250 г бөтнөк япрағы
1 кг шәкәр ҡомо
2 лимон
0,5 л һыу
Бөтнөк япрағын ботаҡтары менән бергә йыуып, еңелсә киптереп турарға. Лимонды ҡабығы менән бергә ваҡ итеп турарға. Бөтәһен бергә кәстрүлгә һалып 10 минут ҡайнатырға. Бер тәүлек ултыртып торорға. Шунан ҡатнашманы һөҙөп, шыйыҡсаға шәкәр ҡомо өҫтәп, әҙер булғансы ҡайнатырға. Ҡайнар ҡайнатманы стериль банкаларға һалып, ҡалай ҡапҡас менән ҡапларға. Сәйгә һалып эсһәң дә бик тәмле! Һалҡын тейгәндә бик файҙалы!