Тәүҙә үҙенең йәш күренеүе менән бөтә донъяны 42 йәшлек дизайнер һәм фэшн-блогер Лужэ Хсу шаҡ ҡатыра. Аҙаҡ уның барлыҡ ғаилә ағзалары ла “йәш” икәнлеге асыҡлана. Лужэның 36 йәшлек Шерон һәм тағы 40 йәшлек Фей-фей исемле һеңлеләре, хатта 63 йәшлек әсәләре Мумма ла студенттар кеүек. Элек бейеүсе булған әсәләрен ҡыҙҙарынан айырып та булмай.
Был дүрт ҡатынды Тайвандәге киң мәғлүмәт саралары “ҡартаймаҫ ғаилә” тип атаған. Сер нимәлә һуң? Бер интервьюһында Лужэ: “Йәшлегемә асҡыс – ул даими һыу эсеү һәм йәшелсә-емеш ашау”, – ти. Шулай уҡ ул тән тиреһен һәр саҡ сылатып тороуҙың мөһимлеген билдәләй.
Лужэ менән Фейфей һәр иртәне мотлаҡ ҙур бер стакан йылымыс һыуҙан башлай. Луже – әҙерәк, ә Фейфей 10 йылдан ашыу көн дә иртән 500 мл һыу эсә.
Тайвань ҡыҙҙарының һүҙенә ҡарағанда, йәшлектең сере ябай һыуҙа булып сыға.
Бөтә донъя сәләмәтлек көнө 1948 йылдың 7 апреленән — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә.
Ошо тарихи мәлдән алып ойошмаға донъяның 194 дәүләте ағза булып ингән. “Был көндө билдәләү ни өсөн кәрәк?” тигән һорауға яуап бар: кеше үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлаһын өсөн. Ә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары бөтә донъяла кешеләрҙең сәләмәтлеге яҡшыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген хәстәрләргә, хәл итергә бурыслы.