-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ ДАУАЛАЙЫМ..."

-

Табиплыҡ менән йырсы-вокалист булыуҙың ниндәй уртаҡлығы бар? Уларҙың ҡайһыһы төп һөнәр, ҡайһыһы яратҡан шөғөл? Ғөмүмән, Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуындағы йырҙағыса: "Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, йыр менән дуҫ-иптәш табыла", - тигән һүҙҙәр табип өсөн мөһимме? Тормошобоҙҙа бер нисә һөнәргә эйә булған замандаштарыбыҙ бихисап, һәм шундай универсаль шәхестәрҙе осратҡанда, уларҙың һөнәре буйынса мейене шундай һорауҙар быраулай башлай. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ ҙә уникаль кеше - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да ҙур һорау менән файҙаланыусы тар һөнәр эйәһе, 52-се дауахананың отоларингологы һәм фониатр Наил ҒАБДУЛЛИН менән әңгәмәне уның нисек бер юлы ике профессия һайлауы тарихынан башланыҡ.

-1964 йылда Өфөлә 1-се интернат-мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа барырға, ниндәй уҡыу йортон һайларға тигән һорау алдымда торманы, сөнки һуңғы кластарҙа үҙемде фәҡәт медицина менән бәйләү хыялы нығынып, мединститутҡа уҡырға инеү маҡсатыма әйләнгәйне. Хыялым тормошҡа ашып, мединституттың дауалау факультетына инеп киттем. Унда тамаҡ, ҡолаҡ, танау ауырыуҙары специальносын һайлап, 1970 йылда уҡыуымды уңышлы тамамланым. Институтта уҡыған йылдарҙа бейеү һәм йыр түңәрәктәрендә шөғөлләндем. Йыр түңәрәген Башҡорт опера һәм балет театрының ул ваҡыттағы күренекле солисы Баныу апай Вәлиева алып барҙы, унан һуң Рәйсә апай Әхмәҙиева дауам итте. Улар миндә тауыш барлығын тойғандыр инде, "Наил, һиңә фәҡәт йырсы булырға кәрәк", тип өгөтләп, иләҫ-миләҫ йөрөгән күңелгә ойотҡо һалып, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә инергә күндерҙеләр. Институттың һуңғы курсында параллель рәүештә сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә лә уҡыным. Мединститут ректоры, күренекле профессор, үҙе лә сәнғәткә бик ғашиҡ кеше - Әмин ағай Иҡсанов Өфө сәнғәт институтының ул ваҡыттағы ректоры Заһир Исмәғилев менән, "Был егетте мединституттан һуң баш ҡалала ҡалдырып, йырсы һөнәренә уҡытырға кәрәк", тип үҙ-ара һөйләшеп, уҡыуымды клиник ординатурала дауам иттереп, баш ҡалала алып ҡалдылар. Шулай итеп, йырлай-йырлай ғына түгел, йырсыларҙың тауышын һаҡлай-һаҡлай эшләнем.

Тимәк, баш ҡаланы яулауға сәнғәткә булған һөйөү ҙә ярҙам иткән. Ә бына хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа һәм нисек башланығыҙ: йырсы булыпмы, әллә медик булыпмы? Йырсыларҙың тауышын һаҡлайым, тиеүегеҙҙе лә аңлатып китәйек гәзит уҡыусыларға.

- Хеҙмәт юлымды Республика клиник дауаханаһында, мединституттың клиник базаһында башланым. Өйләнеп, бер йыл эшләгәс, хәрби хеҙмәтте тормош иптәшем, һөнәре буйынса педиатр, Архангел районы ҡыҙы Тәслимә Камалетдин ҡыҙы Фәхретдинова менән ике йыл бергәләп үтеп, икәү китеп, өсәү булып, Айҙар исемле малайҙы етәкләп әйләнеп ҡайттыҡ. Артабан инде Республика клиник дауаханаһына урынлашып, ныҡлап эшләй башланым. Ун бер йыл эшләгәс, Рәсәй кимәлендә алдынғы ҡарашлы профессор, ЛОР-онкология, балалар отоларингологияһын айырым бүлек итеп айырған, сурдология, отоневрология кеүек яңы йүнәлештәргә нигеҙ һалыусы булараҡ танылған кафедра мөдире Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы Бикбаева тәҡдиме менән Мәскәүгә бер айлыҡ курстарға барып, белемемде камиллаштырып, үҙебеҙҙә беренсе тапҡыр фониатрия хеҙмәтен асып ебәрҙек. Фониатрия - ул тауыш менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең: уҡытыусылар, лекторҙар, дикторҙар, артистар - ауырыуҙарын өйрәнеп, уларҙы дауаларға тейеш өлкә. Тауыш боҙолған, үҙгәргән, ҡарлыҡҡан ваҡытта улар менән фониатр шөғөлләнергә тейеш. Шулай итеп, мин отоларингологиянан тыш, фониатрия хеҙмәтен күрһәтә башланым. Был хеҙмәт әле лә бар, минең бер уҡыусым һаман да Республика клиник дауаханаһында эшләй.
Ошо йүнәлештә тиҫтә йыл самаһы эшләгәс, Мәскәүҙә ситтән тороп аспирантура тамамлап, "Ҡалҡан биҙе сирҙәре һөҙөмтәһендә тауыштың үҙгәреүе" темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: Рәсәй кимәлендә ошо хеҙмәтте күрһәтеүсе табиптарҙан беҙ өс кенә кеше - вокаль белемле белгестәр. Шуға күрә, вокалистарҙың бөтөн үҙенсәлектәрен белеп торабыҙ һәм уларҙы дауалау ҙа еңелерәк, сифатлыраҡ. Сөнки табип, тәү сиратта, проблема менән килгән кешене аңлай белергә тейеш. Эш барышында ишетә-күрә йөрөлә бит, пациенттар, әбей-бабайҙар, их, бына ошо ерем ауырта ине, врачҡа һөйләп аңлата алманым, тип зарлана. Шуға әйткем килә: табип килгән ауырыуҙың бөтөн һорауҙарына яуап бирерлек, уны аңларлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Мәҫәлән, вокалистар килеп, тауыш буйынса проблемаларын һөйләй башлау менән аңлап торһаң - был инде эшмәкәрлектең юғары кимәле. Әгәр инде студенттар килһә, уның уҡытыусыһы менән һөйләшәһең, алымдарын саҡ ҡына үҙгәртеп шөғөлләнергә тәҡдим итәһең.
Ғөмүмән, минең специальносҡа һорау бар, барлыҡ баш табиптар белә һәм кәрәк ваҡытта саҡырталар. Параллель рәүештә Башҡорт опера һәм балет театрында консультантмын, Өфө сәнғәт академияһында, сәнғәт училищеһында студенттар менән эшләйем.

Шул уҡ ваҡытта тамаҡ, ҡолаҡ, танау ауырыуҙарын дауалау ҙа һеҙҙең төп бурысығыҙ булып тора. Бөгөн республикала ошо ағзаларҙың ниндәй ауырыуҙары киң таралған?

- Тын алыу ағзалары менән ҡолаҡ ныҡ бәйләнгән. Миҙгел алышынған ваҡытта тап ошо ағзаларға бәйле сирҙәр менән нығыраҡ ауырыйҙар, йәғни һауа шарттарының үҙгәргән ваҡытында киҫкен респиратор (ОРЗ), киҫкен вируслы респиратор (ОРВИ), инфекциялар, киҫкен ринит киң тарала. Шулай уҡ гайморит, фронтит, этмоидитты ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Был сирҙәр һәр кемгә таныш, сөнки шунда уҡ тын алыуы ауырлаша, танауҙан тәүге ике-өс көндә субырлап һыу аға, аҙаҡ эренгә әйләнеүе мөмкин.
Киҫкен респиратор сирҙәр булған ваҡытта ҡурылдай (гортань) ауыртһа, тауыш ярылары зарарланһа, был күренеш 7-10 көндән, бик ауыр хәл-торошта ике аҙнанан үтә, йәғни тамаҡ ҡарлығыу ҙа ошо ваҡыт эсендә үтергә тейеш. Ҡарлығыу ике аҙнанан оҙағыраҡҡа һуҙылған осраҡта, йәғни кешенең тауышы үҙгәреп, айҙар буйы йөрөгән ваҡытта, ғәҙәттә, быға иғтибар итеп бармайбыҙ, ә мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк. Ғаиләләгеләр йәки аралашҡан кешеләре уның был үҙгәрешенә өйрәнә йәки, бына, тәмәке тарта, шуға тауышы үҙгәргән, ҡарлыҡҡан, тип, сәбәп эҙләй. Ләкин тауыш үҙгәрә икән, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Сөнки тамаҡтың лайлалы ҡатлауының күҙәнәктәре бик һиҙгер, улар тиҙ генә яман шеш күҙәнәгенә әйләнергә генә тора.

Тын алыу ағзалары менән ҡолаҡ ныҡ бәйле, тинегеҙ, тимәк, һалҡын алдырһаң, был сир бер юлы ҡолаҡҡа ла зыян итеүе мөмкин?

- Киҫкен ОРЗ, ОРВИ диагнозы ҡуйылғанда, ҡолаҡ ауырыуҙары ла ҡатмарлашыуы, өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал. Ҡолаҡтың урта өлөшө шешкәндә (средний отит) ауыртыу барлыҡҡа килә, ишетеү насарлана. Бында ла тәүге көндә үк табипҡа күренергә кәрәк, сөнки 3-4 көн үткәс, унда эрен барлыҡҡа килеүе мөмкин. Эрен сығырға урын эҙләй һәм ҡолаҡ ярыһын тишеп (барабанная перепонка), эрен тышҡа сыға. Шул торошҡа еткермәҫкә кәрәк. Унда ул хроник сиргә әйләнә, беренсе сиратта ишетеү насарая, һәр ауырыған йәки һыу ингән һайын сир киҫкенләшә. Был - елһенеү ваҡытында күҙәтелгән күренеш.
Тағы шуны ла оноторға ярамай, олоғая килә ишетеү һәләте лә насарая. Ул ҡолаҡ сире генә түгел, дөйөм ҡан тамырҙарының ҡартайыуы һөҙөмтәһе, баш мейеһе тамырҙары склерозы. Баш әйләнә, баш шаулай, ҡолаҡ ишетмәй башлай. Быны инде терапевт, неврологтар менән берлектә дауаларға кәрәк. Ғөмүмән, ниндәй генә сир булмаһын, уны башланған ваҡытында дауалау һөҙөмтәлерәк.

Күптәр гаймориттан интегә һәм өй шарттарында, үҙаллы дауаланыуға өҫтөнлөк бирә...

- Ниндәй генә симптом булғанда ла, иң элек табипҡа күренергә кәрәк. Гайморит - танау ҡыуышлығының сире. Ул һөйәк эсендә урынлашҡан. Эстәге үҙгәрештәрҙе тик рентген ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Ауыртыу күҙ аҫтындағы биттә була, тешкә, күҙгә биреүе ихтимал. Танауҙан бер нәмә лә аҡмай, әммә ауыртыу бар. Тап рентген эренле урынды ҡарайтып күрһәтә лә инде. Халыҡ медицинаһы күберәк йылытыуға нигеҙләнгән, йә йылытып тоҙ һалалар, йә яңы бешкән картуф һ.б. Әгәр танауҙан бер нәмә лә аҡмай икән, йылытыу ярамай. Әгәр эрен йәм башҡа шыйыҡлыҡ аға икән, табип кәңәше менән өйҙә дауалау үткәрергә мөмкин. Сөнки эрен бер генә ҡыуышлыҡта түгел, танауҙың ике яғында ла йәки маңлай ҡыуышлығында ла булыуы мөмкин.

Ғәҙәттә балаларҙа күҙәтелгән аденоидтар тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле...

- Танау-тамаҡта эске аңҡау, йотҡолоҡ, аңҡау биҙҙәре бар. Танау менән тамаҡтың киҫешкән урынында, аңҡауҙа урынлашҡан биҙ нормаль хәлдә була һәм улар организмды һаҡлап тора. Әммә вирус инфекцияһы менән йыш ауырыған балаларҙа ҙурайыуы мөмкин. Ул ялҡынһынһа, аденоидит сире башлана һәм ул ете йәшкә тиклем күҙәтелеүе ихтимал. Биҙ ҙурайғанда тын алыуы ауырлаша, бала танау менән тын ала алмай, кислород етмәгәс, уның башы ауырта, иғтибары тарҡала, ауыҙы һәр саҡ асыҡ йөрөй. Ҡолаҡ яғынан да өҙлөгөүҙәр булыуы мөмкин: баланың ҡолағы ауырта, ишетеү һәләте насарлана. Төнөн тын ала алмай хырылдай, ауыҙын асып тын ала. Был осраҡта биҙҙең файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк, шуға уны мотлаҡ хирургик юл менән алырға кәрәк.

Тамаҡ, ҡолаҡ, танау сирҙәрен булдырмаҫ өсөн гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

- Иң мөһиме - һалҡын алдырмаҫҡа, аяҡтарҙы өшөтмәҫкә, сөнки табан менән танау-тамаҡ ныҡ бәйле. Һалҡын алдырмаҫ өсөн организмды сыныҡтырырға кәрәк. Климат алышынған ваҡытта йәш-елкенсәк еңел генә кейенеп, ямғырҙа йәки ҡарлы-ямғырҙа аяҡтарын һыулатып йөрөй, шунда уҡ танау эсе шешенә, тын алыуы ауырлаша. Дөйөм организмдың өшөүенән дә һаҡланырға кәрәк. Тамаҡ ауыртыуға күберәк осраҡта күп итеп туңдырма ашау, һыуытҡыста ултырған һалҡын һөт, ойотҡан йәки һыу эсеү сәбәпсе. Шуға күрә, бер нәмә лә булмаҫ әле, тип, үҙ сәләмәтлегеңә битараф булырға ярамай.

Земфира ХӘБИРОВА әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзитенән, 2017 й.

"ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ ДАУАЛАЙЫМ..."
"ЙЫРЛАЙ-ЙЫРЛАЙ ДАУАЛАЙЫМ..."
Автор:
Читайте нас: