теләһә ниндәй ҡымыҙ эсемлеге файҙаһы буйынса ысын ҡымыҙ менән ярыша алмай. Ни өсөн тигәндә, ҡымыҙҙа кислота бар. Пектин кислотаһы тип атала ул. Ә был кислота бары тик бейә ҡымыҙында ғына барлыҡҡа килә. Һыйыр, кәзә һөтөнән бешелгән ҡымыҙ эсемлектәрендә ул булмай. Пектиндың файҙаһы нимәлә, тиһәгеҙ, ул организмға зыян килтерә торған бактерияларҙы юҡ итә, ә файҙалы микрофлораны тере ҡалдыра. Тимәк, пектин төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә, тигән һүҙ. Тәү сиратта, әйтәйек, ашҡаҙан, үпкә ауырыуҙарынан яфаланғандарға ярҙамға килә. Бейә ҡымыҙындағы был файҙалы матдә туберкулез сиренән дә һаҡланырға ярҙам итә. Йылҡы малы бер ваҡытта ла был сир менән ауырымай.