Уларҙың хоҡуғы боҙолоуға бәйле проблемалар бик күп. Мәҫәлән, йыл һайын Ер шарында 10 миллиондан ашыу бала дауалай алырлыҡ ауырыуҙарҙан да дарыуҙар һәм дауаханалар етешмәүе арҡаһында вафат була. 100 миллион тирәһе бала, мәктәп юҡлыҡтан, уҡырға йөрөмәй. Миллиондарса сабый йәшәргә төйәге юҡлыҡтан һәм бер телем икмәкһеҙ тилмерә...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә лә хәлдәр ал да гөл түгел. Йылдан-йыл етем һәм ата-әсәһе иҫән булып та ҡараусыһыҙ балалар һаны арта. Уйлап ҡараһаң, бала саҡ иң ғәмһеҙ, иң бәхетле саҡ булырға тейеш кеүек. Сабыйҙарҙың ихлас йылмайып, сыңғырҙатып көлөүенән дә матурыраҡ бер ни ҙә юҡ һымаҡ...
Хөрмәтле ата-әсәләр, ололар! Балаларҙың яҙмышы – беҙҙең ҡулда, улар беҙҙең хәстәрлеккә мохтаж. Әйҙәгеҙ, уларға 1 июндә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә йылы һүҙебеҙҙе, күңел наҙыбыҙҙы йәлләмәйек!