+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хәйерле иртәләр, дуҫтар!

Иртәнге тәмле сәй артында "Иғтибарлы булыу - үҙе изгелек" тип аталған бәләкәй генә, матур хикәйә уҡып алайыҡ -  

Хикәйә. Салауат Кәрим.
 
Руслан килеп ингәндә, Суфия әбей иҙән һепереп бөтөп кенә тора ине.
— Һаумы, инәй? — тип һаулашты Руслан.
— Ә-ә, Руслан улым, һауғынамы?
— Һәйбәт, инәй. Бына үҙем хәл белергә килдем. Хәлдәрең нисек, инәй?
— Ҡартайҙым, улым. Миңә иҙән һепереүе лә ауыр хәҙер. Әйҙә, түрҙән уҙ. Сәй эсеп алырбыҙ.
Сәй эскәндә Суфия әбей үҙенең бала сағын һөйләне. Русландың уҡыуын һорашты, каникулда ни эшләүен белеште.
Ултыра торғас:
— Рәхмәт, улым, изгелегең өсөн, — тип әйтте.
Руслан аптырап китте лә һораны:
— Инәй, ни өсөн рәхмәт әйтәһең? Мин бер нәмә лә эшләмәнем бит.
— Эй, улым, ололарҙың хәлен белешеү — үҙе изге эш ул, — тине инәй.
 
2006 й.
Хәйерле иртәләр, дуҫтар!
Хәйерле иртәләр, дуҫтар!
Автор:
Читайте нас: