-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

ӨШКӨРӨҮ КӨСӨ

Сирләгән һайын бала саҡта булған бер ваҡиға һағындырып ҡына иҫкә төшә -

Көҙ аҙағы. Ҡыш үҙенең түҙемһеҙлеген күрһәтергә тырыша инде - ваҡытынан алда туңдыра ла башланы. Тереклектең һыуыҡтар башланыуына интегә-интегә өйрәнеп килеүе. Төрлө сирҙәр ҙә ошо миҙгелдәр алышыныуын көтөп кенә торалыр, ахыры, дауаханаларҙа сираттар оҙоная, аптекаларҙа аҡса әйләнеше күпкә арта. Ауырыуҙары ла, һауҙары ла, халыҡ имен-аман ҡышты сығырға тигән өмөт менән юлын дауам итә. Күптәре йәйҙән үк әҙерләнә: ҡышҡылыҡҡа һәр төрлө ысул менән емеш-еләген, үлән-тамырын һаҡлай. Миңә ҡалһа инде, ул сирҙәрҙең береһен дә ҡалдырмайым тиерлек, ҡайсаҡ түшәктән дә тора алмай, ҡайсаҡ эштән дә айырыла алмай аяғөҫтө генә үткәреп торам. Һәм шулай сирләгән һайын бала саҡта булған бер ваҡиға һағындырып ҡына иҫкә төшә.

Атайым үлгәндең икенсе ҡышы. Ноябрь-декабрь айҙары булғандыр, үлеп китһәм, шыршы байрамында була алмайым инде, тип бошоноп ятҡаным иҫтә. Беҙ, ағайым, апайым һәм мин, киҙеү менән бик ҡаты сирләп, барыбыҙ ҙа түшәккә йығылдыҡ. Ғаиләлә бер әсәйем генә сирләмәй ҡалды. Тынғыһыҙ колхоздағы эше өҫтөнә өйҙәге мал да, утын-һыу ҙа, балаларының сире лә әсәйемдең яңғыҙ иңенә төштө. Көн тимәй, төн тимәй, беҙҙе ҡарап өс карауат араһында сабыуы. Ағайым менән апайым арыулана башланы, ә минең хәл һаман мөшкөл ине. Беҙҙең ауырышҡанды ишеткәндер инде, бер көн атайымдың атаһы олатайым килеп керҙе. Әсәйем менән иҫәнләште лә, беҙҙең яҡҡа күҙ һалғас, тауышын әкренәйтә биреп, хәлдәребеҙҙе һораша башланы. Уларҙың һөйләшкәнен ишетер-ишетмәҫ кенә ятһам да, әсәйем минең хәлдең ыңғайға бармауын әйткәнен аңланым. Ул арала йоҡлап киткәнмен, әсәйемдең: "Ҡыҙым, кил, ситкәрәк шылып ят әле", - тигәненә уянып киттем. Олатайым баш ҡағып ҡына һаулашты ла, ултырғыс менән карауатым янына йәтешләп ултырҙы, ике ҡуллап маңлайымды, ҡулдарымды тотоп ҡараны. Унан әкрен генә, моңло тауышы менән шундай килешле итеп аятын уҡый башланы. Ошо аяттар менән атайымды һуңғы юлға оҙатыуҙары иҫкә төштө бит. Тамағыма төйөн тығылды, күҙгә йәштәр эркелде. Илауымды күрһәтмәҫ өсөн күҙҙәремде йомдом. Олатайым аятын уҡый-уҡый, йомшаҡ ҡулдары менән әкрен генә йәштәремде һөрттө. Бер нәмә лә өндәшмәне, әммә маңлайымдан һыйпап, түшемә ҡулын һалып, сабыйҙарҙы йоҡлатҡандағы кеүек тапап йыуатты. Ә минең йәштәрем туҡтамай аҡты ла аҡты. Күпмелер ваҡыттан тынысланып, йоҡлап киткәнмен. Миңә оҙаҡ йоҡлаған һымаҡ тойолһа ла, оҙаҡ булмағандыр, тағы уянғанда олатайым һаман аят уҡый ине әле. Мин артабан уның тауышының матурлығына һоҡланып тыңлап ята башланым. Ошо моңло тауышта күпме һағыш сағыла. Уның ҡайҙан килгәнлеген дә һиҙәм мин. Атайым үлгәндә йәсин сыҡты ла олатайым, атайымдың күкрәгенә ятып, сеңләп-сеңләп илап ебәрҙе. Оҙаҡ түгел, әлбиттә, тиҙ тыйылды. Унан башын аҫҡа эйеп, шәп-шәп атлап сығып китте.
Олатайым зыңғырлатып ҡына аятын уҡып бөттө лә, кеҫәһенән тиҫбеһен алып тарта-тарта, доғаларын теүәлләне. Ыҡсым ғына һаҡалының тилбер генә һелкенеүе миңә ҡыҙыҡ тойолдо. Тынысланып, күҙҙәремдең йылтырап китеүен күреп, олатайым ике ҡуллап башымдан тотоп өшкөрөүгә күсте. Маңлайымдан бөрсөк-бөрсөк тирҙәр сыҡҡансы өшкөрҙө. Уның тыны шундай саф, шундай тәмле ине. Ул өргән һайын тын юлдарым киңәйгәндәй булды.
Күпме йоҡлағанмындыр, әммә уянып, күҙҙәремде асҡанда, бөтә донъя шундай нурлы яҡтылыҡҡа күмелгән. Күпмелер ваҡыт ҡуҙғалырға ҡурҡып, күҙәтеп кенә яттым да, сыҙамай, башымды күтәрҙем. Өйҙә бер кем дә юҡ. Ҡуҙғалып, ситке бүлмәгә күҙ һалдым. Мейестә сыр-сырт килеп әкрен генә ут яна. Ҡаҙанда ит ҡайнай. Ҡаҙ һурпаһының тәмле еҫе өйгә таралған. Үҙемде шундай еңел тоям. Хатта күбәләк кеүек осоп та китер һымаҡмын. "Бына бит Хоҙай ҡөҙрәтенең көсө", тип шатланды әсәйем. Мин дә әсәйемә ҡушылып, эстән генә олатайыма рәхмәттәр уҡып, тиҙ-тиҙ генә кейенергә керештем.
Бәхетле бала саҡ атай-әсәйҙәрҙең наҙында, олатай-өләсәйҙәрҙең һағында, туғай-болондарҙа тәгәрәп уйнап, йәлп итеп кенә үткән дә киткән шул. Олатайым кеүек көслө дин әһелдәре лә юҡ шикелле хәҙер. Ул бер ҡасан да үҙенең белеме, ҡөҙрәтле көсө менән маһайып, хәбәр һатып йөрөмәне. Баш баҫып донъя көттө. Ҡулынан килмәгән эше булманы. Беҙҙең совет осоронда дини кешеләрҙән мәрәкәләп көлөү ҡәҙимге эш һаналды. Минең олатайым уларҙы ишетмәне лә, ишеткәнендә лә көйәләнмәне, диненә тоғро ҡала килде. Ерҙә кешелек бар икән, тыуым да, үлем дә йәнәш. Тыуғанында ла, үлгәнендә лә кисә мәрәкә ҡылып ултырған халыҡ үҙе йүгереп килде олатайыма. Бер ҡасан, бер кемдең йомошон инҡар итеп ултырманы. Яңы тыуған сабыйҙарға исем бирҙе, яңы һалынған нигеҙҙәргә аят уҡыны, күпме парҙарҙы никахлаштырҙы, ауырыуҙарын өшкөрҙө, мәйеттәрҙе тәрбиә ҡылып, һуңғы юлға оҙатты. Күпме көс талап ителгән, ә бер ҡасан да, арыным, йәиһә, өлгөрә алмайым, тигәне булманы. Донъяһы ялтырап ятты.
Олатайым шулай аяттарҙың һәр билдәһен, һәр нөктәһен урын-еренә еткереп, шундай моңло, шундай һағышлы тауышы менән тыңлаусының күңеленә үтеп, уны аҡтарып сығара алған, ап-аҡ ҡына сәлләле, ҡөҙрәтле мулла булып күңелемә һеңгән. Үҙем сирләгән һайын "Их, ошо мәлдә олатайым килеп өшкөрөп кенә китһә ине", тип һағынып иҫкә алам.

Рәшиҙә МАНСУРОВА.

ӨШКӨРӨҮ КӨСӨ
ӨШКӨРӨҮ КӨСӨ
Автор:
Читайте нас в