+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мостай КӘРИМ:

Сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына...

Яҡшы аттар менән затлы ҡатындарҙың бер рухтан яралыуы тураһында мин ғүмер баҡый тылҡыйым. Юҡ, бәғзе ҡатындарҙың яҡшы нәҫел-нәсәбе тураһында ғына әйтмәйем. Хәйер, нәҫел дәрәжәһе үҙе бер бәрәкәт: тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмаҫ. Әммә шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көҫтөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар; юғалтыуҙар кисергәндә юғалып ҡалмайҙар; ҡайғылар күргәндә шартлап һынмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына.
Анастасия Уйменова картинаһы.
Читайте нас: