+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

И, РАМАҘАН - НУРЛЫ АЙ!

Рәжәп айы - ғәжәп ай,Бәрәкәткә тулған ай,Хаҡ Тәғәләм, Раббым өсөнБик ҡәҙерле булған ай.Шәғбан айы - ғәзиз ай,Хикмәттәргә, сергә бай,Аллаһуның Хаҡ ИлсеһеҠәҙер иткән изге ай.И, Рамаҙан - нурлы ай,Йәнгә ғәзиз ул шулай!Мәрхәмәтле, оло айМең сауапҡа тулы ай!Зөлфиә ХАННАНОВАНЫҢ нескә күңел донъяһынан урғылған һәм яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәгән, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөрккән, йәм өҫтәгән шиғырҙарын сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:

Эй, башҡортом!
Эй, башҡортом, кей түбәтәй!
Эй, башҡортом, әйт аҙан!
Ата-бабалар йолаһын
Тергеҙәйек ҡайтанан!
Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ!
Теләк телә сәждәлә,
Ил-йортобоҙ тыныс булыр,
Урап үтер мең бәлә.
Эй, башҡортом, тарт тиҫбеңде,
Әйт һин: “Аллаһу әкбәр!”
Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай
Бар халҡымды бүләкләр!
Эй, башҡортом, тот ураҙа,
Эй, башҡортом, сал ҡорбан.
Йөрәгеңдә иман артһын,
Күңелеңдә – миһырбан.
Эй, башҡортом, ҡалдыр ил тип,
Доға ҡылырлыҡ бала,
Ошо изге еребеҙгә
Хужа булырлыҡ бала!
Лә иләәһә илләллаһ!
Лә иләәһә илләллаһ!
Яулыҡ

Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар,
Бар ирҙәрен илдең аҙҙырып,
Бар ирҙәрен илдең меҫкен итеп,
Һуңғы иманынан яҙҙырып.

Ә бит ниндәй ирҙәр булған элек
(Мин ишетеп беләм йырҙарҙан)!
Ил терәге ирҙәр тыуыр микән
Ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан?!

Илдә мәшхәр хәҙер, шул мәшхәрҙең
Булыр микән берәй туҡтары?!
Яулыҡ ябынмаған ҡатындарҙың
Ҡарашында - иблес уҡтары.

Яулыҡ ябынмаған ҡыҙ-ҡырҡынды
Аяр микән ирҙең аҙғыны?!
Шулмы инде илдең күрәсәге,
Шулмы хәҙер беҙгә яҙғаны...

Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙар -
Мәсекәйме ул беҙ, убырмы...
Яулыҡ ябынмаған инәйҙәрҙең
Доғалары ҡабул булырмы?

Ә бит бар ғәмебеҙ һыйған уға,
Ябай әйбер түгел ул яулыҡ,
Уның көсө, уның хәсиәте
Йәһәннәмдән ҡалҡан булырлыҡ!

Аҡ яулыҡлы инәй доға ҡылһа,
Фәрештәләр баҫыр күс һырып...
Ҡуй, яулыҡһыҙ йөрөмәйек, ҡыҙҙар,
Илдең бәрәкәтен осороп!...
Читайте нас: