+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Һөт ризыҡтарының иң тәмлеһе нимә?"

"Ҡыҙыл эремсек!" Ә уны әҙерләү сере түбәндә

"Һөт ризыҡтарының иң тәмлеһе нимә?" - тигән һорауға, моғайын, күптәр: "Ҡыҙыл эремсек!" - тип яуаплар. Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары араһында тәме, шифаһы, эшләнеү үҙенсәлеге буйынса айырым бер урын биләп торған был ризыҡты эшләүе лә, ашауы ла үҙе бер кинәнес. Ҡалала ғына түгел, ауылда йәшәгән дуҫ-иш, туған-тыумаса өсөн дә алыштырғыһыҙ "деликатес" күстәнәс ул.
Ҡыҙыл эремсек тип ауыҙ һыуын ағыҙып һүҙ башлағас, нисек итеп уны әҙерләү серен дә яҙмайса булмаҫ инде.
Үткәрелгән һөттө суйын ҡаҙанды майлап, ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнар мәле еткәс, литр ярым ҡатыҡ өҫтәп болғатырға кәрәк. Һөт шунда уҡ эремекләнеп сыға. Уны бер нисә сәғәт буйына болғата-болғата һыуы кәмеп, ҡайнап бөткәнсе, үҙе һарғылт-ҡыҙыл төҫкә ингәнсе ҡайнатырға кәрәк. Йомшаҡ булһын өсөн май айраны (май бешкән саҡта бүленеп сыҡҡан әскелтем һыу), 1-2 йомортҡа ҡушып болғатып ебәрәләр. Һорғайған эремсекте эмалле табаҡҡа бушатып һыуытҡас, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Май, шәкәр ҡомо һалып бутағандан һуң, үҙең теләгән ҙурлыҡта йомғаҡлап - һыуытҡысҡа, ә ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәнен туңдырғысҡа һалырға кәрәк.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: