+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорттар ҡар өҫтөндә лә көрәшкәнме?

Башҡорттарҙың спорт тормошон сағылдырған был фотоһүрәт бынан 102 йыл элек, 1913 йылдың февралендә, төшөрөп алынған. (Дауамы сайтта)

Ҡышын ҡар өҫтөндә уҙғарылған милли көрәште сағылдырыуы менән был фотоһүрәт уникаль булып тора. Фотоһүрәттән күренеүенсә, көрәш бик ҡыҙыу бара. Көрәш майҙансығын уратып торған Өфө полицейскийҙарына ҡарап, уларҙың судья ролен башҡарыуы хаҡында әйтергә була. Көрәшселәр бер төрлө тун һәм бүрек кейгән. Әллә был ҡыш көнө көрәшеүселәрҙең униформаһы булдымы икән?
Беҙ, әлбиттә, көрәш ярыштары яҙғы сәсеү тамамланғас, һабантуйҙарҙа йәки башҡа йыйындарҙа ғына уҙғарыла, тигәнгә инанғанбыҙ. Әммә төптән уйлап ҡараһаң, башҡорттоң төп спорт төрө булған көрәш ярыштары ни өсөн ҡышын туҡтап ҡалырға тейеш һуң әле? Улар, моғайын, ҡышын да үткәрелә торған булғандыр. Һәр хәлдә, ҡарттар хәтеренең, тарихсыларыбыҙҙың был фотоға аңлатмаһы барҙыр. Нисек кенә булмаһын, ҡышты оҙатҡан, яҙҙы ҡаршылаған байрам мәлендә малай-шалайҙарҙың, ир-егеттәрҙең ҡар өҫтөндә көрәшен ойоштороу бик матур сараға әүерелер ине.
Читайте нас: