-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ир башлыса ғаиләлә эскесегә әйләнә

Әлбиттә, гүзәл заттарҙың күпселек өлөшө минең менән килешмәҫ. Үҙ иреңде эскесегә әйләндереүҙе нисек маҡсат итеп ҡуйырға була? Эйе, бында маҡсат башҡа:

Билдәле булыуынса, кешелек тарихында алкоголь йыш ҡына ҡорал булараҡ та ҡулланылған. Бөгөн дә был үҙ көсөн юғалтмаған. Урындағы халыҡҡа әллә ни таныш булмаған “утлы һыуҙы” үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн колонизаторҙар бик оҫта файҙаланған. Миҫал артынан алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй: башҡортто иҫертеп, ерҙәрен бушлайға тиерлек һатып алған алпауыттар онотолмаған әле. Был алым Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ҡулланыла. Иҫеректе алдаштырыуы еңел шул. “Бер тинлек эскән, биш тинлек иҫергән”, “Иҫерек малынан яҙыр, бара-бара аңынан яҙыр” тигән мәҡәлдәрҙе генә телгә алыу ҙа етә. Дуҫтарын һәм иптәштәрен араҡы менән һыйлап маҡсаттарына өлгәшергә яратҡан таныштарыбыҙ аҙмы ни?..
Һуғыш ваҡытында ла алкоголь ҡеүәтле ҡорал була. Тарих дәресендә генерал Владимир Каппель ҡулы аҫтындағы һалдаттарҙың үлемдән ҡурҡмайынса һөжүмгә барғанлығын уҡып аптырағайным, был турала киноларҙа ла күрһәтелде. Баҡтиһәң, уларға батырлыҡты алкоголь өҫтәгән икән. Бөйөк Ватан һуғышында ла Совет һалдаттары ла, илбаҫар фашистар ҙа ҡыйыулыҡ өсөн бер көрөшкәнән баш тартмаған.
Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәрендә лә алкоголь киң ҡулланыла. Быны бөтәһе лә төшөнә, әммә ни өсөндөр иғтибарға алмаҫҡа тырыша. Ир-аттың эскегә һалышыуында ҡатынының да туранан-тура ғәйебе бар.
Бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа эскесегә кейәүгә сығырға хыялланмай. Ир башлыса ғаиләлә эскесегә әйләнә. Минеңсә, бының төп сәбәбе – йәш ҡатындың ғаилә бюджетын үҙ ҡулына алыу теләге. Бергә йәшәй башлағанда бәғзе ҡатын ирен “йомшартыу” өсөн йыш ҡына уның ҡыйыш һалғанын “күрмәҫкә” тырыша. Һөҙөмтәлә иренең эскелеккә һабышҡанын аңғармай ҙа ҡала. Әммә ул төп маҡсатына өлгәшә – ғаилә бюджеты, ниһайәт, уның ҡулында! Артабан иһә ирен “йәшел йылан” һаҙлығынан һөйрәп сығарырға маташа, хәленән килмәһә инде, айырылырға мәжбүр була.
Әлбиттә, гүзәл заттарҙың күпселек өлөшө минең менән килешмәҫ. Үҙ иреңде эскесегә әйләндереүҙе нисек маҡсат итеп ҡуйырға була? Эйе, бында маҡсат башҡа – ғаилә бюджеты. Уны үҙ ҡулыңа алмайынса ирҙе ауыҙлыҡлап булмай тигән ҡатындар өсөн яҙам быны. Юҡ, берәүҙең дә үҙ ирен эскесегә әйләндергеһе килмәй. Әммә төп маҡсатҡа өлгәшеүҙең иң еңел юлы – ирҙең кәйефен күтәреү, йәғни уны иҫертеү. Ә эскесе менән көн иткәнеңде аңлағанда һуң була шул…
Илдар Ғәбитов.
Читайте нас: