+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ирҙәр ҡурсалауға, һаҡлауға мохтажмы?

Һандар нимә ти:

Күптәргә мәғлүм – донъяла 100 ҡыҙ балаға яҡынса 107 малай тыуа. “Артыҡ“ малайҙар төрлө сәбәптәр менән иртәрәк үлә, һәм тора-бара ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәр иҫәбе араһында яҡынса баланс урынлаша. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк итә: Рәсәй пенсионерҙарының 80 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Малайҙарҙың күберәк тыуыуы көслө зат араһында юғарыраҡ булған үлем менән бәйле. Бала саҡта был үлем 25 процентҡа күберәк була икән. Эш урынында үлгәндәрҙең 94 проценты ошо ир-егеттәргә тура килә. Улар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк – алкоголле эсемлектәр, ике тапҡырға күберәк наркотиктар ҡуллана. Ир-егеттәр араһында суицид та алты тапҡыр йышыраҡ осрай. Даими булып торған һуғыштар ҙа ир-аттың күпләп ҡырылыуына алып килә.
Читайте нас: