-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - халыҡ-ара ҒАИЛӘ көнө

Татыу ғаилә – ил күрке.Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘРҘЕ КЕМ КҮБЕРӘК БЕЛӘ?Иң йылы һүҙҙәрҙе бүләк тә көтә!Сайтыбыҙ - ярҙамсы булыр, күп мәҡәлдәр унда)

Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ.
Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын
Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Бала - ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
Читайте нас: