт кеүек йәйҙәренә!Беҙҙең халҡыбыҙ борон-борондан тәбиғәткә яҡын булған. Шифалы үләндәрҙе яттан белеп, һәр ҡайһыһының файҙаһын күреп йәшәгән, шуға күрә рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә ныҡлы булған. 7 төрлө үлән ҡушып сәй эсмәһә - башҡорт булмаҫ, тигәндәр))Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың ана шул ерле асылын ҡайтарайыҡ! Аяҡ аҫтыбыҙ туп-тулы шифа бит! Дарыухананан, магазиндарҙан теләһә ни алып эскәнсе, үҙебеҙҙең туған тупраҡтың энергетик көсөн, сихәтен, дауаһын алайыҡ!Боланут сәйен әҙерләүҙе Һеҙгә лә тәҡдим итәм:

Июнь уртаһынан август уртаһына тиклем болануттың өҫкө 4-5 япрағын ғына йыялар ҙа, 5 см тирәһе ҡалынлыҡта йәйеп һалып, һулытып алалар, уны даими әйләндергеләп торалар. Япраҡтар йомшарғас, усҡа һалып, һуты сығырлыҡ итеп ыуалар. Япраҡты иҙгесләү кәрәкмәй.
Төрнәктәрҙе ҡалайға (эмалле һауытҡа) һалалар ҙа, уларға теймәҫлек итеп ҡалын еүеш сепрәк менән ябалар. Япраҡ көрән төҫкә инә башлай, әммә күгәреүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Көрән төҫкә ингәс, төрнәктәрҙе ваҡлап, ҡыҙыу булмаған (60-100 гр. тирәһе) духовкаға йә мейескә һалып, йыш ҡына әйләндергеләп киптерәләр. Ул бер нисә көндән көс йыйып бөтә һәм хуш еҫле, файҙалы сәй әҙер була! 2 йыл дауамында яраҡлы һанала.

Болануттың файҙаһы тураһында яҙып бөтөрлөк түгел, яҙһам бигерәк оҙаҡҡа китер))

https://vk.com/public195241513

Боланут сәйе (Иван-чай)
Боланут сәйе (Иван-чай)
Автор:
Читайте нас: