-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА: Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға тигән һорау менән мөрәжәғәт итәләр йәштәр.

Башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙа ир кешенең – буласаҡ атайҙың аҡыл менән эш итеүе иң төп шарт. Уның аҡыл менән эш итеүе ниҙән ғибәрәт тип һорарһығыҙ:

МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА: Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға тигән һорау менән мөрәжәғәт итәләр йәштәр. Бындай һорау үҙе үк шатландыра. Сөнки, ысынлап та, башҡорт булыу – ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо тойоу.

Башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙа ир кешенең – буласаҡ атайҙың аҡыл менән эш итеүе иң төп шарт. Уның аҡыл менән эш итеүе ниҙән ғибәрәт тип һорарһығыҙ. Балаға бар тойғолар ҙа әсә һөтө аша килә. Бала әсә ҡарынында уҡ тәрбиәләнә башлай – ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңларға тейеш атай буласаҡ кеше. Тимәк, буласаҡ атай балаһына башҡортлоҡ тойғоһо һалыуҙы маҡсат итеп ҡуя икән – ул мотлаҡ башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейеш. Минең өсөн иң мөһиме – мөхәббәт, мин кемгә өйләнһәм дә, уны башҡортса һөйләштерәсәкмен, мин баланы барыбер башҡорт итәм, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел.
Беренсенән, ни өсөн башҡа милләт вәкилен яфалап, ҡанына һалынмағанды булдырып маташырға.
Икенсенән, йәштәр өсөн иң мөһиме – ғашиҡлыҡты мөхәббәт менән бутарға ярамай. Ысын мөхәббәт емеше – ул шәжәрәңде һинең рухыңда дауам итерлек бала. Тәбиғи ҡанун буйынса һинең яртың үҙ милләтеңдә. Бер йән эйәһе лә үҙ нәҫелен башҡа төр йән эйәһе менән дауам итмәй. Бөтөн тереклектең, үҫемлек донъяһының йәшәйешен дауам итеүҙә төп шарт булған был ҡанун кешелек донъяһына ла ҡағылалыр. Был донъяға Юғары көс – Хоҙай тарафынан милләттәр бар ителгән икән, эске тартым, тойғо берлегендә улар бер бөтөн булып уҡмашҡан икән, шулай дауам итергә тейештер. Шулай булмаһа, милли тойғоһон юғалтмаған, әммә нәҫелен дауам итә алмаған кешегә аҙаҡ үкенеү, зар илау тигән тойғолар ҙа килмәҫ ине. Аҙмы егеттәребеҙ араһында ғашиҡлыҡты мөхәббәт менән бутап, ейәненең бары тик картатайка йәки “улатайка” тип әйтеүенән генә йыуаныс табып, үкенеүҙән ер тырнап иларҙай булып йөрөүсе атайҙар.

Өсөнсөнән, тойғо теле – аҙаҡ өйрәнеп һөйләшкән тел түгел. Тойғо теле – ул ҡанға һалынған, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән тел – тәүге ауаз теле, өндәр теле, моң теле, туған тел. Баланың рухи донъяһына нигеҙ булырлыҡ ҡиммәттәр фәҡәт тойғо теле аша күсә лә инде.

Артабан. Ярай, аңлы егеттәребеҙ был мәсьәләне тәбиғәт ҡанундарына ярашлы рәүештә дөрөҫ хәл итте һәм саф башҡорт ғаиләһе барлыҡҡа килде ти. Хәҙер инде тәбиғи башҡортлоҡ тойғоһон үҫтереү бурысы килеп баҫты алдыбыҙға. Ниҙән башларға? Балаға мотлаҡ башҡорт өнлө башҡорт исеме ҡушырға кәрәк. Ул үҙен иркәләгән саҡта башҡорт өнө, башҡортса тел моңо ишетергә тейеш. Әйтәйек, балаһына сит ил исеме ҡушҡан әсә был исемгә туған тел ялғауы ҡушып иркәләмәйҙер. Мәҫәлән, Анжеликаны – Анжеликаҡайым, тимәй, ә Анжелка, Анжелочка тип ебәрә. Робертҡайым тимәй, Робертик, ти. Бына шулай итеп, сабый күңеленә әсә наҙы, әсә һөйөүе аша ят өндәр урынлаша.Ә үҙ милләтен ситен күргән, ят иткән, йәғни яратмаған, һис юғы битараф булған кеше сит телгә ылығырға ғына тора. Балаға сит милләт исеме ҡушыу – үҙ милли мәҙәниәтеңә битараф булыуҙың, хатта яратмауҙың бер сағылышы. Билдәле, рухи байлығыңа битарафлыҡ балаға ят исемдәр ҡушыуҙа айырыуса ныҡ сағыла. Халыҡтың рухи ҡаҡшау йәки, киреһенсә, милли мәҙәниәтенең сәскә атыу йылдары исемдәрҙә ныҡ сағыла. Исемдәр донъяһын өйрәнеүселәр йәки шәжәрә тикшереүселәрҙең фекеренсә, исемдәр аша халыҡтың рухи донъяһының нисек үҙгәреүен асыҡ күреп була. «ллә ҡайҙарға алыҫ китергә түгел, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан башланған рухи асылға ҡайтыу исемдәрҙә ныҡ сағыла. Башҡорт балалары Буранбай, Арыҫлан, Илдархан, Сурағол, Таймаҫ, Юрматы, Тамьян, Мортаза, Мөйтән, Бөрйән, Сәлимә, Зөлхизә, Зәлифә, Ғилмияза, Зарифа кеүек боронғо исемдәрҙе йөрөтәләр.
Артабан. Матур ҙа, заманса яңғырашлы ла, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла исем ҡушылды балабыҙға. Хәҙер инде тәрбиә ҡанға һалынған моң мөхитендә дауам итергә тейеш. Үкенес, һуңғы йылдарҙа балаға сәңгелдәк йыры йырлау түгел, ябай ғына башҡортса көйләү ҙә онотола бара. Ә бала туған моң солғанышында үҫергә тейеш. Мәсетле районынан Ейәнбирҙин тигәнбер ир һөйләгәйне. Хатыным ауырлы саҡтан башлап өйҙә ҡурай моңо, йыр тынманы. Һәр ваҡыт “Илсе Ғайса”ны уйнаным. Ҡатыным үҙе лә ярата ине был йырҙы, үҙе лә һәр саҡ көйләп йөрөнө. Бала тыуғас та йыр моңо дауам итте. Ҡурай моңона, йыр көйөнә йоҡланы. Малай үҫә барҙы. Икенсеһе лә моң солғанышында үҫте. Тәүге малайға биш йәштәр самаһы ине икенсеһе тыуғанда. Бер ваҡыт ҙурына бәләкәйен бәүетә торорға ҡушып, ишек алдына сығып киттем. Инеп киләм, ҡолаҡҡа моң сағыла биш йәшлек ҙур улым "Илсе Ғайса"ны көйләй-көйләй сәңгелдәк бәүетә. Сәңгелдәктә ятҡан биш айлыҡ бала ағаһына ҡушылып ҡәҙимге ыңғайлатып көйгә ҡушылып ығылдап ята. Иҫ китте, ҡыуаныстан күҙҙәрҙән йәш атылып сыҡты!

Туған моң, туған тел мөхитенең бала булмышына, ҡанға һалынған һәләтенең артабанғы үҫешенә, холҡ-фиғеленә, тәрбиәһенә тәьҫире тураһында бик аҙ өйрәнелгән. Был йәһәттән кемгәлер, ниндәйҙер ғалим фекеренә таянып фекер әйтеүе лә ауыр. Ул хаҡта бары тик педагог Константин Ушинский яҙмаларында ғына фекер табып була. Ә тормошта, тотош донъя тәжрибәһендә миҫалдар бихисап.
Светлана Байымова-Тарханова һүрәте.
Читайте нас: