+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы боҙға, ярҙай булһа ла, ышанма, көҙгө боҙға, көҙгөләй булһа ла, ышан!

Халыҡ төрлө әйтемдәрҙе юҡ-барға уйлап сығармай бит ул:

Бына яҙ ҙа килеп етте һәм йылға-күлдәрҙе ҡаплаған боҙҙар муртайҙы. Әгәр ошо хаҡта белмәһәгеҙ һәм уйламайынса боҙ өҫтөнә барып сыҡһағыҙ – бәләгә тарыуығыҙ ихтимал. Сөнки яҙғы ҡояштың нурҙарына, йылы елгә көндөҙ боҙ ирей, ә аҫтан уны һыу ағымдары соҡой. Шул сәбәпле боҙ ҡатламында ваҡ тишектәр, күҙәүҙәр барлыҡҡа килә. Ә төнөн боҙҙоң өҫтө яңынан туңып ҡата һәм алдаҡсы күренеш барлыҡҡа килә.
Боҙ мурт булған урындар:
Аҡһыл тоноҡ төҫлө
Өҫтөндә ҡар ятҡан (ҡар ирегән боҙҙоң кире туңыуына ҡамасаулай)
Ҡамыш йәки башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән майҙандар
Һыу ағымы көслө булған, туҡтауһыҙ ел өргән ерҙәрҙә
Читайте нас: