+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Олатайым һабағы. Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

Эш шунда: беҙ, малайҙар, бер мәл Һаҡмар аша һалынған аҫылмалы баҫманан тороп баш менән һыуға һикерә башланыҡ. Ә ул тәңгәлдә йылғаның тәрәнлеге бер метрҙан да артмай.

Атайымдың бер туған ағаһы Мөбәрәк олатайымдың (Һаҡмарҙың урта ағымында олатай тиҙәр, башҡа яҡтарҙа - апа, бабай) бала сағымда биргән бер һабағы ғүмер буйы оноторлоҡ түгел. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡандан һуң ул ең һыҙғанып колхозда эшләне. Беҙ уны сиктән тыш уҫал, талапсан кеше итеп хәтерләйбеҙ. Һәр хәлдә, бала аҡылыбыҙҙа ул шул рәүешле һаҡланып ҡалған. Ҙурая килә, шуны ла аңланым: уҫал булып күренһә лә, ул ҡайтымһаҡ та, күҙенә йәш алыр зат та, намаҙ уҡыған диндар ҙа булған икән. Баҡтиһәң, уның беҙгә уҫал булып күренеүе үҙебеҙҙең, ул саҡтағы тиҫтерҙәремдең тәртипһеҙлегенән һәм уның беҙҙең өсөн самаһыҙ борсолоп йәшәүенән килеп сыҡҡан.
Эш шунда: беҙ, малайҙар, бер мәл Һаҡмар аша һалынған аҫылмалы баҫманан тороп баш менән һыуға һикерә башланыҡ. Ә ул тәңгәлдә йылғаның тәрәнлеге бер метрҙан да артмай. Тәүҙә олатай беҙҙең янға килеп: "Нишләп улай итеп һикерәһегеҙ, балалар? Башығыҙҙы яраһығыҙ, муйынығыҙҙы һындыраһығыҙ бит..." - тип мәтриләп китте. Беҙ уның киткәнен генә ҡарап торҙоҡ та, тағы ла дәртләнеберәк, тағы ла шашыбыраҡ һикерергә тотондоҡ. Быны күреп, олатай ҡарт киренән йүгереп килеп етте лә, "әпсәһеҙҙәр..." кеүек зәһәр һүҙҙәрҙе ҡулланып, беҙҙе һыу эскеһеҙ итеп туҙҙырып әрләп, баҫтырып ҡайтарып ебәрҙе. Хәҙер инде беҙ олатайҙы бөтөнләй күҙҙән юғалғансы, туҙҙырыу сарпыуы баҫылғансы ситтән күҙәтеп, йәшеренеп-боҫоп ҡына баҫмаға яҡынланыҡ. Уның килгәне күренмәгәс, тағы ла һикерә башланыҡ. Хәҙер инде берәүебеҙ һаҡта тора. Йәғни олатайҙың килә ятҡаны күренһә, йәһәт кенә таябыҙ.
Олатай тактикаһын үҙгәртергә булды, йәғни өй беренсә йөрөп, беҙҙе атай-әсәйҙәргә ошаҡлап, был яман ғәҙәттән дүндерергә булып китте. Әммә уның был ысулы беҙҙе оторо ярһытты ғына. Ни өсөн тигәндә, тыйылған татлы була. Беҙ тағы ла шашыбыраҡ, хәҙер инде барыһы ла күрһен өсөн ҡысҡырып-һайтлап баҫманан һикереп һыу инә башланыҡ. Абайламай ҙа ҡалдыҡ, олатай беҙҙең янда ҡапыл пәйҙә булды. Үҙе бер нисә буш шешә ҡосаҡлап алған. Беҙ ни ҡасырға, ни һыуға сумырға белмәй, ҡатып ҡалдыҡ. Олатай ҡулындағы шешәләрен берәмләп ташҡа яра һуғып, быяла ярсыҡтарын беҙ сумған тәңгәлгә ташларға тотондо. Һуңғы шешә ярсығы Һаҡмар төбөнә төшөп ятҡас, тәмәкеһен тоҡандырып, алпыуан баҫып ҡайтып китте. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асып тороп ҡалдыҡ...
Бөгөн килеп шуны аңланым: ул мәлдә олатайға асыуланһаҡ та, уны уҫал тип атаһаҡ та, шулай хаяһыҙ ҡыланып һыу ингәндә беҙҙең өсөн борсолған берҙән-бер кеше ул булған икән дә. Бәхетле осраҡ менән генә беребеҙҙең дә муйыныбыҙ һынмаған, башы ярылмаған. Беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән оло кешене борсолорға ғына түгел, асырғанырға мәжбүр иткәнбеҙ. Олатай ул саҡта беҙҙең өсөн борсолоп, ауыл буйлап утҡа баҫҡандай, ут йотҡандай атлап йөрөгән. Һуңғы сиктә сығырынан сыҡҡан. Егет булғас, Һаҡмар төбөндәге шешә ярсыҡтарын таҙарттыҡ таҙартыуға, әммә хәҙер ул баҫманан һыуға баш менән һикереүсе балалар юҡ. Нисектер, һаман да унда быяла ярсыҡтары ята һымаҡ. Уйлаһаң, тән тартышып китә хатта... Эйе, беҙ ҡайһы ваҡыт бер хәҡиҡәтте аңламайбыҙ шул: кемдеңдер беҙгә ҡарата ҡырҡыу мөнәсәбәте, уҫаллығы үҙебеҙҙән килеп сыға икән дә. Тыңлауһыҙ, тәртипһеҙ ейәндәрҙең олаталары һәм ҡартаталары, ғәҙәттә, йыуаш булыусан. Мөбәрәк олатай иһә, үҙенең оло кеше абруйын ҡорбан итеп булһа ла, беҙҙе аҡылға ултыртҡан. Яманлыҡҡа ҡаршы көрәшһәң, яманатлы булаһың инде ул...
Читайте нас: