-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр-Ғүмәр ҮТӘБАЙ:

Кем нисектер, әммә тубығына балаһын ултыртып, уны махсус рәүештә тәрбиәләп ултырған атай кешене осратҡаным булманы. (Дауамы сайтта)

Әллә беҙҙең ауылда ғына был хәл-күренеш күҙәтелдеме, һәр хәлдә, балаларын, бигерәк тә малайҙарын тәрбиәләмәне атайҙар. Дөрөҫөн әйткәндә, элек атайҙар донъя эше менән булһа, кәсеп итһә, яуҙа, һунарҙа йөрөһә, беҙ үҫкән заманда улар тәүлек әйләнәһенә колхоз-совхоз эшенән бушаманы. Беҙ уларҙы бик һирәк күрҙек. Тәрбиәсе вазифаһын әсәйҙәр башҡарҙы, был осраҡта улар атай образын файҙаланды.
Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, ул образдың шундай мәғәнәлеләре бар ине:
–“Атайың ни тиер әле?” – Был осраҡта әсәйҙәр балаларын башҡасараҡ ғәмәлен, яһар аҙымын аталарының фекере, абруйы менән нығыта, дәлилләй, аталары менән кәңәшләшмәйенсә, ҡарарға килмәҫкә саҡыра;
– “Атайың күреп ҡалһа...” – Әсәйҙәр был һүҙ менән балаларын ярамаған ғәмәл башҡарыуҙан, тәртип боҙоуҙан, яҙыҡ аҙымдан аралай, аталары менән киҫәтә;
– “Атайыңдан рөхсәт һораныңмы?” – Бала ниндәйҙер етди аҙым яһар алдынан мотлаҡ рәүештә ниәтен атаһына әйтергә, уның менән кәңәшләшергә бурыслы;
– “Атайыңа әйтәм...” – Атай менән киҫәтеү көтөләсәк язаның бик ҡәтғи икәнлеген ишаралай;
– “Атайың ҡошап (оҡшап)...” – Әсәйҙәр был осраҡта атайҙың кире сифатын да балаһы өсөн ыңғай юҫыҡта файҙалана һ.б.
Икенсе бер мәсьәлә: хәҙер атай абруйы ныҡ ҡаҡшаны, йылдан-йыл ғаиләлә, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ алдынғы позицияларҙы яулай бара. Күптәр был осраҡта гүзәл затты ғәйепләй. Йәнәһе, ирҙең абруйы ҡатын-ҡыҙҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә ҡаҡшай. Киреһенсә түгелме икән? Ни өсөн тигәндә, йәмғиәттә, милләттә “көслө кеше” тигән вакантлы урын бар. Йәмғиәт, милләт йәшәһен өсөн ул урын буш торорға тейеш түгел. Ҡыҙ-ҡатындарыбыҙ иһә ир-аттарыбыҙ шул урынды биләй алмағаны өсөн ирекһеҙҙең көнөнән яуламаймы ни, көслө булмаймы ни? Бәләкәй генә миҫал. Республикабыҙҙың төрлө ауыл-ҡалаларында “Аҡһаҡалдар ҡоро”, “Атайҙар советы” төҙөп ҡаранылар, әммә улар ныҡлы итеп эшләп китә алманы. Эшләгәндәре лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бының, әлбиттә, төрлө сәбәптәре бар. Иң төп сәбәбе – ир-аттарҙың эш урындары эҙләп ил буйлап таралыуы. Шул уҡ ваҡытта “Ағинәйҙәр хәрәкәте” дәррәү башланып китте һәм хәҙер республикала иң әүҙем эшләгән хәрәкәткә әүерелде. Был хәрәкәт менән хатта власть тарафынан ойошторолған ҡатын-ҡыҙҙар советтары ла ярыша алмай.
Ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙҙың көслөгә әүерелеүе ир-аттарҙың көсһөҙлөгөндә, йәмәғәт. Тарихҡа боролоп ҡараһаҡ та, амазонкалар ҙа юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән бит.
Күренекле яҙыусыбыҙҙың 3-4 йыл элек әйткән фекере.
Читайте нас: