-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һабантуй – башҡорттоҡомо?

Байрамдар мәҙәниәттең иң тәү формаһы. Беҙ бик боронғо, тәрән тамырлы һәм Урал киңлектәрендә бик тә үҙенсәлекле мәҙәниәт формалаштыра алған халыҡ:

ДОНЪЯЛА БАЙРАМҺЫҘ ХАЛЫҠТАР БУЛМАЙ. СӘНӘҒӘТЕ, ФӘНЕ ИҢ ЮҒАРЫ БЕЙЕКЛЕКТӘРГӘ КҮТӘРЕЛГӘН, ЙЫҺАН КИҢЛЕКТӘРЕН ГИҘГӘН МИЛЛӘТТӘР ҘӘ, ДЖУНГЛИ КЕҮЕК УРМАН ШЫРЛЫҠТАРЫНДА БЕРӘҮ МЕНӘН ҠАТНАШМАЙ, ҮҘ ДОНЪЯЛАРЫНДА МӘЖ КИЛГӘН БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ ҠӘБИЛӘЛӘР ҘӘ, НИНДӘЙ ҘӘ БУЛҺА ВАҠИҒАҒА АРНАП, БАЙРАМДАР ҮТКӘРӘ. КҮРЕНЕКЛЕ УРЫҪ ҒАЛИМЫ М. БАХТИН БАЙРАМДАРҘЫ МӘҘӘНИӘТТЕҢ ИҢ ТӘҮ ФОРМАҺЫ ТИП АТАЙ. ҠАЙҺЫ БЕР ҒАЛИМДАР КЕШЕЛЕК ТАШ БЫУАТ ЗАМАНДАРЫНДА УҠ БАЙРАМДАР ҮТКӘРГӘН, ТИГӘН ФЕКЕРҘӘ. ЙӘҒНИ БАЙРАМДАР КЕШЕЛЕК МӘҘӘНИӘТЕ ФОРМАЛАША БАШЛАҒАН САҠТАРҘАН УҠ БАШЛАНҒЫС АЛҒАН, ТИП ӘЙТЕРГӘ БУЛА.
Башҡорттар ҙа бик борондан үҙҙәренең тормош-көнкүрештәренә, тәбиғәтенә яраҡлаштырылған байрамдар үткәрер булған. Бындай байрамдарға ҡарғатуй (ҡарға бутҡаһы), кәкүк сәйе, наурыз, нардуған, һуғым кеүектәрҙе индерергә була. Ошондай эреле-ваҡлы байрамдарыбыҙ араһында иң көтөп алынғаны, төрлө мауыҡтырғыс тамашаларының күплеге, бай йөкмәткеһе менән айырылып торған иң ҡыҙыҡ байрам – һабантуйҙыр. Хәҙерге ваҡытта һабантуй башҡорттоң ғына милли байрамы булыу сиктәренән сығып, Башҡортостан Республикаһында йәшәгән бөтә халыҡтарҙың да уртаҡ һәм яратҡан байрамына әүерелде. Унда кемеһе йыр-моң тыңлап кинәнһә, кемдер көрәш майҙанында күңелен күтәреп ҡайта; кемдер ярыштарҙа таһыллығын күрһәтеп, ниндәй ҙә булһа бүләк алырға ымһына. Хәҙерге заманда был байрам, милләтенә ҡарамайынса, бөтәһенең дә күңеленә бик тә яҡын бер сара булараҡ ҡабул ителә. Әммә һабантуйҙың башҡорттоң иң боронғо байрамы икәнен, уның килеп сығышының бик боронғо скиф, сак, һун дәүерҙәренә барып тоташҡанын күпселек уйлап та бирмәй.
Был байрамдың формалашыуы башҡорттоң Урал тауҙарында халыҡ булараҡ формалашыуы менән тығыҙ бәйле. Билдәле булыуынса, беҙҙең халыҡ Көньяҡ Урал һәм уға яҡынTтирә ерҙәрҙең бөтә үҙенсәлектәренә, серҙәренә шул боронғо заман мөмкинлектәренән сығып төшөнөп, үҙ хужалығын шул үҙенсәлектәргә ҡулайлаштырып, үҙенә донъя көтөрлөк итеп үҙләштерә алған өсөн генә ошо ерҙә йәшәй алған. Йәшәү генә түгел, ошо ер үҙенсәлектәрен сағылдырған хужалыҡ календары формалаштырған һәм тәбиғәттең төрлө мәленә яраҡлаштырылған, шул үҙенсәлектәрҙең эйәләренә хөрмәт күрһәтеп төрлө йолалар үткәргән. һабантуй шуларҙың береһе булараҡ барлыҡҡа килгән.
Совет заманында, башҡорт, малсы булараҡ, ер эшкәртеү ҡоралы булған һабанды белмәгән, шуға күрә, улар өсөн һабантуй ситтән үҙләштерелгән ят байрам, тигәнерәк фекер алға һөрөлдө. Эш хатта шуға барып етте – бер фәнни конференцияла оло ғына йәштәге фән докторы (уның оло йәшенә хөрмәт күрһәтеп, исем-шәрифтәрен яҙып тормайым): “ХХ быуаттың алтмышынсы йылдары башында партия өлкә комитетының ҡушыуы буйынса, һабантуйҙы мин уйлап сығарҙым”, – тип әйтеп һалды. Ә тарихи материалдар ысынбарлыҡтың бөтөнләй икенсе икәнен күрһәтә. Башҡорттоң һабантуй үткәреүе тураһындағы мәғлүмәттәр коммунистар партияһы һәм совет иле тигән ил барлыҡҡа килгәндән күпкә алдараҡ – XVIII быуатҡа ҡарай. Башҡорттоң һабантуйында үткәрелгән төрлө йолаларҙың бөтәһен дә башҡорт фольклоры, этнографияһы, теле һәм, ғөмүмән, мәҙәниәтебеҙ аша аңлатырға була. Йәғни һабантуй – үҙебеҙҙең тарихи юлыбыҙҙа формалашып, быуаттан – быуатҡа бер быуындан икенсеһенә тапшырылып, байытылып, беҙҙең көндәргә килеп етә алған байрамыбыҙ, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ.
Фәндә башҡорт һабантуйы тураһында иң тәүге мәғлүмәттәрҙе XVIII быуаттың урыҫ ғалимдары Георги, Лепехиндың хеҙмәттәренән табырға була. Мәҫәлән, Георги башҡорт һабантуйының эстәлеген тасуирлап яҙғандан һуң сирмештәрҙә лә (хәҙерге мари халҡында. – З . Ә.) һабантуйға оҡшаш байрам барлығын билдәләп киткән. Георгиҙың яҙмаларынан күренеүенсә, шул заман һабантуйының тамашалары һәм эстәлеге хәҙерге заман һабантуйы менән дөйөм алғанда тап килә. Һабантуй, ғөмүмән, күп кенә төрки халыҡтарында бар. Мәҫәлән, башҡорт менән татарҙан тыш, нуғайҙар, ҡумыҡтар, ҡарасай-балҡарҙар ҙа уны байрам итә. Йөкмәткеһе лә, ҡайһы бер айырмалыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, яҡынса тап килә. Һабантуйҙы Себерҙә йәшәгән төрлө эреле-ваҡлы төрки телле халыҡтарҙың милли байрамдары менән сағыштырып тикшереү был милли байрамыбыҙҙың тамырын бик боронғо дәүерҙәрҙә һәм дөйөм бер тамырҙан икәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, яҡуттарҙа – Ысыах, хакастарҙа – Тон пайрам, тываларҙа – Шагаа, алтайҙарҙа Сага-байрам кеүектәр шундай уртаҡ тамырлы байрамдарҙандыр. Тарихтың тағыла тәрәнерәк саҡтарына күҙ һалһаҡ, боронғо һундарҙың да беҙҙең һабантуй кеүегерәк байрам үткәреүе тураһында Ҡытай яҙмаларында мәғлүмәттәр һаҡланып, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Унан алдараҡ дәүерҙәрҙә шундай уҡ байрамды скифтарҙың, сактарҙың үткәреүе тураһында боронғо гректар яҙып ҡалдырған. Көнсығыш иран телдәренең береһендә һөйләшкән сактарҙың сарматтар, аландар кеүек үк, башҡортто формалаштырыуҙа ҡатнашыуы фәндә иҫбат ителгән бер факт булып, хәҙер быға берәү шик белдермәй. Тимәк, милли байрамыбыҙ – Һабантуйҙы ата-бабаларыбыҙ беҙҙең дәүерҙәргә тиклем үк үткәргән һәм уның йәше бер нисә мең йыл иҫәпләнә, тип әйтә алабыҙ. Был байрам ислам диненә ҡәҙәр үк, донъяла мифологик аң хөкөм һөргән дәүерҙә формалашҡанға күрә, уның эстәлеген дә башҡорт мифологияһынан сығып аңлатырға кәрәк. Шунһыҙ беҙ һабантуйҙың мәғәнәһен тулыһынса аңлауға өлгәшә алмаҫбыҙ. Ә байрамдың йөкмәткеһен, ысынлап та, башҡорт мифологияһынан тулыһынса асып, аңлатып була.
Хәҙерге һабантуйҙар яҙғы сәсеү эштәре үткәс, ошо эштәргә йомғаҡ яһау кеүегерәк үткәрелә. Элек иһә башҡорттар һабантуйҙы ҡар иреп, тау биттәрендә йәшел үлән ҡалҡып, ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас үткәрер булған. Был байрам, башҡорттоң боронғо календарь байрамы булараҡ, тәбиғәттең терелеүен, тормоштоң яңырыуын һынландырған тамашаларҙан торған. Яҙ көндәре, тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, донъя һәм кеше тормошо яңырған саҡты донъялағы күп халыҡтар байрам иткән һәм әле лә үткәрә.
Һабантуйҙағы тамашаларҙан – ат сабышы (бәйге), йүгереү, көрәш, бейек текә бағана башына (һырғауылға) үрмәләү, көршәк ватыу, бер яҡ башы ергә ҡыялатып ҡаҙып ултыртылған, икенсе башына аҡ тәкә бәйләнгән сайҡалып торған бүрәнә аша үтеп, бүләккә шул тәкәне алыу, ике аяҡты ла тоҡҡа тығып, бер-береһен уҙа-уҙа йүгерергә маташыу кеүек тамашалар башҡорт һабантуйының мотлаҡ үткәрелергә тейешле ритуалдары. Борон замандарҙа был тамашаларҙың һәр береһенең башҡорт өсөн мәғәнәһе аңлайышлы булған. Уларҙың тейешле итеп, тулы үтәлеше башҡорт донъяһының именлегенә йоғонто яһай, шуны тәьмин итә, тип ышанған боронғолар. (Тулы килеш журналыбыҙҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ).
...Һабантуйҙа йола буйынса үтәлгән һәр тамашаның бик тә тәрән йөкмәткеһе бар һәм улар боронғо замандарҙа ниндәй ҙә булһа мәғәнә менән башҡарылған. Был боронғо байрамыбыҙҙың төп мәғәнәһе – донъялар имен, тәртиптә һәм ипле торһон өсөн тигән теләктәр. Тик ваҡыт үтеү менән уларҙың мәғәнәләре онотолоп бөткән.
Башҡорт фольклоры һәм этнографияһы материалдарынан сығып, һабантуйҙы халҡыбыҙҙың иң борондан килгән төп бер байрамы тип әйтә алабыҙ. Был байрамды боронғо ваҡыттарҙа башҡорттоң ата-бабалары булған саҡ, сармат, аландар, һундар ҙа үткәрер булған һәм шуларҙан беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә алған. Тимәк, беҙ, башҡорттар, әле үрҙә һанап киткән халыҡтарҙың туранан-тура вариҫтары булараҡ, был байрамды үҙ байрамыбыҙ тип байрам итәбеҙ. Һабантуйҙы бер ниндәй күрше халыҡтарҙан үҙләштермәгәнбеҙ, ә ата-бабаларыбыҙҙың тормош ихтыяждарынан тыуҙырылған байрам булараҡ дауам итәбеҙ.
БЫЛ МӘҠӘЛӘМ ҺАБАНТУЙҘЫҢ ИҢ ТӨП ЙОЛАЛАРЫН БОРОНҒО АТА-БАБАЛАРЫБЫҘҘЫҢ НИСЕК АҢЛАҒАНЫН, УЛАРҒА НИНДӘЙ МӘҒӘНӘ ҺАЛҒАНЫН КҮРҺӘТЕРГӘ ТЕЛӘҮҘӘН КИЛЕП ТЫУҒАЙНЫ. ӘГӘР ЖУРНАЛ УҠЫУСЫЛАР МӘҠӘЛӘНЕ ИҒТИБАР МЕНӘН УҠЫП, БОРОНҒО АТА-АБАЛАРЫБЫҘҘЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫН ХӘТЕРҘӘРЕНДӘ ҠАЛДЫРА АЛҺА, УЛАР МЕНӘН ҒОРУРЛАНЫП ЙӨРӨҺӘ, МИҢӘ, АВТОРҒА, ОШОНАН ДА ҘУРЫРАҠ БҮЛӘК БУЛМАҪ ИНЕ... БЕҘ БИК БОРОНҒО, ТӘРӘН ТАМЫРЛЫ ҺӘМ УРАЛ КИҢЛЕКТӘРЕНДӘ БИК ТӘ ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ МӘҘӘНИӘТ ФОРМАЛАШТЫРА АЛҒАН ХАЛЫҠ. ШУЛАРҘЫ УЙЛАҺАМ, БӨЙӨК УРЫҪ ШАҒИРЫ А. С. ПУШКИНДЫҢ: «Я ДАЛЕКО НЕ ВОСТОРГАЮСЬ ВСЕМ, ЧТО ВИЖУ ВОКРУГ СЕБЯ... НО КЛЯНУСЬ ЧЕСТЬЮ, ЧТО НИ ЗА ЧТО НА СВЕТЕ Я НЕ ХОТЕЛ БЫ ПЕРЕМЕНИТЬ ОТЕЧЕСТВО ИЛИ ИМЕТЬ ДРУГУЮ ИСТОРИЮ, КРОМЕ ИСТОРИИ НАШИХ ПРЕДКОВ, ТАКОЙ, КАКОЙ НАМ БОГ ЕЕ ДАЛ», – ТИГӘН БИК ТӘ ОЛО МӘҒӘНӘЛЕ, МАТУР ҺҮҘҘӘРЕ ИҪКӘ ТӨШӘ. БЕҘГӘ ЛӘ АТА-БАБАЛАРЫБЫҘ ҠАЛДЫРҒАН ОЛО ТАРИХИ МИРАҪТЫ БЕЛЕП, УЛАР МЕНӘН ҒОРУРЛАНЫП ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК.
Закирйән ӘМИНЕВ,
философия фәндәре кандидаты.
Читайте нас: