Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың автомобиль йөрөтөүе тәбиғи хәл һымаҡ ҡабул ителә. Уларға хәҙер хөрмәт тә күберәк, кәмһетеп, көлөп ҡарау ҙа һиҙелмәй.
ҒӘЛИӘ : “Балаларҙы ла юлда йөрөтөргә тура килә. Машина ла нәҡ улар өсөн кәрәк бит инде. Өләсәйҙәргә ауылға ҡайтырға, парк-фәләнгә барып килергә. Элек әсәйебеҙ ике бала менән шығырым тулы автобуста нисек йөрөгәндер – күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Юлға сығырҙан алда, иң мөһиме, бер нәмәне лә онотмау. Бигерәк тә алыҫ юлға сығыр алдынан ҡыҙымдың, улымдың әйберҙәрен төйнәйем, иремдекен теүәлләйем. Ғәҙәттә, үҙемдеке онотола торған.
Ә доғаларға килгәндә, беҙ, мосолман халҡы, бөтә эште лә “Бисмилла” менән башларға күнеккәнбеҙ. Эстән генә белгәндәремде уҡып сығам”.