+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

БӘПЕМБӘ

Яҙ түрендә сәхрәләрҙәСәскә атҡан бәпембә!Мөғжизә, тип, әйтмәйенсәТүҙмәҫ инде бер кем дә!Тажлывирустың тажын систерер:

Был сәскәне барыһы ла таный. Уны шулай уҡ дарыу үләне булған үгәй инә үләне (мать и мачеха) менән генә бутарға мөмкин. Сәскәләре бер төрлө булһа ла, япраҡтары айырыла. Бәпембә туғай-болондарҙа, парктарҙа тоташ келәм булып йәйелеп ята, ә баҡсасылар унан нисек ҡотолорға белмәй ҡаңғыра.
Дарыу өсөн бәпембәне тоташ – тамыр, япраҡ, сәскәһе менән ҡуша – ҡаҙып алып, элеп ҡуйып киптерәләр. Ризыҡҡа иһә салаттар яһау өсөн йәш япраҡтары ярай. Улар сәскә һабағы сыҡмаҫ элек йыйыла. Дарыу өсөн бәпембәне тоташ – тамыр, япраҡ, сәскәһе менән ҡуша – ҡаҙып алып, элеп ҡуйып киптерәләр. Ризыҡҡа иһә салаттар яһау өсөн йәш япраҡтары ярай. Улар сәскә һабағы сыҡмаҫ элек йыйыла. Бәпембә япраҡтары әсе тәм бирә, уны бөтөрөр өсөн йәшел массаны тоҙло һыуҙа тотоп алырға кәрәк. Аш бешергәндә әскелт тәмен бөтөрөр өсөн эҫе һыуҙа бешекләп алалар. Ә сәскәләрен еләк һымаҡ йыйып, нектар эшләйҙәр. Бер ҡат сәскәләрҙе таҫлап һалып сығып, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәһең дә, тағы сәскәләр теҙәһең. Шулай эшләнгән масса әҙерәк ултырғас, ҡуйы нектар бүлеп сығара. Ул бер үк ваҡытта дарыу ҙа, еләк ҡайнатмаһы һымаҡ, бик тәмле ризыҡ та.
Бәпембә ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, үт, һейҙек ҡыуыуға, дөйөм организмды нығытыуға булышлыҡ итә. Сәскәһенең төнәтмәһе микробтарҙы юҡ итеүгә һәләтле, лимфа төйөндәре елһенгәндә файҙалы; матдәләр алмашыныуын яйға һала. Һөт һымаҡ һуты менән сөйәлдәрҙе дауалайҙар, һипкел һәм тәндәге таптарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланалар.
Читайте нас: