Быйылғы ҡышты ныҡ ауыр үткәрҙем. Ауырыу бар, уны инҡар итеп булмай. Больницаға эләгеүҙән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡам, сөнки бауыр-бөйөрҙәрем дарыуҙы ҡабул итмәй аптырата.
Ярай әле йәй көнө үк эшләп ҡуйған көслө әрем төнәтмәһе бар.(үҙ ҡулдарым менән эшләгән спиртлы төнәтмә, ҡыҙыҡһыныусылар булһа, өйрәтәм) һәм күп төрлө дарыу үләндәрем, араһында әлбиттә киптерелгән әрем дә бар.
Ауырып кителдееее, үҙ алдыма көрәшәм, сөнки үләндәрем көсөнә ышанам. Спиртлы әрем төнәтмәһе менән тәрән итеп тын алам, ике йотом эсеп тә ебәрәм. Үләндәрҙе ҡайнатып эсәм. Ике аҙна бөтөнләй тауышһыҙ ятып, тәрән йүткеректе саҡ баҫып, һауығып кителһә лә, эҙемтәләр оҙаҡ ыҙалатты. Эсә торғас запастар ҙа бөттө. Яҙғы һалҡындар һыуыҡ тейеп, ауырыу тағы ҡабатланды. Алдымда бер генә ынтылыш-тиҙерәк ауылға, үләндәрем янына ҡайтып етергә. Уҡыусыларҙы йәйге каникулға ебәреп, журналдың сираттағы номерын тапшырып, ике эшемде лә теүәлләп, ауылға елдерҙем. Ҡайтып еткәндә төнгө сәғәт ике булыуға ҡарамаҫтан, фонарик яғып йөрөп эҙләп, ишек алдымдан кәрәкле үләндәрҙе төнәтеп эсә һалып ебәрҙем. 4 банкала 4 төрлө үлән - көндәлек ризығым. Бер аҙна бер нимә лә эшләмәй, тик һаулыҡты ҡайтарыуҙы маҡсат итем ҡуйҙым, сөнки хәлем шул тиклем мөшкөл ине, хатта-ки бер айҙан булырға тейеш улымдың туй тантанаһына тиклем йәшәй алауыма өмөтөм дә самалы булды. Сәскә атмаһа ла әрем үләне, юл япрағы, ҡаҙ үләне, клевер, һары мәтрүшкә, аҡсәскә - аяҡҡа баҫтырыусы, ҡотҡарыусыларым. Яйлап-яйлап хәл һәйбәтләнәлер инде, ҡараһам, төнәтмәләрем онотола, эсеп бөтөлмәй башлаған, хәл-көс ингән. Бер ай эсендә йылдар буйы ҡарауһыҙ торған донъямды сыньяһау итеп ташлағанмын. Әле бына, матур ниәттәремде тормошҡа ашырып, күңелле мәшәҡәттәрҙең осона сыҡҡас, тултырып дарыу үләндәре йыйып йөрөүем. Әрем - иң тәү сиратта. Бер сынаяҡ һыуға бер ус әрем. Эҫе һыу ағыҙығыҙ ҙа эсегеҙ. Бөтә ауырыуҙарға дауа. Бал ҡорттары менән ярыша-ярыша, хатта талаша-талаша ( әремде биргеләре килмәй, баҫтырып ебәрәләр мине😄) бер ҡосаҡ йыйҙым әле. Мәлде файҙаланып ҡалығыҙ, әүкәйҙәр!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.