Ҡыҙ йүгерә,
Гүйә, болан
Саба инде.
Өҫтәренә әллә ялҡын
Ҡаба инде.
Яуын килеп,
Күнәк-күнәк
Өҫкә ауһын.
Баҫыуҙарға ямғыр яуһын,
Ямғыр яуһын.
Йондоҙ ҡатыш
Ямғыр яуһын
Еребеҙгә.
Болот ҡунһын өмөт тигән
Үребеҙгә.
Урамдарға сыға инек
Күмәк-күмәк.
Һыу һибәләр ине өҫкә
Күнәк-күнәк.