– Ғаилә менән диңгеҙ буйына ял итергә барған саҡта булды был хәл. Волгоград ҡалаһы тирәһендә юл сатында торған ике ир тәгәрмәскә төртөп күрһәтеп, ҡул болғай. Туҡтамай үтеп киттек. Улар артынса бер малай шундай уҡ ишара күрһәтә башлағас, әллә ысынлап та тәгәрмәскә берәй нәмә булдымы икән, тип
шикләндек. Баҙар, полиция посы янына барып туҡтаныҡ. Иптәшем тәгәрмәс ҡарарға төшөп китте. Шул минутта теге бала йүгереп килеп ҡулға лотерея тотторҙо. Ҡараһаҡ, призға – видеокамера. Әммә бүләкте алыр өсөн баҙарға инергә кәрәк тип аңлатты. Яныбыҙға килеп еткән ике ир беҙҙән 30 мең һумлыҡ видеокамера өсөн 5 мең һум аҡса һорай башланы. Уйларға ла ирек бирмәйҙәр. Янсыҡ күреү менән иремдең ҡулын шаҡарып алып, бөтә аҡсаны тартып алдылар. Күҙ асып йомғансы алтын һырға-балдаҡтарымды ла һалдырҙылар. Баҙар тулы кеше, янда ғына полиция посы, тик бер әҙәм дә ярҙамға килмәне. Ярай үҙебеҙ иҫән-имен ҡотолдоҡ, бынан да насарыраҡ тамамланған осраҡтар ҙа булған икән. Юл ғазабы – гүр ғазабы тигәндәр бит. Был сәфәрҙән таныш булмаған ерҙә абай булырға кәрәк тигән һығымта яһап ҡайттыҡ.