Миңә ҡарата ҡылынған һәр яҡшылыҡты йөрәгемә яҙып барам, ә аламаларын – һыуға. Киреһенсә эшләһәм, йөрәгем ҡурҡыныс йөйҙәрҙән торор ине, ә былай ул – ожмах баҡсаһы шикелле.
Хоҙай беҙгә ике ҡиммәтле һәләт биргән: хәтерҙә һаҡлау һәм онотоу. Беҙгә яҡшылыҡ эшләйҙәр икән – рәхмәтле булып, уны иҫтә ҡалдырыу лазым, насарлыҡ ҡылһалар – онотоу яҡшы.