+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн мунса көнө була торған. Яҡтығыҙмы? Әҙерме мунсағыҙ?)

Орифлейм да кәрәкмәй, шунгит һабындарығыҙ ҙа ары торһон эркет һыуы менән йомортҡа һарыһы булғанда. Сәс тә ҡойолмай, бит тә шып-шыма. Мәтрүшкәле ҡайын миндеге менән сабынып, һыуы менән ҡойоноп тороп сыҡһаң, француз хушбуйҙарығыҙ ҙа ары торһон.Ә ауыл мунсаһының шифаһы индеее! Был турала тотош диссертация яҙырға була! Уныһы инде ғалимдарҙың эше, ә мин шиғыр яҙып ҡына данлайым: (Хәтәр шиғыр - сайтыбыҙҙа, инеп "сабынып сығығыҙ")))

Ҡыҙыу итеп мунса яҡтым әле,
Эштән арып ҡайтты иркәйем.
Ҡатҡан быуындарын йомшартайым,
Арып-талған йәнен иретәйем.

Эх, мунсаның шифалы эҫеһе,
Һинән дә шәп ниндәй дауа бар!
Йүкә йыуғыс, хуш еҫле миндеге
Табиптан да артыҡ дауалар.

Аҡ мунсаның ағас ләүкәһенә
Һуҙып һалып саба йәркәйем,
Шапылдаған миндек ләззәтенән
Алҡымыма килә йәнкәйем.

Мәтрүшкәле ҡайын миндегенең
Хуш еҫенән тамам иҫереп,
Пары шартлап торған мунсабыҙҙан
Боһорап килеп сыҡтыҡ, иҙерәп...

Һыҙланыуҙар, арып талсығыуҙар
Ятып ҡалды мунса ташында,
Еңел парҙан егетләнгән ирем
Айҙай балҡып тора ҡаршымда.

Хәҙер сәй эсәбеҙ тирләп-бешеп
Балын, майын ҡабып шифаға,
Ерҙә ожмах юҡтыр тип уйлаһаң
Әйҙә беҙҙең ҡайнар мунсаға!!!
Миләүшә Ҡыҙрасова.
Читайте нас: