Тормошҡа ғашиҡ йәндәр
Һәр тыуған таңды Хоҙайҙың бүләге итеп ҡабул итеп, яҡындарына йылылыҡ өләшеп, хис-тойғолары шиғыр булып урғылған, сәнғәтте, театр донъяһын мөкиббән китеп яратҡан, ғөмүмән тормошҡа ғашиҡ йән – Алина Әхмәтшина хаҡында һүҙебеҙ. Уның менән әңгәмәләшеүе үҙе бер ғүмер – позитив кәйеф һине көнө буйы ташламаҫ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, фекерҙәре төплө, йәшәйешебеҙҙең һәр күренешенә үҙенсәлекле ҡарашы менән аптыратып та ҡуя хатта. Сабый саҡта күреү һәләте бик насар булып, үҫмер сағында бөтөнләй яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм ҡыҙ ҡайҙан көс ала ла, типһә тимер өҙөрлөк кешеләр ҙә үрләй алмаҫ бейеклектәрҙе нисек яулаған һәм яулауын дауам итә һуң ул? Ҡайҙан, кемдән көс алып йәшәй был, ҡарап торғанда сибек кенә, аяҙ күк йөҙө төҫлө зәңгәр күҙле сибәр ҡыҙ?
Алина Әхмәтшина М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Дөрөҫөрәге, бер юлы ике факультетта уҡый. Сөнки бәләкәйҙән спорт менән мауыҡҡас, һөңгө ырғытыу буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, саңғыла шыуыу буйынса ике тапҡыр Башҡортостандың чемпионы исемен йөрөткән ҡыҙға физкультура факультетында ла уҡыу ауыр түгел – үҙенең әйтеүе буйынса. Шашка, шахмат уйындарында ла ал бирмәй ул. Ә баянда һыҙҙырып уйнап ебәреүҙәре ни тора? Йөрәген ярып сыҡҡан шиғырҙарын уҡыған бер кеше лә битараф ҡалмаҫ. Педуниверситеттың «Ҡорос» халыҡ театры, һуҡырҙар йәмғиәтенең «Күңел күҙе» театры ҡуйған спектаклдәрҙә Алинаның уйнағанын көтөп ала тамашасы. Ошо ҡәҙәр талантҡа эйә булған ҡыҙ менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.
– Алина, журнал уҡыусыларыбыҙҙы үҙең менән таныштырып китһәң ине.
– Мин 1997 йылдың июнь айында, Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылында ғаиләлә беренсе бала булып тыуғанмын. Айһылыу исемле һеңлем бар, һүрәт төшөрөргә бик ярата, быйыл Өфө сәнғәт колледжына уҡырға керҙе. Әсәйем – шәфҡәт туташы булып эшләй. Атайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙе иртә ташлап китте, Афғанстанда хеҙмәт иткән. Йыр-моңға оҫта булды, һыҙҙырып гармунда уйнай ине. Ете йәштә мәктәпкә аяҡ баҫыуымдан әлеге көнгәсә уҡытыусыларымдан уңдым. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылым мәктәбендә уҡый алыуым менән уҡытыусым Илһөйәр Хәбиб ҡыҙы Исламоваға рәхмәтлемен. Ел-ямғыр тейҙермәй, үҙенең балаһы кеүек ҡарап уҡытты. Бишенсе класҡа Өфөнөң 28-се һуҡыр һәм насар күреүсе балалар өсөн мәктәп-интернатына уҡырға килдем. Ҙур тормошҡа сығырға ярҙам иткән уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә, педагогия университетындағы уҡытыусыларыма ғүмерем буйы йылы хистәр һаҡлап йәшәсәкмен, уларға оло рәхмәтемде «Тамаша» журналы аша еткергем килә. Деканыбыҙ Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова – студенттарҙың һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеп, кәрәк саҡта дөрөҫ юл күрһәткән уҡытыусыбыҙ, беҙгә ҙур өлгө булып тора. Әҙәбиттән уҡытҡан Зәки Арыҫлан улы Әлибаев – иң яратҡан уҡытыусым, күп нәмәгә өйрәтә. Сәнғәткә һөйөү уятҡан Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең филиалы хеҙмәткәрҙәренә лә мең рәхмәтлемен. Танылған башҡорт композиторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Әхмәҙейә улы Низаметдиновта уҡыуым менән үҙемде бәхетле һанайым. Баян класы буйынса белем биреүҙән тыш Салауат Әхмәҙейә улы мине ҡала мөхитендә йәшәргә өйрәтте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һуҡыр кешенең хәлен үҙе лә шундай хәлдәге кеше генә аңлай ала бит ул. Салауат ағайҙың әйткән һүҙҙәре, алтынға бәрәбәр кәңәштәре һаман ҡолағымда яңғырай төҫлө. Ул беҙҙе ташлап киткәс, үҙемде етем балалай хис иттем, доньям кителгәндәй булды. Хистәрем, тойғоларым шиғыр юлдарына теҙелде... «Өҙөлдө моңло ғүмер» тигән шиғырым тыуҙы, һуңынан уның һүҙҙәренә йәш композитор Эвелина Вәхитова көй яҙҙы. Бик ауыр кисерҙем был юғалтыуҙы. Нишләмәк кәрәк, тормош дауам итә, артабан йәшәргә көс таба белергә лә кәрәк бит.
– Спорт менән мауыға башлауың ҡасаныраҡ башланды?
– Спорт менән һәр ваҡыт дуҫ инде мин. Профессиональ кимәлдә булмаһа ла, уның барлыҡ төрҙәрендә үҙемде һанап ҡараным. Күҙ күрмәй, тип тороу булманы. Ниндәй генә йәрәхәт алмайым – танауҙы ғына нисә тапҡыр һындырҙым инде (көлә) – барыбер спортһыҙ йәшәй алмам мин. Биш йәшлек сағымда йығылып, бот һөйәген һындырғас, врачтарҙың тимер ҡуйыуҙарына ла ҡарамай, бәйгеләрҙә ҡатнаша килдем. Интернатта уҡығанда Рәсәй кимәлендә уҙғарылған мини-футбол, голбол (һуҡырҙар өсөн спорттың махсус төрө), еңел атлетика буйынса бәйгеләрҙән призлы урындар алып ҡайта инек. Мәктәпте тамамлағас, ҡайһы юлдан китәйем, тип аптырап та йөрөнөм. Спортты ла яратам, музыканы ла үҙ итәм – сәнғәт училищеһына ла инеп ҡараным. Ләкин сәнғәткә, сәхнәгә, әҙәбиәткә һөйөү филология факультетына илтте.
– Әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш кенә ҡыҙҙың кешеләргә әйтер һүҙе бар – шул һоҡландыра. Һәр яҙған һүҙең йөрәктән сығып, йөрәктәргә барып етә – шиғырҙарыңды уҡығандар битараф ҡалмай. Был тормошҡа һоҡланып та, көнүҙәк мәсьәләләргә арнап та яҙған шиғырҙарың байтаҡ. Китап итеп сығарырға уйламайһыңмы? Ниндәй темаға яҙыу нығыраҡ оҡшай?
– Былтыр донъя күргән «Яңы офоҡтар» тип аталған йыйынтыҡта минең дә шиғырҙарым бар. Китап итеп сығарырға ине шиғырҙарымды, тип йөрөйөм. Яҙылғандары ла, эшкәртеү көткәндәре лә күп. Мөхәббәт, тәбиғәт, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙам. Әлеге мәлдә мине нимә борсой, йә берәй ваҡиға ишетеп, тетрәнһәм – илһам килә. Хәл-ваҡиғаны йөрәгемдән үткәреп, үҙемдең аҙ булһа ла тәжрибәмде ҡушып, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөйөм, шунан шиғыр тыуа. Драма ла яҙып ҡарағы килә – шундай хыялым бар.
– Һин бер шиғырыңда Рәми Ғариповтың үҙе менән бәхәскә инәһең кеүек...
– Был осраҡлы түгел, Гөлли Арҫлан ҡыҙы тап Рәми ағай киткән көндө (20 февраль) вафат булды, ә бөтәбеҙ ҙә белгән «Яуыҙ уйы юҡтыр февралдең» тигән шиғыры шағир Рәми Ғариповтың һуңғы шиғыры булып һанала. Миңә ҡалһа, бында ниндәйҙер символик, серле нимәлер бар. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Гөлли Мөбәрәкова һәм Заһир Вәлитов бер-бер артлы вафат булғас, әсенеп, ҡайғырып «Яуыз уйы барҙыр февралдең» шиғырын яҙҙым.
Миҙгелдәрҙең ҡыҫҡа ғына айы
Бөйөк ғүмерҙәрҙе ҡыҫҡартты.
Яуыҙ уйы уның булмағас һуң,
Йөрәктәрҙе ниңә һыҡратты?
Шәхестәрҙе ниңә юғалттыҡ?
– Мөхәббәткә арналған шиғырҙарың саф тойғолар менән һуғарылған, ҙур ышаныс, өмөт ята уларҙа...
– Әллә күҙҙәре күрмәгән кеше мөхәббәт утында яна алмай, тип уйлайһығыҙмы? (Көлә). Шулай уйлағандар – яңылыша. Күреү һәләтенә эйә булмағандарҙың да күҙендә һөйөү ялҡыны күрергә мөмкин. Кешене йәшәткән дә, йәшнәткән дә мөхәббәттән мәхрүм түгелмен, Аллаға шөкөр. Бергә интернатта уҡыған класташым, ваҡыт үтеү менән, ышаныслы, тоғро дуҫыма әйләнде. Ғаилә ҡороп, кәмендә ике бала үҫтереү – беҙҙең хыял.
– Һинең спектаклдәрҙә уйнағаныңды ла күргәнебеҙ бар. Сәхнәгә нисек килдең?
– Иң тәүҙә мәктәп сәхнәһенә сыҡтым, әлбиттә. Музыка мәктәбендә уҡығанда сәнғәт институтының Шаляпин залында сығыш яһай инем. Инструменталист булараҡ, күп кенә конкурстарҙа ҡатнаштым. Баян буйынса уҡытыусым Илгиз Юлдашбаев, ул ваҡытта йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, техник яҡтан башҡарыу оҫталығымды юғары кимәлгә еткерҙе, тип әйтә алам. Конкурстарҙа ҡатнашыу шулай бит инде – жюриға ғына уйнайһың да, зал менән бәйләнеш юҡ. Спектаклдә уйнап ҡарағы килә ине һәр ваҡыт. Театр мөхите күңелемә ныҡ яҡын минең. 2014 йылда Хөрмәтулла Үтәшев етәкләгән театр-студияға йөрөй башланым. Беренсе ролем – Әтәс роле булды. Шул бәләкәй генә роль менән Хөрмәтулла ағай мине асты. Иң ҡыҙығы – шул спектакль эшләү икән ул сәхнәлә! Зал менән, режиссер менән тығыҙ бәйләнеш булыуы оҡшай, тамашасыны көлдөрөрәһең йә илатаһың. 2015 йылда «Күңел күҙе» халыҡ театрына саҡырҙылар ҙа, театр-студиянан китергә тура килде. «Һипкелле ҡыҙ»ҙа Шамилә ролен уйнаным. Ошо халыҡ театрында беренсе тапҡыр икенсе пландағы ролем булды. Уҡып та йөрөгәс, өлгөрөп булмаҫ, тип, төп ролде алманым. «Күңел күҙе» халыҡ театры исемен «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» спектакле менән раҫланы. Мин был спектаклдә Дилемма ролен уйнаным.
Педуниверситетта уҡый башлағас, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов етәкләгән «Ҡорос» халыҡ театрына йөрөү мөмкинлеге асылды. Режиссерҙарҙан уңдым, тип әйтергә кәрәк. Венер Камалов, Илнур Лоҡманов, Рөстәм Хәкимов – шәхес, актер булараҡ, өсөһө өс төрлө аса артисты.
– Һинең ижад кисәң интернет селтәрендә иғтибарҙы йәлеп иткәйне, Алина.
– Эйе, быйыл яҙ матур итеп минең «Донъям яҡты» тип аталған ижад кисәмде тыуған ауылым Яңы Балтаста үткәрҙек. «Ҡорос» халыҡ театры етәксеһе, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Илнур Флүр улы Лоҡманов әҙерләгән тамаша юғары кимәлдә үтте. «Ҡорос» театры артистары ҙур ярҙам күрһәтте. Ижадташ дуҫтарым Азат Закиров, Ләйсән Нурыева, Эвелина Вәхитова башҡарыуында шиғырҙарыма яҙылған йырҙарҙы тамашасы йылы ҡабул итте. Кисәгә килгән туғандарыма, ауылдаштарыма рәхмәтемде еткерәм.
– Һиңә кем, нимә йәшәргә көс бирә? Һине нимә ныҡ асыуландыра ала тормошта, нимә йәнеңде көйҙөрә?
– Йәшәү көсөн, әлбиттә, яҡын кешеләрем бирә. Туғандарыма йә машина кәрәк булып, йә икенсе йомош менән мөрәжәғәт итһәм, барыһы ла ярҙам итергә әҙер. Бер кемгә лә һөйләй алмаған нимәләр хаҡында әсәйем менән һөйләшһәм, донъяла сисә алмаған һорауҙар юҡ һымаҡ булып китә. Һеңлем Айһылыу менән күберәк әлеге көн тураһында һөйләшәбеҙ. Әйткәндәй, ул Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡығанда, мин уға ярҙам итһәм, хәҙер инде үҙе миңә ярҙам итә. Өҫтәл янында берәй яҡының менән сәй эсеп, һине тыңлаған, һине ишеткән кешең булыуы көс бирә йәшәргә. Мәҫәлән, дәрескә барам икән – яуап биреремә ышанып барам. Берәй эште башлайым икән, ул эште атҡарып сығасағымды беләм. Ышаныс, өмөт, тимәк мине йәшәтә. Һорауҙың икенсе өлөшөнә килгәндә – ғәҙелһеҙлек. Миңә йә яҡын кешеләремә ҡарата уйламай әйтелгән үпкәләтерлек һүҙ. Йәнде көйҙөргәне – берәйһе юл күрһәтәм, тип, яңылыш өйрәтеп, ҡалала аҙашып, йонсоп йөрөү. Һуңғы ваҡытта телефонымдағы юл күрһәткес (навигатор) менән күберәк йөрөйөм.
– Хәҙерге заман технологияларының ярҙамы тейәҙер һиңә?
– Улар минең тормошомда бик ҙур роль уйнай, тиер инем. Кеҫә телефонында һәм ноутбугымда күрмәгәндәр өсөн махсус программа бар. Ул тауыш ярҙамында экрандағы бөтә үҙгәрештәрҙе әйтә, уҡый. Кем һиңә шылтыра, ниндәй хәбәр яҙған – барыһын да үҙ аллы ҡабул итеп була. Үҙем берәй социаль селтәрҙә, йә WhatsApp ҡушымтаһында яҙайым тиһәм – бер ниндәй ҙә проблема юҡ. ВУЗда уҡығанда ла ноутбук менән ҡулланыу, төрлө программаларҙы яҡшы белеү миңә уҡыу процесын еңеләйтә һәм башҡаларҙан ҡалышмай өлгәшергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, лекция ваҡытында мин бер һүҙҙе лә ҡыҫҡартмайынса, артта ҡалмайынса, йыш ҡына бөтәһенән дә алдараҡ уҡытыусы әйткәнде бер нисә секунд эсендә баҫып та ҡуям. Бында инде компьютерҙа хәрефтәрҙе баҫыу тиҙлеге роль уйнай. Интернатта уҡығанда беҙҙе компьютерҙа ун бармаҡлап баҫырға, ғөмүмән, күрмәйенсә компьютер менән тиҙ һәм сифатлы ҡулланырға өйрәттеләр. Һуҡыр баланы артабанғы тормошта үҙаллылыҡҡа, хәҙерге заманда бигерәк тә, техник яҡтан да белемле шәхес тәрбиәләп, юғары уҡыу йортон тамамлап, башҡа һөнәр вәкилдәре менән бер рәттән хеҙмәт итерлек кимәлгә еткереп мәктәптән сығарыу – интернат коллективының тәүге һәм иң ҙур маҡсаты.
– Нимә менән шөғөлләнергә яратаһың, Алина?
– Нисек кенә сәйер яңғырамаһын – атта йөрөргә яратам. Бала саҡта күршеләрҙең атында йөрөнөм. Ниндәй йәнлекте, йә хайуанды күҙ алдыңа килтерә алаһың, тип һораһалар, атты, тиер инем. Бала саҡта балыҡ ҡармаҡларға ярата инем (көлә). Кешеләр менән аралашырға, баянда, шашка-шахмат уйнарға яратам.
– Бына шулай, бер нигә ҡарамаҫтан, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, хисле, моңло, талантлы замандашыбыҙ – Алина Әхмәтшина. Ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын һиңә!
P.S. Алина һабаҡташы, бала саҡ дуҫы Рөстәм Сурағолов менән сәстәрен сәскә бәйләне. Йәштәр бер-береһенә терәк-таяныс булып, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә ҡорҙолар. Быйыл Алина БДПУны тамамлай, ҡулына тиҙҙән диплом аласаҡ. Яңыраҡ ҡына ҡыҙҙары Руфинаға бер йәш тулды. Теремек, матур ҡыҙ бала, Аллаға шөкөр күреү һәләтенә эйә. Йәштәр Инстаграмда блог алып бара, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынғандар шунда кереп ҡарай ала.