+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Хәйерле иртә, дуҫтар! Хәйерле ялдар!

РИБА - мосолман өсөн насар шөғөл:

Аллаһ ризалығы өсөн тип саҙаҡа биргәндә йәки кемгәлер игелек эшләгәндә бәндәнең әҙәбе, әхлаҡи һәләте бик мөһим, тигән дин ғалимдары. Үҙеңә булғанда иң яҡшыһын, иң ҡиммәтлеһен һайлап, хәйриә өсөн йәки саҙаҡаға тип алғанда бер тин тормағанын һайлау үҙеңдең дә Аллаһ ҡаршыһындағы урыныңдың ниндәй булыуын күрһәтеп тора.
ИБН ҒӘРӘБИ ТОРМОШОНАН БЕР ХИКӘЙӘТ
“Изгеләрҙән берәү Аллаһ хаҡына тип байыраҡ берәүҙән саҙаҡа биреүен үтенеп һорай. Тегеһе аҡса тулы янсығынан тиндәренең вағырағын эҙләй башлай. Эргәһендәге суфый быны күҙәтеп тора.
Күҙәтеп тора ла Ибн Ғәрәбигә боролоп:
– Аллаһ хаҡына тип изгелек эшләргә йыйынған был кешенең нимә эҙләгәнен аңлайһыңмы? – ти.
– Аңламайым.
– Был кеше үҙенең Аллаһ алдындағы ҡиммәтен билдәләргә тырыша, игелекте бит ул Аллаһ хаҡына тип эшләргә йыйына. Янсыҡтағы аҡсаларҙың эрерәген күреү менән фекерен дә үҙгәртә: “Аллаһ алдында мин әле бындай дәрәжәгә лайыҡ түгелмен”, – тип уйлап ҡуя. Ваҡ аҡса тапҡансы уның был эҙләнеүҙәре дауам итәсәк. Сөнки уның баһаһы шундай ғына, – ти”.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Өммәтемдә мине иң борсоған нәмә – ҡанун-ҡағиҙәгә һыймаҫ шөғөлдәр менән кеше алдап тапҡан керемдәр”.
“Ҡанун-ҡағиҙәгә тап килмәгән керемдәрҙән, ризыҡтағы хәрәмдәрҙән тартына белмәгән мөьмин ҡом өҫтөнә өй һалып ҡуйған кешегә оҡшаш”, – тигән ул.
“Эй, кешеләр! – тигән Ғәли хәҙрәт. – Сауҙа менән шөғөлләнә башлағансы, сауҙа итеүҙең ҡанун-ҡағиҙәләрен һәм дин талаптарын өйрәнегеҙ”.
Беҙҙең заманда алдашыуҙар, хәйлә менән мал табыуҙар кеше хаҡына инеүҙәр, риба, үҙен мосолман тип йөрөгән кешеләр араһында ла, ғәҙәти хәлгә әйләнеп китте. “Риба – кешенең намыҫына хурлыҡ килтереп, яҡшы исеменә тап төшөрә торған һәм тыйылған бер шөғөл. “Риба – кешенең намыҫына хурлыҡ килтереп, яҡшы исеменә тап төшөрә торған һәм тыйылған бер шөғөл. Диндә ул Аллаһтың ут ғазабына лайыҡлы оло гонаһтарҙың береһе булараҡ ҡабул ителә – ул афәттәрҙән беҙҙе Аллаһ үҙе һаҡлап ҡала күрһен! Бөтә пәйғәмбәрҙәр, барлыҡ илаһи изге Китаптар бәндәгә быны тыя”, – тигән имам Риза.
Читайте нас: