+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Гөлмәрфүғәнән шифалы ҡорот

.

Ҡороттоң шифаһы тураһында барыбыҙ ҙа яҡшы белә.
Ҡорот эшләү өсөн иң беренсе, ҡатыҡ эшләп алырға кәрәк. Ҡорот өсөн ҡатыҡ эшләй торған һөт, обрат, мотлаҡ ҡайнап сыҡҡан булырға тейеш. Ҡайнаған һөт тамам һыуынып бөтөр саҡта ғына ойотмос ҡатыҡ һалып ебәрәләр. Иҙелеп кенә торған ҡороттоң сере ошо.
Ҡатыҡ аҙна буйы әсеп ултырырға тейеш, шул ваҡытта ҡороттоң әсеһе лә, дауаһы ла күберәк була. Ҡатыҡты ҡаҙанға ҡоябыҙ, талғын утта, болғата-болғата ҡайнатабыҙ
(болғап тормаһаң, ҡорот эремек була).
Ҡайнап сыҡһа, ҡаҙандан икенсе һауытҡа бушатып алып, сейә ботаҡтары һалып ҡуябыҙ. Ҡайнап сығыр алдынан тоҙ һалһаң, тоҡтағы ҡороттоң һыуы тиҙерәк һарҡып бөтә. Һыуынғас ҡорот тоғона ҡойоп һарҡытабыҙ.
Һарҡып бөтһә, тоҡтан әҙер булған ҡоротто табаҡҡа бушатып, тәмләп тоҙ йә шәкәр һалып йомғаҡлап алабыҙ. Үткәрелгән муйыл, сейә, ҡарағат, туралған йәшел укроп ҡушырға ла мөмкин.
Халҡыбыҙҙың был милли ашын "тәбиғи антибиотик" тип йөрөтәләр. Шифалары тейһен, аштарығыҙ тәмле булһын!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: